Исмәғилев Фәйзрахман Абдрахман улы
Фәйзрахман Абдрахман улы Исмәғилев | |
---|---|
Тыуған көнө | 24 март 1955 (69 йәш) |
Тыуған урыны | Башҡорт АССР-ы Белорет районы Йөйәк ауылы |
Гражданлығы | СССР → Рәсәй Федерацияһы |
Жанр | пейзаж, портрет, тарих |
Уҡыу йорто | Өфө дәүләт сәнғәт институты |
Маҡтаулы исемдәре | Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1997) |
Премиялары |
Исмәғилев Фәйзрахман Абдрахман улы (24 март 1955 йыл) — рәссам, 1986 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1997) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2004).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фәйзрахман Абдрахман улы Исмәғилев 1955 йылдың 24 мартында БАССР-ҙың Белорет районы Йөйәк ауылында тыуған.
1978 йылда Өфө сәнғәт институтын (уҡытыусыһы Р. М. Нурмөхәмәтов) тамамлай. Репин исемендәге Санкт-Петербург дәүләт академия институтында стажировка үтә.
1980 йылдан Өфөнөң 2-се педагогия колледжында эшләй, 1983—1986 йылдарҙа — Башҡортостан ижади-производство комбинатында рәссам, 1993 йылдан — Өфө дәүләт сәнғәт академияһында уҡытыусы, 2003 йылдан М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры. 1995 йылдан «Артыш» ижади берекмә ағзаһы.
Рәссамдың эштәре Третьяков галереяһында, М. В. Нестеров ис. БДХМ (Өфө), «Academia» (Өфө, УГАЭС), Белорет, Нефтекама картиналар галереяһында, А. Мөбәрәков музей-йортонда, шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.
Эштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Ауыл хыялыйы» (1980), «Таң» (1983), «Өйөрөлмәк» (1989), «Толпар» (1991), «Алпамыша», «Ҡыҙылташ» (1992), «1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорттар» (1998—2004), «Салауат тураһында иртәк» (2003—2004; соавторы И. И.Ғаянов), «Ҡанатлы ат», «Ҡолап барыусы Толпар», «Сен-Жермен майҙанында таң», «Александр I батшаның башҡорттарға мөрәжәғәте», «Йылға янында».
Күргәҙмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Исмәғилев Фәйзрахман Абдрахман улы — 1974 йылдан художество, 2006 йылдан халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.
Шәхси күргәҙмәләре Өфөлә (1987, 1993, 2005, 2006), Белоретта (1990, 1997), Стәрлетамаҡта (2006).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1997).
- Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2004) — «1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорттар», «Салауат Юлаев» хеҙмәттәре өсөн.
Уның тураһында ваҡытлы матбуғат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шәйбәков Р. Беҙҙең ғорурлыҡ. «Урал» гәзите, 2016, 30 октябрь[1].
- Алим Фаизов. Файзрахман Исмагилов — яркий приверженец правды в искусстве (К 60-летию живописца). Информационное агентство «Башинформ», 24 марта 2015 года[2] (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2020)</ref>.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ «Урал» гәзите, 2016, 30 октябрь 2017 йылдың 22 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 3 март 2017)
- ↑ ИА «Башинформ», 24 марта 2015 года (рус.)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡорт энциклопедияһы — Исмәғилев Фәйзрахман Абдрахман улы 2020 йылдың 12 август көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2020)
- http://www.shrb.ru/painting/ismagilov_fa.htm
- http://artageless.com/about-fayzrahman-ismagilov-northern-cupids-161
- http://halloart.ru/showthread.php?t=1746
- 24 мартта тыуғандар
- 1955 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Белорет районында тыуғандар
- Йөйәктә тыуғандар
- Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары
- РУВИКИ:Статьи о художниках без портретов
- РУВИКИ:Статьи о художниках без иллюстраций на Викискладе
- Алфавит буйынса рәссамдар
- Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаусылар
- Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусылары
- Башҡортостан рәссамдары
- СССР рәссамдары