Готман Альфред Леонидович
Альфред Леонидович Готман (рус. Готман Альфред Леонидович; 1947 йылдың 2 октябре, Томск ҡалаһы) — совет һәм Рәсәй геотехника һәм грунттар механикаһы өлкәһе белгесе, Н. М. Герсеванов исемендәге НИИОСП баш белгесе, MARKS GROUP эксперт-аналитик бүлеге начальнигы, РУТ (МИИТ) профессоры, техник фәндәр докторы (1996), профессор (2008), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2025), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, Рәсәйҙең почетлы төҙөүсеһе, Грунттар механикаһы, геотехника һәм нигеҙҙәр төҙөү буйынса Рәсәй йәмғиәтенең (РОМГГиФ) вице-президенты, Халыҡ-ара геосинтетик йәмғиәт (IGS) ағзаһы, Халыҡ-ара грунттар механикаһы һәм геотехника йәмғиәтенең (ISSMGE) ТС-212 «Тәрән нигеҙҙәр» техник комитеты ағзаһы[1][2][3][4][5][6][7][8].
Биографияһы
1976 йылда Өфө нефть институтын «Сәнәғәт һәм граждандар төҙөлөшө» һөнәре буйынса тамамлап «Инженер-төҙөүсе» квалификацияһы алған[3][5].
1982 йылда «Несущая способность набивных свай в выштампованном основании» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған[9].
1995 йылда «Безростверковые свайные фундаменты промышленных зданий и сооружений и общая методология их расчёта» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлаған[4].
2008 йылда профессор ғилми исеме бирелгән[5].
1972 йылдан БашНИИстройҙа эшләй: өлкән техник, ҡаҙаҡлы нигеҙҙәрҙе өйрәнеү лабораторияһы мөдире, 1983 йылдан — нигеҙҙәр һәм фундаменттар фәнни-тикшеренү бүлеге мөдире. 1993 йылдан — бүлек мөдире, 2003 йылдан — фән буйынса директор урынбаҫары — баш инженер[5].
2016 йылдан — Н. М. Герсеванов исемендәге НИИОСП баш белгесе[1][5]. 2017 йылдан — Рәсәй транспорт университетының (РУТ — МИИТ) «Төҙөү конструкциялары, биналар һәм ҡоролмалар» кафедраһы профессоры, MARKS GROUP эксперт-аналитик бүлеге начальнигы (2025 йылдың мартынан)[2].
Фәнни эшмәкәрлеге
Фәнни ҡыҙыҡһыныу өлкәһе: ҡаҙаҡтарҙың һәм ҡаҙаҡлы нигеҙҙәрҙең вертикаль һәм горизонталь йөктәргә эшләүен эксперименталь-теоретик өйрәнеү, шул иҫәптән оползеньға ҡаршы ҡоролмаларҙы. Фән йүнәлеше: ҡаҙаҡлы нигеҙҙәрҙең яңы конструктив ҡарарҙарын, шулай уҡ ер аҫты ҡоролмаларын эшләү; карстланған территорияларҙа нигеҙҙәр төҙөү; статик зондлау мәғлүмәттәрен ҡулланып, стандарт булмаған ҡаҙаҡ конструкцияларын вертикаль һәм горизонталь йөккә иҫәпләү ысулдарын эксперименталь һәм теоретик өйрәнеү.
РААСН-дың грунттар механикаһы, нигеҙҙәр, фундаменттар, геотехника һәм инженер-геологик һәм инженер-экологик тикшеренеүҙәр буйынса фәнни советы ағзаһы. Халыҡ-ара грунттар механикаһы һәм геотехника йәмғиәтендә (ISSMGE) һәм Халыҡ-ара геосинтетик йәмғиәте (IGS) ағзаһы[8]..
11 авторлыҡ таныҡлығы һәм уйлап табыу патенты бар. 280-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 5 монография авторы. А. Л. Готман етәкселегендә 6 кандидатлыҡ һәм 2 докторлыҡ диссертацияһы яҡланған[2][8].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- 1997 — «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе» почётлы исеме
- 2007 — «Рәсәйҙең почетлы төҙөүсеһе» почётлы исеме
- 2008 — Салауат Юлаев исемендәге Башҡортостан Республикаһы дәүләт премияһы — «Башҡортостан Республикаһы Конгресс-холлы» күп функциялы бинаһын проектлау өсөн
- 2025 — «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» почётлы исеме[6]..
Указдан: Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура әҫәрҙәре өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияларын бирергә:
Киокадзу Араиға, Кито ҡалаһының Сейка университеты профессоры (Япония), Готман Альфред Леонидовичҡа, фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары — дәүләт унитар предприятиеһы Институт «Башниистрой»-ҙың баш инженеры, техник фәндәр докторы; Ҡаранаев Марат Закир улына, дәүләт унитар предприятиеһы Институт «БашНИИстрой»-ҙың төҙөлөш конструкциялары бүлеге мөдире; Муллағилдин Ришат Усман улына, «РАУМ Арчитэкс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте президенты — «Башҡортостан Республикаһының Конгресс-холлы» күп функциялы бинаһын проектлау өсөн[10].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Заслуженный деятель науки Российской Федерации. НИИОСП им. Н. М. Герсеванова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 Звания «Заслуженный деятель науки Российской Федерации» удостоен начальник экспертно-аналитического отдела MARKS GROUP. АСН-инфо. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
- ↑ 1 2 Готман Альфред Леонидович. РУТ (МИИТ). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
- ↑ 1 2 Готман, Альфред Леонидович — Безростверковые свайные фундаменты промышленных зданий и сооружений и общая методология их расчета: диссертация… доктора технических наук: 05.23.02. РГБ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 Готман Альфред Леонидович. Башкирская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
- ↑ 1 2 Указ Президента Российской Федерации от 03.03.2025 № 112. Kremlin.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
- ↑ Альфред Готман. Форум 100+. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 Альфред Леонидович Готман удостоен звания «Заслуженный деятель науки РФ». StroyOrbita. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
- ↑ Альфред Леонидович Готман. Несущая способность набивных свай в выштампованном основании: диссертация… кандидата технических наук: 05.23.02. — Москва, 1982.
- ↑ Официальная публикация в СМИ: «Республика Башкортостан», № 189 (26673), 30.09.2008, «Ведомости Государственного Собрания — Курултая, Президента и Правительства Республики Башкортостан», 05.11.2008, № 21 (291), ст. 1240