Айғыр ҡаяһы
Айғыр ҡаяһы (рус. Айгирские скалы) — Башҡортостан Республикаһының Белорет районындағы тәбиғи ҡая массивы, төбәктең иҫтәлекле урындарының береһе. Ҡараташ һыртының төньяҡ өлөшөндә текә тешле ҡаялар. Көньяҡ Уралдың билдәле һәм күп кеше йөрөгән иҫтәлекле урындарының береһе булып тора. Ҡаялар Белорет ҡалаһынан 50 км һәм Айғыр ауылынан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан, уның исеме башҡорт телендәге «айғыр» һүҙенән килеп сыҡҡан.
Географик урыны
Айғыр ҡаяһы Кесе Инйәр йылғаһы үҙәненән 40 метрға тиклем күтәрелгән ярым түңәрәк формаһындағы ҡаяларҙан тора. Ҡая массивы Ҡараташ һырты составына инә. Диңгеҙ кимәленән уртаса бейеклеге 456 м[1]. Ҡая массивының иң сағыу өлөштәренең береһе «Шүрәле тештәре» булараҡ билдәле.
Һырттың иң бейек нөктәһе — Өфө түбәһе (диңгеҙ кимәленән 919,9 м)[2][3]. Ҡаялар башлыса Көньяҡ Уралға хас кварциттарҙан (рус.)баш. һәм ҡомташтарҙан тора. Ҡаялар 300 миллион йыл элек Урал океаны юҡҡа сығыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Миллион йылдар дауамында эрозия һәм тектоник процестар йоғонтоһонда ҡаялар формалашҡан[4].
Тәбиғәт үҙенсәлектәре
Айғыр ҡаяһының битләүҙәре ҡарағай һәм ҡайын өҫтөнлөк иткән ҡатнаш урмандар менән ҡапланған. Тау битләүендә, бигерәк тә ямғырҙан һуң иртәнге сәғәттәрҙә, ҡуйы томан күҙәтелә, был «болоттар өҫтөндә йөҙөү» эффектын тыуҙыра һәм был урынды таң атыуын күҙәтеү өсөн популяр итә. Ҡаялар тирәһендә урынлашҡан:
- «Бөркөт ҡаяһы» (Бөркөт ояһы) — күҙәтеү майҙансыҡтарының береһе;
- Борисов мейестәре — XIX быуат металлургтары мейесе һаҡланып ҡалған тарихи урын;
- «Айгөлдөң күҙ йәштәре» шарлауығы — Айгөл йылғаһындағы ҙур булмаған һикәлтәһендә тәбиғи һыу инеү урыны[5].
Исеменең килеп сығышы
Туристар һәм урындағы халыҡ ҡаяны яҡындағы Айғыр ауылы исеме буйынса Айғыр тип атай.
Атаманың килеп сығышы тураһында риүәйәт «Башҡорт халыҡ ижады» күп томлы баҫмаһында бирелгән:
Элек был Айғыр тауы һыртында гел йылҡы өйөрҙәре йөрөгән. Йылҡыларҙы өйөр башында йөрөгән бер айғыр көткән.
Бер заман был аҡланды уратып алған урманда янғын башланған. Тирә-яҡтан ялмап килгән ялҡындан ҡурҡып, өйөрҙәге аттар кешнәшеп-сырҡырашып бөтәһе бер юлы түбәндәге ярлауға табан эркелгәс, өйөр айғыры быларҙың юлына арҡыры төшөп, текә ярҙан йылғаға төшөрмәй сабып йөрөй башлаған, һәр атты был урман үткәүеленән берәм-берәм генә үткәреп ебәрәһең. Шулай итеп, бөтә өйөрҙө аръяҡ ярға сығарып бөтөүгә, бының үҙен ялҡын өтөп, тиреһе көйә башлағас ҡына һыуға һикереп төшкән. Тик йылғаны йөҙөп сығырлыҡ хәле ҡалмаған, айғыр шунда һыуға батып үлгән. Шуға күрә был тау үҙе лә, йылғаһы ла Айғыр исемен йөрөтә. Аҙаҡ бындағы станцияны ла ошо батыр Айғыр исеме менән атайҙар.
«Шүрәле тештәре» ҡаяһы исеме лә башҡорт риүәйәте персонажы менән бәйле. Риүәйәттә Шүрәле кеше ҡиәфәтендәге урмандың мистик рухы, оҙон ҡолаҡлы бейек булмаған бер мөгөҙлө йән эйәһе итер һүрәтләнә. Ҡаялар ысынлап та урман ағастарынан 40 метрға бейегерәк, улар әкиәттәге йән эйәһенең үткер тештәрен хәтерләтә[5].
Туризм
Айғыр ҡаялары йәйәүле туризм һөйөүселәр өсөн иң популяр маршруттарҙың береһе. Ҡаяға менеү 1 сәғәттән 1,5 сәғәткә тиклем ваҡытты ала. Маршрутты балалар ҙа, оло йәштәгеләр ҙә үтә ала, тик юлдың аҙағындағы ҙур таш өйөмдәре маршрутты бер аҙ ҡатмарлыштыра.
- Төп маршруттар
- Стандарт маршрут: «Айғыр» станцияһы → Бөркөт ҡаялары (3 км, ~1,5 сәғәт).
- Киңәйтелгән маршрут: «Айгөлдөң күҙ йәштәре» шарлауығы → Борисов мейестәре → «Өфө» түбәһе → Бөркөт ҡаялары (түңәрәк маршрут, ~15 км, ~7 сәғәт).
- Таңды ҡаршылау: тарлауыҡтағы томанды күҙәтеү өсөн ауылдан иртәнге сәғәт 4-тә сыға.
- Нисек барырға
- Электричкала: Өфөнән «Айғыр» станцияһына тиклем (Өфө-Белорет поезы, ~3,5 сәғәт).
- Автомобилдә: Инйәр ауылына тиклем (Өфөнән 170 км алыҫлыҡта), һуңынан «Кукушка» урындағы электричкала «Айғыр» станцияһына тиклем.
- Внедорожникта: Риүәт йылғаһы буйлап туранан-тура Айғыр ауылына тиклем барырға мөмкин[6][5].
2025 йылға ҡарата, территорияға инеү бушлай. Әммә Айғыр ҡаяларын 2026 йылдан түләүле инеү мөмкинлеге менән айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе составына индереү планлаштырыла[7].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Топографическая карта Айгир, высота, рельеф. Топографические карты. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2026.
- ↑ Карты листа N-40 (Уфа) / Карты масштаба 1:200000 (двухкилометровки) / Лист N-40-16, Инзер. Топографические карты Генштаба. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ғинуар 2026.
- ↑ Пик Уфа. OpenStreetMap. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2026.
- ↑ Слезы скалы точат: как встретить рассвет на одной из популярных горных вершин Башкирии. Уфа1.ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2025.
- ↑ 1 2 3 Айгирские скалы. Большая страна. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2025.
- ↑ Айгирские скалы: как встретить рассвет и что делать на одной из популярных горных вершин Башкирии. Уфа1.ру (2 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2026.
- ↑ Альфия Мингалиева. Айғыр ҡаяһына менеү... түләүле... (башҡ.). Башҡортостан (21 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2025.
Әҙәбиәт
- Башҡорт халыҡ ижады: Риүәйәттәр, легендалар. (баш.). — Өфө: Китап, 1997. — Т. 2. — 440 с. — ISBN 5-295-01393-6.