Белорет районы тарихы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте

Белорет районы территорияһы буйынса Башҡортостанда иң ҙуры. Көньяҡ Урал тауҙарының иң бейек нөктәләренең береһе Ямантау ошо төбәктә урынлашҡан.

Тауҙар һәм йылғалар, ҡая һәм мәмерйәләр, ҡуйы урмандар һәм тау ятҡылыҡтарына бай. Иҙелбашы төбәгенең иң ҙур байлығы – ул тимер ятҡылығы. Тап был ятҡылыҡтың бай булыуы Белорет тарихи йылъяҙмаһының башланыуына сәбәпсе була ла инде [1]

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Белорет атамаһы урыҫ телендәге Белорецк ҡалаһы атамаһынан алынған. Ул үҙ сиратында Белая река -Ағиҙел тигәндән килеп сыҡҡан.Халыҡ телендә ул әле лә Иҙел башы тип һаҡланып килә [2]

Сәнәғәт барлыҡҡа килеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала-заводтар XVIII-XIX быуаттарға Рәсәй империяһы үҫешендә үҙенсәлекле күренеш булған. Белорет ҡалаһы металлургия заводы нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Был үҙенсәлек бөгөнгө көндә лә уның иҡтисади ҡиммәтен баһалай. Белоретҡа завод биләмәһе булараҡ нигеҙ һалына. Бындай төрлө биләмәләр иҡтисади юҫыҡта ҙур ҡалаларҙан юғарыраҡ булһа ла, ул заманда бары завод булараҡ танылыу алған. Заводтың Мясников Иван Семёнович һәм Твердышев Иван Борисовичтың шәхси милке булыуы уның юридик статусын билдәләй.

1752 йылдың ун дүртенсе октябрендә Иван Мясников Ырымбур канцеляриеһына бишенсе тапҡыр «Покорнейшее доношение»һын тапшыра. Ике айҙан һуң компанейщиктар оҙаҡ көтөп алынған «Рөхсәт резолюцияһын» ҡулға алалар. Инженер корпусының кондукторы Менц ер участогын бүлгәндән һуң, 1752 йылдың 27 декабрендә төҙөлөш эштәре башлана.

Был ерҙәргә башҡа билдәле шәхестәр, шул иҫәптән ағалы-ҡустылы Мосоловтар күҙ һала. Улар завод еренә булған хоҡуҡтарын билдәле граф Шувалов менән Петр Ивановичҡа тапшырып, шул рәүешле Твердышевҡа «аяҡ сала». Һуңғыһы ҙур бәйләнештәре булған граф Шувалов менән һүҙ көрәштермәйенсә, үҙ завод биләмәһен Тирлән йылғаһы эргәһендә төҙөй башлай.

