Мирзаянов Вил Солтан улы
Мирзаянов Вил Солтан улы (рус. Мирзаянов Вил Султанович; 1935 йылдың 9 марты, Иҫке Кәңгеш, Башҡорт АССР-ы) — ғалим-химик һәм татар милләтсеһе. Химия фәндәре докторы.
1992 йылда мирзаяновты дәүләт серен асыуҙа ғәйепләнә, әммә 1994 йылда эш ябыла, Ә Вил Мирзаянов АҠШ-Тың Принстон ҡалаһына күсеп китә[1][2]. Пристонда АҠШ ихтыяждары өсөн химик матдәләр етештереү менән шөғөлләнә[3].
Биографияһы
Вил Солтан улы Мирзаянов 1935 йылдың 9 мартында Башҡорт АССР‑ының Дүртөйлө районы Иҫке Кәңгеш ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған.
1953 йылда Дүртөйлөнөң 1-се татар мәктәбен тамамлай. 1958 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү нескә химия технологияһы институтын тамамлай.
1958—1960 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһында 4019‑сы почта йәшниге предприятиеһында эшләй.
1965 йылда химик фәндәре кандидатлығына диссертация яҡла. 1965—1992 йылдарҙа Дәүләт Органик химия һәм технологиялар ғилми-тикшеренеү институтында (1986—1990 йылдарҙа — бүлек начальнигы) хеҙмәт итә. Фәнни хеҙмәттәре газ хроматографияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә, хроматографик анализ ысулдарын эшләүгә һәм уларҙы углеводород газдарҙы айырыу өсөн ҡулланыуға, микроконцентрацияларҙа ағыулағыс матдәләрҙе билдәләүгә арналған[4]. 1985 йылда химик фәндәре докторлығына диссертация яҡлай.
1992 йылда Л. А. Фёдоров менән берлектә «Московские новости» гәзитендә «Ағыуланған сәйәсәт» мәҡәләһен баҫтыра, бында улар Рәсәй хәрби-сәнәғәт комплексын тәнҡитләй һәм илдәге юғары власты "Химик ҡоралды тыйыу тураһында конвенция"ны боҙоуҙа ғәйепләй[1].
1992 йылдың 22 октябрендә дәүләт серен асыуҙа ғәйепләнеп (РСФСР Енәйәт кодексының 1-се бүлеге, 75 ст.) ҡулға алына. 1992 йылдың 3 ноябрендә Лефортово төрмәһенән Мәскәүҙән ситкә сыҡмау шарты менән иреккә сығарыла. 1994 йылдың ғинуарында йәнә ҡулға алына һәм 22 февралдә азат ителә. 1994 йылдың 11 мартында Рәсәй Федерацияһы генераль прокуроры ҡарары буйынса енәйәт эше туҡтатыла.
1995 йылда АҠШ-ҡа эмиграциялай. 1996 йылдан Нью-Джерси штатының Принстон университетында эшләй. Принстон университетында химия профессоры вазифаһын ала
Ул үҙенең сайтында публицистик һәм полемик әҫәрҙәрен, тәржемәләрен, «Вызов» автобиографик китабын баҫтырып сығара. 2000 йылда ул БМО-ға Татарстанға колониаль дәүләт статусы биреүҙе һорап мөрәжәғәт итә, әммә уның үтенесен кире ҡағалар[3].
2018 йылда, Скрипаль ағыуланғандан һуң (рус.)баш., Мирзаянов көнбайыш матбуғатына интервьюһында, Рәсәйҙән ҡасҡан Сергей Скрипальды тап Рәсәй ағыулаған тип барыһын да ышандырырға тырыша. Әммә, билдәле химиктар фекеренсә, Вил бер ҡасан да ағыулы матдәләр синтезында ҡатнашмаған[5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Дело Мирзаянова, Коммерсант (29 апрель 1993). 14 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Аббас Джума. Русофоб и татарский сепаратист. Комсомольская правда (15 март 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2025.
- ↑ 1 2 Химик пролетел мимо Москвы, Коммерсант (25 октябрь 2002). 14 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Cfafhjd V/ U/. Мирзаянов Вил Султанович. Башкирская энциклопедия: в 7 тт. (17 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2025.
- ↑ 83-летний гражданин США Вил Мирзаянов раздает интервью западной прессе. VESTI.UZ (15 март 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2025.