Биғлов Йыһандар Ирғәле улы

Биғлов Йыһандар Ирғәле улы (18 декабрь 1918 йыл — 28 ноябрь 2001 йыл) — математик-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1946—1986 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1972—1982 йылдарҙа математика факультеты деканы. Физикаматематика фәндәре кандидаты (1955). Ҡыҙыл Байраҡ (1945) һәм ике I дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985) ордены кавалеры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының өс Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе.

Биографияһы

Йыһандар Ирғәле улы Биғлов 1918 йылдың 18 декабрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Благовар районы) Иҫке Абзан ауылында тыуған. Күсәрбай мәктәбендә ете класс белем ала. Артабан Өфөлә рабфакта уҡый[1].

1941 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлай. Яҡшы уҡыуы һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Башҡортостанда беренсе Сталин стипендиаты була. Юғары белем алғандан һуң, институттың математика кафедраһында эшкә ҡалдырыла[1].

Бөйөк Ватан һуғышында башынан аҙағына тиклем ҡатнаша, төрлө хәрби вазифалар биләй: рота батальоны командирының сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары, рота парторгы, дивизияның сәйәси бүлек начальнигының комсомол эше буйынса урынбаҫары[1].

1946 йылда демобилизациянан һуң, педагогия институтының математик анализ кафедраһында ассистент булып эшләй башлай. Мәскәүҙә билдәле профессор М. А. Наймарк етәкселегендә аспирантурала уҡый һәм 1955 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Артабан 1986 йылға тиклем Башҡорт дәүләт университетының анализ һәм дифференциаль тигеҙләмәләр кафедраһында уҡытыусы, һуңынан доцент булып эшләй. 1956—1962 йылдарҙа — математик анализ кафедраһы мөдире. 1972 йылда математика факультеты асылғас, декан итеп тәғәйенләнә һәм был вазифаны 1982 йылғаса башҡара [1].

Ғалим 2001 йылдың 28 ноябрендә Өфөлә вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге

Фәнни хеҙмәттәре дифференциаль операторҙарҙы өйрәнеүгә арналған, улар республикала математика үҫешенә ныҡлап булышлыҡ итә. 20-гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Төп ғилми хеҙмәте

  • Разложение по собственным функциям систем дифференциальных уравнений II порядка //Доклады Академии наук СССР. 1957. Т.112. № 5.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1945)
  • Ике I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945, 1985)
  • «Фашистик Германияны еңгән өсөн» миҙалы
  • «Будапештты алған өсөн» миҙалы
  • «Сталинградты азат иткән өсөн» миҙалы
  • БАССР Юғары Советы Президиумының өс Почет грамотаһы

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Биглов Зигандар Иргалиевич 2019 йылдың 17 ноябрь көнөндә архивланған.

Һылтанмалар