Хроника[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1753 - П.И. Шуваловҡа шулай уҡ Әүжән-Петровка заводтарын төҙөү рөхсәт ителә. Был заводтарҙы эш көсө менән тәьмин итеү маҡсаты менән Ҡазан губернияһынан Котловка, Булдырь, Каменный ключ, Чистое поле ауылдарынан 1920 дәүләт крәҫтиәндәре күсерелеп килтерелә. Бер йылдан Үрге Әүжән-Петровский заводының төҙөлөшө башлана.
  • 1755 - Завод беренсе эш стадияһына бары бер домна һәм дүрт ҙур сүкеш менән тәьмин ителеүенә ҡарамаҫтан, үҙенең тәүге продукцияһын бирә башлай.
  • 1756- Был заводтан йыраҡ түгел Түбән Әүжән-Петровка заводы үҙ эшмәкәрлеген башлай. Был йылдарҙа ике заводта 722 крәҫтиән эшләгән.
  • 1762 - Ҡатай башҡорттарынан һатып алынған ерҙә ҡасаба һәм заводтың төҙөлөшө башлана. Тәүлек оҙононда эшләйҙәр. Был төҙөлөш Орловский губернияһынан Губин менән Оглоблин ҡарамағында алып барыла.Заводтың тәүге биләмәһе ағастан төҙөлә, шунлыҡтан Пугачев күтәрелеше ваҡытындағы янғындарҙан һуң һаҡланмаған. Беҙҙең көндәге ҡаланың йөҙө XIX быуаттарҙа формалаша башлай. Тауҙар менән уратып алынған завод биләмәһе ҡаланың үҙәк элементына әйләнә. Заводҡа нигеҙ һалғандан һуң быуа буйында халыҡ өсөн йорттарҙың төҙөлөшө башлана. 1780 йылда завод ҡасабаһы ике өлөшкә бүленә.XIX быуат аҙағында Белореттың тәүге үҙәк районы – Баҙар майҙаны төҙөлә.Халыҡ был ваҡытта заводта эшләй, игенселек, урмансылыҡ менән шөғөлләнә; ҡала эсендә мәктәп, сиркәү, лазарет, пристань эшләй.
  • 1766 - Белорет заводында домна фабрикаһы төҙөлә, домна мейесе менән дүрт фабрикаларҙың ҡоролошо башлана.
  • 1769 - Белорет заводы Магнитогорск ҡалаһынан алып киленгән руданы эшкәртә башлай.
  • 1771 - Ар ауылы барлыҡҡа килә.
  • 1777 - Е.Демидов Үҙән йылғаһында Үрге Үҙән тип атама алған яңы завод төҙөй.
  • 1783 - Я.Б. Твердышевтың үлеменән һуң, Белорет заводтары мираҫ буйынса Дарья Ивановна Пашкова һәм уның тормош иптәше офицер Александр Ильичҡа күсә.
  • 1796 - В.Е. Демидов Әүжән-Петровка заводтарын ул замандың билдәле шәхесе Михаил Петрович Губинға һата.
  • 1801 - Тирлән заводының төҙөлөшө башлана. Был маҡсатҡа мастер һәм крепостной крәҫтиәндәр күсерелә.
  • 1818 - Тирлән заводында беренсе тапҡыр домна мейесе эксплуатацияға инә.
  • 1828 - И.А.Пашков үлгәндән һуң, Белорет заводтары мираҫ буйынса уның улы генерал-майор, батша һарайының обер-гермейстеры А.И. Пашковҡа күсә.
  • 1830 - Иван Демидов Үҙән заводын генерал-майор Андрей Иванович Пашковҡа һата.
  • 1863 - Етештереү ҡеүәтенең кәмеүе арҡаһында Үҙән һәм Ҡағы заводтары ябыла.
  • 1866 - Пашковтар заводтар менән идара итеүҙән ситләтелә. Белорет менән Тирлән заводтары Березовский һәм Ломовка ауылдары менән берлектә опекунлыҡ идарасылығы аҫтына алына.
  • 1882 - Ҡағы һәм Үҙән заводтары «Вогау һәм К» сауҙа йорто тарафынан һатып алына.
  • 1887 - Инйәр ҡасабаһында ике синыфлыҡ мәктәп төҙөлә. Бында бары байҙарҙың балалары уҡый алған.
  • 1888 - Беренсе Волость идаралығы бинаһы төҙөлә. Бинаның эргәһендә янғын һүндереү командаһы урынлаша.
  • 1898 - Инйәр акционер йәмғиәте төҙөлөп, уның составына Инйәр һәм Лапышты заводтары керә. Сермән ауылында ике синыфлы башҡорт-урыҫ мәктәбе асыла.

