Давыденко Андрей Владимирович

Андрей Владимирович Давыденко (1971 йылдың 18 майы, Өфө) — Рәсәй архитекторы. 2005 йылдан «Архпроект» ижади-архитектура фирмаһы ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең оҫтахана начальнигы, 2010 йылдан — генераль директоры. 1999 йылдан Башҡортостан Республикаһының Архитекторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2000).

Биографияһы

1971 йылдың 18 майында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) баш ҡалаһы Өфөлә тыуған[1].

1995 йылда Өфө дәүләт нефть техник университетын (ӨДНТУ) «төҙөүсе-инженер» һөнәре буйынса «архитектор» квалификацияһы алып тамамлай[2].

1995 йылдан — «Архпроект» ЯCЙ архитекторы, 2005 йылдан алып — оҫтахана начальнигы, 2010 йылдан — «Архпроект» ижади архитектура фирмаһы генераль директоры[1][3].

Һөнәри эшмәкәрлеге

1995—2000 йылдарҙа Өфөләге Үрге сауҙа майҙанын һәм Каруанһарай бинаһын реконструкциялауҙа (рус.)баш. ҡатнаша (автотуҡталҡа һәм фонтан, Сауҙа рәттәренең «Б» блогын, административ бинаны, майҙан эргәһендәге В. И. Ленин исемендәге һәм Театр скверҙарын реконструкциялау проекттары)[1].

30-ҙан ашыу проект, шул иҫәптән «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы клубы бинаһын реконструкциялау проекты (2004, авторҙаш), Милли банктың инеү урыны, баҫҡыстарының дизайн-проекты (1999) һәм башҡалар авторы[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы;
  • Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2000);
  • «Төҙөү сәнғәте» («Зодчество») Рәсәй фестивале Мәскәү) лауреаты (2000);
  • «Төҙөү сәнғәте» («Зодчество») халыҡ ара архитекторҙар фестивале лауреаты (2002);
  • Республика йәш архитекторҙар ижады смотр-күргәҙмәһе (2003, Өфө) дипломанты.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 А. В. Лебедева. Давыденко Андрей Владимирович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (18 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 апрель 2026. (баш.)
  2. Выдающиеся выпускники. Давыденко Андрей Владимирович — директор ТАФ «Архпроект». Официальный сайт УГНТУ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 апрель 2026. (рус.)
  3. Творческая архитектурная фирма «Архпроект». Генеральный директор Давыденко Андрей Владимирович. ООО ТАФ «Архпроект» СА РБ. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 апрель 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Нефёдова Т. И. Гостиный двор в Уфе: Эссе. Уфа, 1999.