Голдобина Светлана Борисовна

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте

Голдобина Светлана Борисовна (21 февраль 1953, Горький ҡалаһы (хәҙер Түбәнге Новгород), архитектор. БАССР-ҙың архитекторҙар союзы ағзаһы (1985). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2000) лауреаты — «Архпроект» ижади-архитектура фирмаһы ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең хеҙмәткәрҙәре, Өфө ҡалаһындағы «Ҡунаҡһарай» сауҙа-эш комплексын үҙгәртеп ҡороу проекты өсөн.

1976 йылда В. П. Чкалов исемендәге Горький инженерлыҡ-төҙөлөш инcтитутын тамамлай.

«Башкиргражданпроект» институтында архитектор булып хеҙмәт итә.

1990 йылдан алып С. А. Голдобиндың «Архпроект» ЯCЙ оҫтаханаһының төп архитекторы, 2005 йылдан — начальник урынбаҫары.

«Восток» банкыһы бинаһы (1990), «Башкирэнерго» ААЙ-ның административ корпусы (19992001), Өфө дәүләт нефть техник университетының 9-сы уҡыу корпусы (2003), Үрге Сауҙа майҙанын һәм Каруанһарай бинаһын (19952000), Өфөлә торлаҡ йорттарҙы (1980-се йылдарҙың 2-се яртыһынан алып; бөтәһе лә — авторҙашлыҡта) үҙғәртеп ҡороу проекттарын һәм башҡаларҙы эшләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]