Ирәкташ
Ирәктәш (рус. Инзерские зубчатки) — Көньяҡ Уралда Башҡортостан Республикаһының Белорет районындағы Тау һырты. Оло Инйәр һәм Тирлән йылғалары араһында, Тирлән ҡасабаһынан көнбайышҡа табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Һырт төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа табан яҡынса 8—10 км һуҙылған һәм Көньяҡ Уралдың иң матур тәбиғи иҫтәлекле урындарының береһе булып тора.
Атамаһы
Башҡортса атамаһы — Ирәкташ — ирәк һүҙенән барлыҡҡа килгән. Ирәк — киртләс, ырғаҡ һымаҡ тигән мәғәнәгә эйә. Тире тарттыра торған ҡулайлама ла шулай атала. Урыҫса атамаһын — Инзерские зубчатки — туристар Инйәр йылғаһы исеменән тештәр кеүек тырпайып торған ҡаяларына ҡарап биргән.
Революция алдынан, власть һәм рәсми сиркәү тарафынан эҙәрлекләнгән Малашихинный старообрядсылары ошо урындарҙа йәшеренгән. Шул ваҡыттан алып Малашихини Кели, Ближние Кели, Дальние Кели исемдәре тороп ҡаған. 50-се йылдарҙа Миһеле кордоны урынында 27 йорттан торған ағас ҡырҡыусылар ауылы булған. Бында ағас ағыҙыу ойошторолған[1].
География һәм геологияһы
Һырттың оҙонлоғо — 10 км, киңлеге төньяҡ өлөшөндә яҡынса 2 км һәм көньяғында 3 км тиклем тәшкил итә, абсолют бейеклеге — 1161 м. Иң бейек нөктәһе — диңгеҙ кимәленән 1161 м бейеклектәге Маяҡ тауы. Рельефы ҡатмарлы, таш йылғалар һәм ҡаялар менән бүлгеләнгән. Һыртта таш һындар (рус.)баш. кеүек осло ҡая ҡалдыҡтары айырылып тора, атамаһы ла шуға бәйле.
Ирәкташ урта рифейҙың егәлгә свитаһы кварциттарынан һәм кварцит-ҡомташтарынан тора, уларҙың йәше йөҙҙәрсә миллион йылға етә. Ҡаты тоҡомдарҙың тигеҙ булмаған ашалыу һөҙөмтәһендә ҡаялар һәм таш йылғалар барлыҡҡа килгән. 150 метрға яҡын тәрәнлектәге билән менән бүленгән көньяҡ‑көнсығыш һәм көньяҡ-көнбайыш, төньяҡ өлөштәрҙән тора. Тау битләүҙәре ауышлыға 25—30° (сағыштырмаса тигеҙ), көньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә ауышлығы 70° ашыу (текә)[2].
Һырттың төньяҡ өлөшө туристар араһында популяр.
Тәбиғәте
Тау битләүҙәре ландшафттарҙың бейеклек буйынса зоналашыуын күрһәтә: итәгендә шыршы-йүкә һәм ҡатнаш урмандар һирәк урмандарға, субальп яландарына һәм тау тундраһына алышына. Көҙ көнө ылыҫлы йәшеллек һары һәм ҡыҙыл япраҡтар менән алмашынып торған тау битләүҙәре айырыуса матур була. Хайуандар донъяһы Көньяҡ Уралға хас төрҙәр менән бирелгән: мышы, ҡабан, айыу, һеләүһен, бүре, төлкө, ҡуян, шулай уҡ күп һанлы ҡоштар һәм һөйрәлеүселәр тереклек итә. Урмандарҙа ағыулы йыландар ҙа осрай[1].
Иҫтәлекле урындары
Һырттың иң билдәле объекттары араһында:
- Тау циркы: бейеклеге 30—35 м тиклем булған ҡаялар төркөмө, улар сәйер формалар ҡулсаһын барлыҡҡа килтерә. Улар фантастик декорацияларҙы хәтерләтә, шуға күрә урынды йыш ҡына «Аватар» фильмы (рус.)баш. кадрҙары менән сағыштыралар.
- Күҙәтеү майҙансығы: диуарҙың төньяғында ҡая, унан тешле тау һыртына һәм тирә-яҡ тауҙарға панорама күренештәре асыла.
- Өс баһадир: формаһы буйынса яугир фигураларын хәтерләткән ҡаялар төркөмө.
- Киң һибелгән таштар: Көньяҡ Уралда иң әһәмиәтле таш йылғаларының береһе.
Ирәкташтан Ямантау (1640 м) һәм Ирәмәл (1582 м) тауҙарын күрергә мөмкин[1].
Ирәкташ ҡаяһы
|
Риүәйәттәр һәм альтернатив тарих
Ямантауҙы башҡорттар «насар тау» тип иҫәпләй. Ә Ирәмәл тауын улар киреһенсә изге тип һанай. Ирәкташ тап ошо тауҙар араһында яҡшылыҡ менән яуызлыҡты айырып тороусы, улар араһындағы тигеҙлекте һаҡлап ҡалырға ярҙам итеүсе таш диуар[1].
Ҡаяларҙың текә булыуы, бер-береһе өҫтөнә һалынған блоктарҙан төҙөлгән булыуы һәм квадрат, тура мөйөш, түңәрәк периметрҙары буйлап урынлашыуы альтернатив тарихсыларҙа (рус.)баш. бында боронғо цивилизация булған тигән фекерҙәр тыуҙыра. Әммә рәсми фән ҡаялар тәбиғи геологик процесстар юлы менән барлыҡҡа килгән тип аңалта[1][3][2].
Туристар өсөн
Ҡая һыртына экскурсия менән дә, үҙ аллы ла барырғамөмкин. Ҡаяға маршрут Тирлән ҡасабаһы һәм Миһеле кордоны аша үтә, артабан йылға аша сығырға кәрәк. Походтар өсөн иң яҡшы ваҡыт — йәй һәм көҙ башы (август—октябрь). Яҙын ташҡын һыртҡа инеүҙе ауырлаштыра, ә ҡышҡыһын саңғыла йәки ҡаргиҙәрҙә генә барып етергә мөмкин.
Өфөлә турагентлыҡтар внедорожниктарҙа ҡаяға тиклем экскурсиялар ойоштора[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Лариса Федосеева. Всё про горный хребет Инзерские зубчатки на Южном Урале. TravelAsk. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 декабрь 2025.
- ↑ 1 2 3 Инзерские зубчатки. Туристер. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 декабрь 2025.
- ↑ Инзерские зубчатки Башкирия, Как и на чем добраться? Банное путеводитель. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 декабрь 2025.
Һылтанмалар
- И.М.Япаров Тәрж. И.М.Япаров. Инйәр тештәре (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда (17 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 декабрь 2025.
- Инзерские зубчатки — эффектная достопримечательность Башкортостана