Нурҡаев Талип Латип улы
Талип Латип улы Нурҡаев (рус. Талип Латыпович Нурка́ев; 1925 йылдың 9 марты, Үҫтем, Башҡорт АССР-ы — 1997 йылдың 24 сентябре, Октябрьский, Башҡортостан Республикаhы) — нефтсе, 1951—1985 йылдарҙа «Туймазынефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1944), РСФСР-ҙың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1985), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1975), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе. СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1979). Октябрьский ҡалаһының почётлы гражданы. 1948 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
Биографияһы
Нурҡаев Талип Латип улы 1925 йылдың 9 мартында Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы) Үҫтем ауылында тыуған[1].
1938 йылда Мостафа ауылының ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай. Армияға тиклем «Ҡыҙыл көс» колхозында умартасы булып эшләй.
Хәрби хеҙмәткә 1943 йылдың февралендә саҡырыла 1943 йылдың ноябрь айынан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 105-се гвардия уҡсылар полкының 34-се гвардия уҡсылар дивизияһының 3-сө Украина фронтының 46-сы армияһы автоматсыһы. Ҡыҙылармеец[2].
1944 йылдың 17-18 апрелендә комсомол ағзаһы гвардия ҡыҙылармеецы Нурҡаев Талип ун яугир төркөмө составында лейтенант Васильев-Кытин етәкселегендәге Молдавия ССР-ының Суворов районы Раскаецы ауылы эргәһендәге, Днестрҙың уң яғындағы плацдарм өсөн 36 сәғәтлек алышта ҡатнаша. Дошман танкыларына ҡаршы граната менән ул күҙәтеү пунктын һәм засаданан тороп, шәхсән ун һигеҙ гитлерсыны юҡ итә.
Ҡыйыу яугир һуғыштан һуң СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәтен дауам итә. 1946 йылда Өфө хәрби пехота училищеһын тамамлай. 1947 йылда капитан Нурҡаев запасҡа китә. Октябрьский ҡалаһында йәшәй (Башҡортостан), «Туймазанефть» № 1 тресының нефть һәм газ сығарыу буйынса өлкән операторы, «Туймазанефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы комплекслы звеноһының бригадиры булып эшләй. 1980 йылда СССР-ҙың дәүләт премияһына лайыҡ була. Башҡорт АССР-ы 9-сы һәм 10-сы саҡырылыштағы Юғары Советы депутаты итеп һайлана.
1997 йылдың 24 сентябрендә вафат була. Октябрьский ҡалаһында ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Командованиеның заданиеһын өлгөлө үтәгәне һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 13 сентябрҙәге Указы менән Нурҡаев Талип Латип улына Ленин ордены һәм «Алтын йондоҙ» миҙалы тапшырыла һәм "Советтар Союзы Герой"ы исеме бирелә (№ 5296).
- Шулай уҡ Октябрь Революцияһы, I дәрәжә Ватан һуғышы, III дәрәжә Дан ордендары, миҙалдар менән наградлана.
- «СССР-ҙың почетлы нефтсеһе», «РСФСР-ҙың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре», «Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе», «Октябрьский ҡалаһының почётлы гражданы» тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2021 йылдың 11 майындағы 207-се Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Талип Латип улы Нурҡаевтың исеме Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһы ҡала округының 2-се гимназияһы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһына бирелгән[3];
- Ветерандарҙың Октябрьский ҡала советы Нурҡаев исемендәге хәйриә фонды булдырған[1].
- Октябрьский ҡалаһында геройға һәйкәл ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Ғ. Һ. Булатов. Нурҡаев Талип Латип улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (28 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2026.
- ↑ Н. В. Уфаркин. Нуркаев Талип Латыпович. Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2026.
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 11 мая 2021 года № 207 «О присвоении общеобразовательным организациям Республики Башкортостан имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (11 май 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 февраль 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Нуркаев Талип Латыпович (Тикшерелеү көнө: 12 февраль 2026)
- Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Нуркаев Талип Латыпович (Тикшерелеү көнө: 12 февраль 2026)
- Башкирский Республиканский музей Боевой Славы. Официальный сайт. Нуркаев Талип Латыпович (Тикшерелеү көнө: 12 февраль 2026)
- Общественный проект Приволжского федерального округа «Герои Отечества». Нуркаев Талип Латыпович (Тикшерелеү көнө: 12 февраль 2026)