Нурҡаев

Нурҡаев — фамилия. Нурҡай исеменән барлыҡҡа килгән.

Фамилия

Нурҡаев Талип Латип улы (9.03.1925 — 24.09.1997 йыл) — нефтсе, 1951—1985 йылдарҙа «Туймазынефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1944), РСФСР-ҙың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1985), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1975), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе. СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1979). Октябрьский ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән Баҡалы районының Үҫтем ауылынан.
Нурҡаев Вадим Малик улы (2.02.1984) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, шәхси эшҡыуар. «БашЭкоПром» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры. Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан). Сығышы менән Октябрьский ҡалаһынан.


Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.