Хәмзин Ғәли Ғәббәс улы

Ғәли Ғәббәс улы Хәмзин (рус. Гали Габбасович Хамзин; 1950 йылдың 12 июне, Ҡоҙғон-Әхмәр, Башҡорт АССР-ы2009 йылдың 15 ноябре[1][2]) — совет башҡорт йырсыһы. Башҡортостандың халыҡ (1988) һәм атҡаҙанған (1986) артисы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты[3]. АҠШ-тың Миннесота штаты Миннеаполис ҡалаһының Почётлы гражданы[4]. 25 йыл дауамында «Йәдкәр» фольклор төркөмөнөң етәксеһе[5].

Биографияһы

1950 йылдың 12 июнендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында тыуған[1].

Сермән урта мәктәбен тамамлағандан һуң Белорет һөнәри-техник училищеһында уҡый, армияла хеҙмәт итә. Тыуған яғына ҡайтҡас, шофёр булып эшләй, артабан колхоздың ВЛКСМ комитетының азат ителгән секретары итеп һайлана[3].

1981 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал бүлеген тамамлап, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы эргәһендәге «Йәдкәр» фольклор ансамбленең солист-вокалисы була.

Ғәли Хәмзин Башҡортостандың музыкаль сәнғәтен сит илдәрҙә — Дания, Испания, Швеция, Австралия, Канада, АҠШ һәм башҡа ерҙәрҙә лайыҡлы күрһәтә. Уның ижади ҡаҙаныштары башҡорт музыкаль сәнғәтенең донъяла танылыуына ҙур өлөш индерә.

АҠШ-тың Миннесота штаты Миннеаполис ҡалаһы халҡы уны ҡаланың Почётлы гражданы итеп һайлай.

2010 йылдың 15 ноябрендә Өфөлә вафат була, тыуған ауылы Ҡоҙғон-Әхмәрҙә ерләнгән[1].

undefined

Ижады

Йырсы репертуарының нигеҙен башҡорт халыҡ йырҙары тәшкил итә: «Арғужа», «Зәйнулла», «Ҡаһым түрә», «Любизар», «Сибай», «Тафтиләү», «Уралым», «Хәйруллаҡай» һәм «Йүрүҙән», шулай уҡ Башҡортостан композиторҙарының әҫәрҙәре[1].

1985 йылда «Мелодия» бөтә союз фирмаһы тарафынан йырсы яҙмалары менән «Башҡорт халыҡ йырҙары» винил пластинкаһы (миньон) сығарыла.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Ғаиләһе

  • Улы — Айҙар Хәмзин. Музыкант, композитор[6];
  • Ҡустыһы — Хәлил Хәмзин. Музыкант. Ленин Өфөләге йорт-музейы директоры[7].

Хәтер

  • Белорет ҡалаһының һәм Белорет районының Почётлы гражданы (вафатынан һуң, 2010 йылдың 5 октябрендәге 243-сө ҡарар[8]).
  • 2025 йылдың ноябренән башлап йырсының тыуған ауылы Ҡоҙғон-Әхмәрҙә Ғәли Хәмзин исемендәге Республика вокалистар конкурсы уҙа[9][10].
  • 2020 йылда йырсының тыуыуына 70 йыл тулғанда уның баласаҡ дуҫтары, туғандары тормошона һәм ижадына арналған китап сығара[11].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 Г. А. Ишкинина. / Хәмзин Ғәли Ғәббәс улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. 1 2 Умер народный артист РБ Гали Хамзин — башинформ.рф — Новости новой Башкирии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2012. Архивировано 17 ноябрь 2009 года.
  3. 1 2 Гали Хамзин | История и Культура Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2026. Архивировано 19 апрель 2013 года.
  4. Таланты Башкирии: известные на весь мир уроженцы республики. 2 апрель 2026 тикшерелгән.
  5. Прямые трансляции: смотреть онлайн и бесплатно трансляции и записи концертов, лекций, фестивалей в разделе «Культурный стриминг». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2026.
  6. Айдар Хамзин: «Борюсь за свое право заниматься музыкой». bashinform.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июль 2026.
  7. Самовар" 11 ноября: у уфимского Дома-музея Ленина новый директор: что нового ждать? gtrkrb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июль 2026.
  8. О присвоении звания «Почетный гражданин Белорецкого района и города Белорецк». bashkor-gov.ru (5 октябрь 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2026.
  9. В Белорецком районе пройдёт I Республиканский конкурс вокалистов имени Гали Хамзина. beloreck-tv.ru (4 ноябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2026.
  10. В Белорецке почтили память народного артиста Башкортостана Гали Хамзина. kulturarb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2026.
  11. В Уфе вышла книга, посвященная певцу Гали Хамзину. resbash.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июль 2026.

Әҙәбиәт

Тема буйынса өҫтәмә