Старцев Михаил Гаврилович
| Викидата элементы тултырылмаған |
Старцев Михаил Гаврилович (16 ноябрь 1938 йыл — 5 декабрь), инженер-төҙөүсе. БАССР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1981), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙүсеһе (1995), Рәсәй Федерацияһының почетлы төҙөүсеһе (1998). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1992).
Биографияһы
Михаил Гаврилович Старцев 1938 йылдың 16 ноябрендә Бөрө ҡалаһында тыуа. Өфө юл техникумын тамамлағандан һәм армияла хеҙмәт иткәндән һуң «Башнефтезаводстрой»-ҙың 2-се һанлы төҙөлөш идаралығында мастер булып эш башлай. Уның бөтә артабанғы тормошо ошо киң билдәле төҙөлөш ойошмаһы менән бәйле була[1]. Өфө дәүләт нефть институтын 1983 йылда тамамлаған.
1962 йылдан алып «Башнефтезаводстрой» ААЙ‑нда: 1967 йылдан — прораб, 1972 йылдан — баш инженер, 1974 йылдан — 2‑се төҙөлөш идаралығында начальнигы, 1981 йылдан алып — идарасы урынбаҫары, 1986 йылдан — идарасы, 1989 йылдан — начальнигы, 1993 йылдан алып президент, 1996 йылдан башлап — генераль директор.
Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң, 1999 йылдан алып, Михаил Старцев — Башҡортостан Республикаһының Сауҙа — сәнәғәт палатаһы рәйесе, 34 йыл дауамында көс түккән ойошмаһы менән бик әүҙем хеҙмәттәшлек итә, бай тәжрибәһен йәш төҙөүселәргә өләшә[1]. 2001 йылдан — идара рәйесе советнигы; 2002 йылдан — «10-сы төҙөлөш‑монтаж компанияһы» ЯСЙ-нда директор урынбаҫары, 2008—2011 йылдарҙа — директор.
М. Г. Старцев етәкселегендә республика сәнәғәт һәм социаль-мәҙәни тәғәйенләнешле объекттары, шул иҫәптән «Башҡортостан» сауҙа үҙәге, Башҡортостан Республикаһы профсоюздары Федерацияһы Советы бинаһы, Өфөнөң 18-се ҡала дауаханаһы корпусы, Төньяҡ автовокзал, Салауат Юлаев музейы һәм башҡалар төҙөлә[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары
- БАССР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1981)
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙүсеһе (1995)
- Рәсәй Федерацияһының почетлы төҙөүсеһе (1998).
- Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1992).
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1986)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1976)
- Салауат Юлаев ордены (2008)
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 [1] 2018 йылдың 5 июль көнөндә архивланған.
- ↑ СТАРЦЕВ Михаил Гаврилович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
- [2] 2018 йылдың 5 июль көнөндә архивланған. Скончался прославленный строитель Башкортостана Михаил Старцев
- [3]
- [4] Старцев Михаил Гаврилович — биография
- СТАРЦЕВ Михаил Гаврилович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.