Гоц Сергей Степанович

Сергей Степанович Гоц (рус. Гоц Сергей Степанович; 1954 йылдың 9 марты, Бәләбәй, Башҡорт АССР-ы) — радиофизик-ғалим. 1984 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, 2022 йылдан — Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1998), профессор (1999). СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1991)[1]..

Биографияһы

Сергей Степанович Гоц 1954 йылдың 9 мартында Башҡорт АССР-ының Бәләбәй ҡалаһында тыуа. 1977 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1984—1988 йылдарҙа шул уҡ университетта өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

1984 йылда Ленинград дәүләт университетының «Ярымүткәргестәр һәм диэлектриктар» кафедраһында «Көслө электр яланында ярымүткәргес өҫлөгөндә флуктацион ток процесстары» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1992 йылдан Башҡорт дәүләт университетында «Физик электроника» кафедраһы доценты.

1998 йылда Мәскәү дәүләт университетының «Радиофизика» кафедраһында «Микро- и наноэлектрон эмиссия приборҙарында флуктуация процестары» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

2000 йылдан Башҡорт дәүләт университетында «Физик электроника һәм нанофизика» кафедраһы профессоры.

Гоц Сергей Степанович статистик радиофизика, физик системаларҙа флуктуация күренештәре, ғәмәли радиотехника, элемтәнең дөйөм теорияһы, дискрет элемтә тапшырыу селтәре һәм системаһы, сигналдарҙы цифрлы эшкәртеү кеүек фәндәрҙе уҡыта[2]..

Фәнни хеҙмәттәре

Фәнни хеҙмәттәре ярымүткәргестәр һәм диэлектриктар физикаһы, статик радиофизика, сигналдарҙы цифрҙар аша эшкәртеүсе автоматик системаларҙы программалаштырыуға бәйле. Гоц металл булмаған материалдарҙың электростатик һәм электрофизик характеристикаларын үлсәү алымдарын һәм ҡорамалдарын, электростатик ҡырҙың көсөргәнешлелеген үлсәү өсөн ЦМИЭП-3 приборын һәм башҡаларҙы уйлап таба. Гоц 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 35 уйлап табыу авторы[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • СССР Халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең бронза миҙалы (1986 йыл),
  • «СССР уйлап табыусыһы» почёт билдәһе (1991 йыл),
  • Рәсәй Мәғариф министрлығының почёт грамотаһы (2006 йыл)[2]..

Хеҙмәттәре

  • Статические процессы в электронных приборах. Уфа, 1991 (авторҙ.); Основы построения и программирования автоматизированных систем цифровой обработки сигналов. 4-е изд., доп. Уфа, 2009.
  • Гоц С. С. Системы и сети передачи дискретных сообщений. — Учебное пособие. Уфа, 2001, 84 с.

Иҫкәрмәләр

  1. ГОЦ Сергей Степанович. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026.
  2. 1 2 Сотрудникам кафедры физической электроники и нанофизики | Башкирский государственный университет. web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026.
  3. Башкирский государственный университет 2019 йылдың 9 ноябрь көнөндә архивланған.

Һылтанмалар