Борисов мейестәре
Борисов мейестәре (рус. Борисовские печи) — Башҡортостандың Белорет районында Ҡараташ һырты итәгендә Айғыр йылғаһы үрендә урынлашҡан бер ҡатлы өс таш мейестән торған комплекс[1]. Унан Белорет ҡалаһына тиклем — 99 саҡрым, Инйәр ауылына тиклем — 20 саҡрым.
Тарихы
Борисов мейестәре үҙенең атамаһын ғаиләһе ағас күмере әҙерләү менән шөғөлләнгән Борисова фамилиялы урындағы ҡатын-ҡыҙ арҡаһында ала[2]. Көньяҡ Уралда металлургия сәнәғәте барлыҡҡа килгәндән алып заводтарға ағас күмере талап ителә. Уны ҡеүәтле ҡарағайҙарҙы яндырыуҙан алғандар, улар әле лә бында үҫә. Борисов мейестәре XIX быуат аҙағында суйын иретеү заводтары өсөн күмер яндырыу маҡсатында төҙөлә, шунан һуң күмер тар колеялы тимер юлы буйлап Инйәргә йәки Белоретҡа оҙатыла.
Металлургия сәнәғәте барлыҡҡа килгән осорҙа заводтарҙа уларҙың хужаларына беркетелгән крепостной крәҫтиәндәр эшләй. Үҙҙәрен крепостнойлыҡтан азат итеү һәм ирекле булыу өсөн улар ағас күмере әҙерләү эшенә китә. Эш бик ауыр була. Ағас күмерен етештереү өсөн яҡынса 10 метр, йәғни мейес оҙонлоғондағы ҡарағайҙарҙы ҡырҡырға, ботаҡтарын киҫеп, мейес тулғансы теҙеп һалырға кәрәк була. Мейес үҙе урындағы таштан төҙөлә. Уны ағас менән тултырғас, өҫтөн балсыҡ менән һылағандар, шулай иткәндә, яндырғанда һауа эскә инмәй. Һуңынан мейес аҫтына ут яҡҡандар.
Мейес аҙна буйы яныуын дауам итә. Һуңынан бер аҙна һыуына. Балсыҡ ҡабығын алып ташлағандан һуң, әҙер ағас күмерҙе ылауға тейәп, Айғыр тимер юл станцияһына алып китәләр.
Бөтә күмер шунда уҡ сығарылмай, ә станция тирәләй йыйыла. Күрәһең, мейестәрҙең үҙендә лә шул уҡ хәл булған. Борисов мейестәрендә лә, станция янында ла ағас күмер өйөмдәре һаҡланған[3].
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң күмергә ихтыяж кәмегәнлектән, мейестәр ҡулланылыуҙан туҡтай. Яйлап туҙа барып, 2000 йылдарҙа емерелә. Уларҙан тыш, тирә-яҡта Суховтар, Смирновтар һәм Красавиндар мейестәрен осратырға мөмкин була[1].
Янғындар һәм ҡотҡарыу эше
Үҙенең эҫе йәйе менән билдәле 2010 йылда Башҡортостандың бөтә биләмәһендә көслө янғындар була. Борисов мейестәре янындағы урман да яна, һәм унда ныҡ ҡурҡыныс була. Студенттар, эшселәр, утты ҡасабаға яҡын ебәрмәҫ өсөн, янып ятҡан урман биләмәһен уратып ҡаҙып сыға. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан саҡырылған ярҙам ғына хәлде ҡотҡара. Шуға ҡарамаҫтан, Борисов мейестәре тирәһендәге күмер яна. Күмер һаҡланған тәбиғи келәт биләмәһе ҙур булғандыр, сөнки бер йылдан һуң да күмер быҫҡыуын дауам итә.
Шул уҡ 2010 йылда яҡында йәшәгән баҡсасыларҙың береһе һаҡһыҙлығы арҡаһында янған күмергә баҫа һәм ер убылып ҡолай. Тәне бешеп, уны дауаханаға алып китәләр.
Ут ямғыр яуғанда ла, ҡар яуғанда ла сигенмәй. Хатта ҡыш та ер аҫтында быҫҡыған янғынды һүндерә алмай. 2011 йылда ла мейестәр тирәһендәге урмандағы ағастарҙың тамырҙары яна. Артабан улар ҡорой һәм ҡолай. Янғындан ҡалған көл яҡшы ашлама булғанлыҡтан, унда хәҙер бейек-бейек кесерткәндәр үҫә һәм эре-эре еләктәр өлгөрә[3].
Тергеҙеү
Тарихсы-реконструктор, шотланд клубы етәксеһе Андрей Трубников 2017 йылдан Борисов мейестәрен тергеҙеү менән шөғөлләнә[4]. Мейестәрҙең береһендә ул таш диуарҙы һәм серек ҡыйыҡты яңырта, эсендә тәртип урынлаштыра. Үҙәк мейес нигеҙендә был клуб ағзалары шотланд өйө төҙөй. Ҡамыш ҡыйыҡлы һәм иҫке шотланд мөхитендәге иҫ киткес күркәм ҡоролма килеп сыға. Эштәр тамамланғандан һуң бында шотланд мәҙәниәтен яратыусыларҙың йәйге съездарын үткәрә. Өй бикләнмәй: һәр кем унда ямғыр туҡтағанын көтөргә йәки төн үткәрергә урынлаша ала. Был урынды Урал урмандарындағы Шотландия мөйөшө йәки Сихырсы ҡарсыҡ өйҙәре тип тә йөрөтәләр.
«Борисов мейестәре — киләсәк быуындарға» проекты 2017 йылда ҡоролмаларҙың бер өлөшөн һүтеп, махсус техника үтә алһын өсөн боронғо стеналарҙан таш алып, һаҙлыҡлы юлға түшәгән Инйәрҙең урман ҡырҡыусылары беренсе һәм өсөнсө мейестәрҙең ҡалған өлөштәрен емергәндән һуң булдырыла. Ирекмәндәр тарихи иҫтәлекле урынды тергеҙә.
Проект 2018 йылда тормошҡа ашырыла башлай. 2021 йылдан алып күмер яндырған мейестәрҙе тергеҙеү һәм һаҡлау проекты «Борисов мейестәре. Яңы Тормош» тип атала һәм ҙурыраҡ проектҡа — «Иҫке Йорт» усадьбаһы" тәбиғи-тарихи паркына инә[5].
Айғыр ҡаяһына барыусыларҙың киңәйтелгән маршрутына Борисов мейестәре лә индерелгән.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Борисовы печи. Белорецкий историко-краеведческий музей. belormuseum.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 октябрь 2025.
- ↑ Борисовы печи на Айгире. Почему они Борисовы? kobanda.ru (4 ноябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 октябрь 2025.
- ↑ 1 2 Борисовы печи — описание, история, координаты, как добраться, фотографии. nashural.ru (2 апрель 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 октябрь 2025.
- ↑ В Башкирии варварски уничтожают старинные каменные строения 18 века — Борисовские печи. bashinform.ru (10 октябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 октябрь 2025.
- ↑ Борисовские печи-потомкам - волонтерский проект по восстановлению туристического объекта. borisov-pechi.orgs.biz. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 октябрь 2025.