ХХ быуат башы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1902 - Белорет һәм Тирлән заводтарында тимер рудаһының табышы туҡтатыла.
  • 1905 - Инҡилаб шауҡымы Белоретты ла ситләтеп үтмәй. Эшселәр һәм демократик партия вәкилдәренән торған комитет ойошторола.
  • 1911 - Барак йорттарҙың төҙөлөшө башлана. Заводтың мастерҙары һәм идарасылары ҡалала юғары мәҙәни кимәлде тоторға тырыша: мастерҙар һәм эшселәр өсөн уҡыу учреждениелары асыла.
  • 1912 - Белоретта тар тимер юлы төҙөлә. Илле йылдан ашыу был тимер юлы металлург заводының, ҡала-райондың башҡа предприятиелары өсөн берҙән-бер бөртөк транспорт артерияһы булып һанала.
  • 1914 - Империалистик һуғыш алдынан илдең мөһим булып һаналған сәнәғәт райондарын инҡилаб хәрәкәттәре солғап ала. Белорет тау округына ла барып еткән хәрәкәт асыҡ сәйәси характер ала: эшселәр эш хаҡының арттырыуын, штрафтарҙы бөтөрөүҙе һәм һигеҙ сәғәтлек эш көнө талап итә.
  • 1915 - Даға сөйҙәре цехы үҙ эшмәкәрлеген башлай, бер йылдан сәнскеле сым цехы асыла.Волость идаралығы эргәһендә завод эшселәре һәм инженер балалары өсөн ике синыфлыҡ ир-егеттәр гимназияһы асыла.
  • 1916 - XIX быуат аҙағы XX быуат башы Белорет ҡалаһының төҙөлөшө классик һәм «неорусский» стилендә алып барыла. Ҡаланың тарихи элементы булараҡ һыу ебәреү башняһы билдәле.
  • 1920 - Архитектураның Советтар Союзы дәүере бер нисә рәт объекттарҙың төҙөлөшө менән тарихи йылъяҙмаға инеп ҡалды. Атап әйткәндә, фабрика-ашхана, «Урал» рестораны, ҡала поликлиникаһы, почта-телегаф, Дәүләт банкыһы, күп ҡатлы йорттар төҙөлә.
  • 1923 - БелоретӨфө араһы 350 км тәшкил итә. Белорет ҡала статусына эйә була. Белорет округының идарасыһы итеп И.Г.Сапожников тәғәйенләнә.
  • 1925 - Ҡала халҡы беренсе тапҡыр тракторҙар эшләүен күҙәтә. Егәҙе-Комаровола тимер рудаһының ятҡылығын үҙләштереү буйынса геолог разведкаһы эштәре башлана. Апрель айында домна мейесе эксплуатацияға индерелә.
  • 1929 - Ҡалала һаңрау балалар өсөн тәғәйенләнгән мәктәп асыла. Ленинград Фәнни Академияһынан тау бәллүрен сығарыу һәм эшкәртеү буйынса бер төркөм белгестәр килә.
  • 1931 - Металлург мәҙәниәт һарайы төҙөлә.Тирләндә ҡалай прокатлау заводының реконструкция эштәре тамамлана.
  • 1933 - Халыҡ комиссарҙары Советы ҡарары нигеҙендә металлург техникумы асыла.Инйәр ҡасабаһы эргәһендә геолог разведкаһы ҡатнашыусылары тарафынан нефть билдәләре табыла.
  • 1934 - Белореттарҙан йыйылған сараға аэроклуб ойошторола. «Произодственник» артель хужалығы базаһында етештереүсе комбинат үҙ эшен башлай.

Ҡалала металл эшкәртеү заводы асыла. Металлург мейестәренең бер нисәүһе домна газына күсерелә. Белорет-Магнитогорск электр сымдары юлын төҙөү башлана.

  • 1938 - Беренсе мәктәп, металлург техникумы төҙөлә.
  • 1940 - Ҡорос сым заводы эшселәре өсөн мәҙәниәт һарайы асыла.

Бөйөк Ватан һуғышынан һуң[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1942 - Металлург комбинатының домна цехына дәүләт Оборона Комитетының күсмә Ҡыҙыл Байрағы тапшырыла.
  • 1943 - Ҡорос-сым заводында ун етенсе һанлы канат цехы сафҡа индерелә.
  • 1944 - Ҡорос-сым заводы Союз-ара бәйгеһе һөзөмтәһендә беренсе урын яулай һәм «Советтар Союзының иң яҡшы метиз заводы» исеменә лайыҡ булла.
  • 1945 - Ҡаланың предприятиеларында Бөйөк Ватан һуғышының тамамланыуы һәм Еңеү байрамы уңайынан митингтар үтә.
  • 1947 - Башпроекттрест тарафынан эшләнелгән ҡала төҙөлөшөнөң ген.проекты ҡабул ителә.
  • 1950-1960 - Планға ярашлы Карл Маркс, Точисский, Хмельницкий, Пушкин, Косоротов урамдарында йәмғиһе йөҙ ҙә утыҙ йорт төҙөлә. Шул уҡ ваҡытта Нижний Селение биҫтәһендә, Октябрьск ҡасабаһында һәм Лукала мәктәптәр төҙөлә. Мраткино биҫтәһендә инфекцион дауахана, бала табыу йорто, йөҙ ҙә илле урынға тәғәйенләнғән ҡунаҡһана, Магнитогорск тау-металлург институтының филиалы, ҡала-район КПСС-ның биналары һәм уның эргәһендәге майҙан ҡаланың йәмғиәт үҙәгенә әүерелә.

РСФСР-ҙың Юғары Советы Указы нигеҙендә Белорет ҡалаһы өлкәгә буйһоноу категорияһына күсерелә.«Металлург» кинотеатры эксплуатацияға тапшырыла.

