Нурҡаев Вадим Малик улы

Нурҡаев Вадим Малик улы (2 февраль 1984 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, шәхси эшҡыуар. «БашЭкоПром» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры[1]. Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан)[2][3]

undefined

Биографияһы

Вадим Малик улы Нурҡаев 1984 йылдың 2 февралендә Башҡорт АССР-ының Октябрьский ҡалаһында тыуа. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2003 йылда Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығында башлай. Өфө дәүләт авиация техник университетында юғары белем алып, инженер һөнәренә эйә була (2011). 2012 йылда «Статус» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең иҡтисади хәүефһеҙлеге хеҙмәте начальнигы урынаҫары була. 2013—2014 йылдарҙа «Мой Банк Ипотека» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттәең иҡтисади хәүефһеҙлеге өлкән белгесе. 2014—2020 йылдарҙа «Оазис» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттә шундай уҡ вазифала эшләй.

2020 йылдан — шәхси эшҡыуар[2][3].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

2023 йылғы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға һайлауҙарҙа берҙәм республика һайлау округынан депутат итеп һайлана. Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу комитеты ағзаһы[2]. Махсус хәрби операция башланғас та Донбасс халҡына гуманитар ярҙам йыйыуға ҡушыла, яугирҙарға гуманитар йөктәрҙе оҙатып бара[1].

Ғаиләһе

Ҡыҙ һәм ул атаһы[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • «Бизнес-Успех» милли премияһының «Иң яҡшы етештереү проекты» номинацияһы (2021)[4].