Бәхтиева Алһыу Исмәғил ҡыҙы

Алһыу Исмәғил ҡыҙы Бәхтиева (рус. Алсу Исмагиловна Бахтиева; 1970 йылдың 26 июле, Үрге Таулыҡай, Башҡорт АССР-ы) — театр артисы, йырсы. 1993 йылдан Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры, 2000 йылдан — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (2004) һәм халыҡ (2021) артисы.

Биографияһы

Бәхтиева Алһыу Исмәғил ҡыҙы 1970 йылдың 26 июлендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Үрге Таулыҡай ауылында ишле ғаиләлә алтынсы бала булып тыуған. Һигеҙ кластан һуң, Сибай педагогия училищеһында уҡый, 1989 йылда уны тамамлап, «башланғыс кластар уҡытыусыһы» һөнәрен ала[1].

Шул уҡ йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына уҡырға инә. Ошо уҡ ваҡытта «Каруанһарай» фольклор-эстрада төркөмөндә үҙенең йырсы карьераһын башлай.

1993 йылда институтты ҡыҙыл диплом менән тамамлай һәм юллама менән Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрына эшкә ебәрелә.

2000 йылдан — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актёры[2].

Сәхнәлә уйнаған ролдәре менән билдәлелек ала, шулай уҡ халыҡ араһында йырсы булараҡ та таныла. 2004 йылда Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған, 2021 йылда — халыҡ артисы исемдәренә лайыҡ була[3], йырсыларҙың төрлө кимәл ижади конкурстары (рус.)баш. һәм фестивалдәре лауреаты һәм дипломанты.

Рәсәй төбәктәрендә, Ҡытайҙа һәм Төркиәлә гастролдәрҙә (рус.)баш. була[1].

Ижади эшмәкәрлеге

Сибай театрында башҡарған төп ролдәре

Академия театрындағы төп ролдәре

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2004)
  • Башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың «Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара фестивале лауреаты (рус.)баш. (Нефтекама, 1992, 1998)
  • Төрки телле йәштәрҙең Урал моңо халыҡ-ара музыкаль ижад фестиваль-конкурсы лауреаты (Өфө, 1992)
  • Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың Ирәндек моңдары республика конкурсы лауреаты (Сибай, 1998)
  • «Актёр йыры» республика фестиваль-конкурсы дипломанты (Өфө, 1998)

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Баймакская энциклопедия / И. Х. Ситдиков. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — С. 132, 133. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-084-5. (Тикшерелеү көнө: 5 февраль 2026) (рус.)
  2. 1 2 Бәхтиева Алһыу Исмәғил ҡыҙы (башҡ.). М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры. Рәсми сайт.. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2026. (баш.)
  3. Азат Гиззатуллин. Радий Хабиров наградил работников культуры и искусства Башкортостана. ИА «Башинформ» (19 март 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2026. (рус.)

Һылтанмалар

Видеояҙмалар