  • 1961 - Газ үткәргес төҙөлөшө башлана.
  • 1964 - Тирлән ҡасабаһында һыу баҫыуҙы бөтөрөү буйынса эштәр алып барыла.«Белорецкгаз» трессы ойошторола.
  • 1965 - РСФСР Юғары Советы Президиумы ҡарары нигеҙендә Белорет ауыл биләмәһенән Белорет районына күсерелә. Белорет – Туҡан юлында юғары вольтлы электр сымдары сафҡа индерелә.
  • 1966 - Ҡалала хирургия дауаханаһының яңы корпусы файҙаланыуға тапшырыла.
  • 1967 - Мәскәү-Белорет һауа юлы асыла.Белорет-Өфө-Белорет авиариейсы асыла.Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған белореттарға һәйкәл асыла. Октябрьск биҫтәһендә өс йөҙ урынға тәғәйенләнгән «Октябрь» кинотеатры сафҡа индерелә.
  • 1968 - Металлург комбинатына М.И.Калинин исеме бирелә. Белорет-Инйәр-Өфө авиарейсы асыла.Өфө-Белорет-Магнитогорск-Белорет-Өфө һауа юлы асыла. Пассажирҙар ЛИ-2 самолетында осоу мөмкинлеге ала.
  • 1969 - Ҡалала крайҙы өйрәнеү музейы асыла. Белорет-Сочи һауа юлы асыла. 6-сы һанлы юл төҙөү идаралығы ойошторола.
  • 1970-1980 - Был ун йыллыҡта бик күп торлаҡ төҙөлә. Яңы мәктәптәр, дауахана ҡаласығы сафҡа индерелә.Метиз етештереү һәм Тирлән ҡасабаһында яңы прокат станы, цехтың төҙөлөшө тамамлана.Белорет-Ҡарламан тимер юлының беренсе рельстары һалына. Милиция музейы асыла. Теш дауалау поликлиникаһы ойошторола.СССР Министрҙар Советы механизацияланған төҙөлөш материалдары заводының төҙөлөшөнә документтарын раҫлай. Металлург комбинатында 150-се һанлы стан сафҡа индерелә. Белорет-Шишмә тимер юлы сафҡа индерелә. Пассажирҙар өсөн тәғәйенләнгән Өфө-Сибай электропоезының, Магнитогорск-Мәскәү поезының маршруты асыла.
  • 1983 - 8-се март исемендәге Өфө тегеү ойошмаһының Белорет тегеү фабрикаһын сафҡа индереү тураһындағы актҡа ҡул ҡуйыла.

Үҙгәртеп ҡороу йылдары һәм унан һуңғы йылдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1989 - Сермән ауылында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, Афған илендә интернациональ бурысын үтәгәндә, Сталин репрессияһы ваҡытында һәләк булғандар иҫтәлегенә һәйкәл-мемориал асыла.
  • 1994 - Тирлән ҡасабаһында быуаның йырылып китеүе арҡаһында 29 кеше һәләк була, 700 ашыу ғаилә йортһоҙ ҡала.
  • 1995 - Геройҙар аллеяһында 298-се һанлы уҡсылар полкы иҫтәлегенә мемориал һәйкәл асыу уңайынан тантаналы йыйылыш үтә. Матбуғат йортоноң асылыу тантанаһы үтә.
  • 1998 - «Металлург» стадионында бассейн асыла.
  • 1999 - Уҫманғәле ауылында урта белем биреү мәктәбе асыла.
  • 2000 - Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Ғ.Рәхимов Башҡортостан Республикаһы Белорет Хакимиәтенең ойошторолоуы тураһындағы Указға ҡул ҡуя. Берләштерелгән Хакимиәттең башлығы итеп Евгений Яковлевич Карепанов тәғәйенләнә.Ҡалала педагогия колледжының яңы бинаһы файҙаланыуға тапшырыла.Инйәр ҡасабаһында яңы мәктәп асыла.Үрге Әүжән ауылында реконструкциянан һуң мәктәптең асылыу тантанаһы үтә.

ХХ1 быуат башы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2001 - Береш ауылында социаль-мәҙәни үҙәк файҙаланыуға тапшырыла. Бинала башланғыс мәктәп, магазин, фельдшер-акушерлыҡ пункты, крайҙы өйрәнеү музейы урынлашыуы менән бик уңайлы була. Ҡала-район кимәлендә ҡотҡарыу хеҙмәте үҙ эшен башлай.Автовокзалдың асылыу тантанаһы үтә.Белорет металлург комбинатының дәүләт акциялары пакеты яуаплылығы сикләнгән «Мечел» йәмғиәтенә тапшырыла.Асы шифаханаһы асыла.Абҙаҡ ауылында мәсеттең асылыу тантанаһы була.Инйәр ҡасабаһында почта элемтәһенең федераль үҙәге файҙаланыуға тапшырыла.Уҫманғәле ауылында «Ибраһим-вә-Хәмзә» мәсетенең асыу тантанаһы була.
  • 2002 - Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Ғ.Рәхимов «Белорет һәм Белорет районында иҡтисади имен зонаһын ойоштороу» тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуя.Башҡортостан Республикаһының министрҙар Кабинеты тарафынан «2002-2006 йылдарға Асы шифаханаһы һәм Асы ауылының комплекслы үҫеше программаһы»ның ҡарарын ҡабул итә.29 апрель көнө ААЙ БМК-ның мартен цехы эшмәкәрлегең һуңғы көнө булып һанала.Реконструкциянан һуң Башҡорт гимназияһының асыу тантанаһы үтә.
  • 2003 - Шығай ауылында мәҙәни-социаль үҙәк асыла.Абҙаҡ ауылында яңы мәктәп асыла.Пугачев карьерынан Белорет тимер юл станцияһына тиклем дүрт км оҙонлоғондағы киң колеялы тимер юл файҙаланыуға тапшырыла.Инйәр ҡасабаһында спорт һауыҡтырыу комплексының асыу тантанаһы үтә.
  • 2004 - Ҡалала никахты теркәү йортоноң яңы бинаһы асыла.Брииштамаҡ ауылында яңы мәктәп асыла. Бынан тыш Уҫманғәле-Асы трассаһы файҙаланыуға тапшырыла. Ғинуар айында Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәк, статус һәм сиктәр» тураһындағы закон үҙ көсөнә эйә була.Белорет районы составына 19 мунципаль берәмек инә: Абҙаҡ, Әзекәй, Асы, Үрге Әүжән, Тимер юл, Егәҙе, Йөйәк, Инйәр, Ишле, Ҡағы, Ломовка, Николаевка, Нура, Сосновка, Сермән, Тирлән, Туҡан, Үҙән, Шығай.

Белорет муниципаль райондың административ үҙәге итеп Белорет ҡалаһы билдәләнә. Уға ҡала биләмәһе статусы бирелә. «Башгражданпроект» ойошмаһы тарафынан ҡабул ителгән яңы планға ярашлы Учалы һәм Магнитогорск автотрассалары араһында шәхси төҙөлөш өсөн майҙан бүленә.Был йылдарҙа Иҙелбшы төбәге иҡтисади һәм социаль юҫыҡта имен зона булып һанала.

  • 2005 - Асы ауылында тау саңғыһы комплексы асыла.Белорет ҡалаһында «Социнвестбанк» акционер йәмғиәтенең өҫтәмә офисы асыла.Ғәбдөк ауылында яңы мәктәп файҙаланыуға тапшырыла.Маныштыла һәм ҡалала яңы мәктәптәрҙең асылыу тантанаһы үтә.
  • 2007 - Был йыл Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуының дүрт йөҙ ҙә илле йыллыҡ һәм Белорет ҡалаһының ике йөҙ илле йыллыҡ юбилейы аҫтында үтте. Республика хөкүмәте тарафынан Сермән, Инйәр ҡасабаларында мәҙәни үҙәк, торлаҡ йорттар, яңы асфальт юлдар төҙөлөп файҙаланыуға тапшырылды.
  • 2008 - Ҡалала Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институты, Магнитогорск техник университеты филиалдары, медицина, металлург, педагогия колледждары, 25-се, 21-се һанлы лицей, Яныбай Хамматов исемендәге гимназияһы, компьютер, музыка, спорт, һынлы сәнғәт мәктәптәре, үҫмерҙәр туристик үҙәге, техник ижад үҙәге, мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем биреү учреждениелары, район үҙәк дауаханары, өс диспансер, мәҙәниәт йорто, алты клуб учреждениелары, ун һигеҙ китапхана, Крайҙы өйрәнеү музейы, Белорет картина галереяһы һәм башҡа социаль объекттар эшләй. «Белорецкий рабочий», «Металлург», «Урал» башҡорт һәм урыҫ телдәрендә сыға. «Белорет ТВ-6» телекомпания коллективының эше юғары баһалана. Телекомпания хеҙмәткәрҙәре тарафынан аҙна һайын башҡорт һәм урыҫ телдәрендә биш тапҡыр «Яңылыҡтар» тапшырыуы эфирға сыға

Фотогалерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. История, география и природа Белорецка и Белорецкого района Республики Башкортостан [1] 2018 йылдың 1 май көнөндә архивланған.
  2. Белорецк — этот город назвали в честь главной реки Башкирии

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • История, география и природа Белорецка и Белорецкого района Республики Башкортостан [2] 2018 йылдың 13 июль көнөндә архивланған.
  • История Белорецка [3]
  • Белорецкий район (реферат) [4] 2018 йылдың 13 сентябрь көнөндә архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]