Молотов Вячеслав Михайлович
- "Молотов" бите бында йүнәтелә.
Вячесла́в Миха́йлович Мо́лотов (төп фамилияһы Скрябин (1890 йылдың 25 феврале [9 марты] йәки 1890 йылдың 9 марты, Советск[d], Вятка губернаһы — 1986 йылдың 8 ноябре, Мәскәү) — Рәсәй революционеры, совет сәйәси, дәүләт һәм партия эшмәкәре. 1930—1941 йылдарҙа СССР Халыҡ комиссарҙары Советы рәйесе, 1939—1946 йылдарҙа СССР-ҙың сит ил эштәре халыҡ комиссары, 1946—1949, 1953—1956 йылдарҙа СССР-ҙың сит ил эштәре министры. 1921—1957 йылдарҙа Бөтә Союз ВКП(б) һәм КПСС-тың юғары етәкселәренең береһе Социалистик Хеҙмәт Геройы (1943). СССР-ҙың 1—4-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
1906 йылда РСДРП-ға ҡушылған Молотов революцион эшмәкәрлеге өсөн ике тапҡыр (1909 һәм 1915 йылдарҙа) ҡулға алына. Октябрь революцияһынан һуң бер нисә губерна партия ойошмаһында эшләй. 1921 йылда Молотов Үҙәк Комитет ағзаһы һәм секретары, шулай уҡ Политбюро ағзаһына кандидат була. Владимир Ленин үлгәндән һуң ул Иосиф Сталинды ныҡлы яҡлай, 1926 йылдың декабрендә Политбюроның тулы хоҡуҡлы ағзаһы итеп тәғәйенләнә. 1928—1930 йылдарҙа Молотов Мәскәү өлкә комитеты етәксеһе була һәм антисталинсылар ойошмаһын таҙарта.
1939 йылдың майында Молотов Сталин тарафынан СССР-ҙың сит ил эштәре буйынса халыҡ комиссары итеп тәғәйенләнә.Был вазифала, 1939 йылдың авгусында, ул Молотов-Риббентроп килешүе тип аталған совет-герман пакты өсөн һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша.
1939 йылдың майында Молотов Сталин тарафынан СССР-ҙың сит ил эштәре буйынса халыҡ комиссары итеп тәғәйенләнә. Был вазифала, 1939 йылдың авгусында, ул Молотов-Риббентроп килешүе тип аталған Совет-Германия килешүе тураһында һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша].
1941 йылдың майында Сталин Министрҙар Советы (элекке Совнарком) рәйесе вазифаһын үҙ өҫтөнә алғас, Молотов уның беренсе урынбаҫары булып ҡала. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, шулай уҡ Дәүләт оборона комитетында хеҙмәт итә. Молотов Гитлерға ҡаршы коалиция булдырыуға, СССР-ҙың Бөйөк Британия һәм АҠШ менән үҙ-ара ярҙам итеү һәм берлектәге эшмәкәрлеге тураһында килешеүҙәр төҙөүгә үҙ өлөшөн индерә, шулай уҡ союздаштар (Ядамранц) һәм Тегеранда (1943), Ялтала (1945) һәм Потсдамда (1945) союздаштар конференцияларында, шулай уҡ Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы төҙөлгән Сан-Франциско конференцияһында (1945) ҡатнаша.
1949 йылдың мартында Молотов нарком вазифаһынан китә, әммә 1953 йылдың мартында Сталин вафат булғандан һуң, ул был вазифаны яңынан ала һәм Никита Хрущев менән сәйәси айырмалыҡтар арҡаһында 1956 йылдың июнендә отставкаға киткәнсе эшләй. 1957 йылдың июнендә Хрущевты ҡолатырға тырыша, әммә уңышһыҙлыҡҡа осрай, ул үҙенең етәксе партия һәм хөкүмәт вазифаларын юғалта. 1960—1963 йылдарҙа СССР-ҙы МАГАТЭ (рус.)баш.-ла даими вәкил итеп эшләй.
Бала сағы һәм үҫмер йылдары
Вятка губернаһы Яран районы Кукарка волосы (хәҙерге Киров өлкәһе Совет ҡалаһы) Кукарка ауылында тыуған. Атаһы Михаил Прохорович Скрябин (1856 — яҡынса 1923[3]) Кукаркала, Нолинск ҡалаһынан, писарь була. Олатаһы, Прохор Наумович (1903 йылдың яҙында вафат була), Нолинск ҡалаһынан сауҙагәр була. Әсәһе Анна Яковлевна Небогатикова сығышы менән Нолинскиҙағы сауҙагәр ғаиләһенән.
Вячеслав ун балалы (Михаил, Виктор, Николай (шулай уҡ композитор Нолинский), Зинаида, Владимир, Вячеслав һәм Сергей) ғаиләлә алтынсы бала була.
Мәктәптә уҡығанда Вячеслав Скрябин скрипкала уйнай, шиғырҙар яҙа. 1902—1908 йылдарҙа өлкән ағалары менән бергә Ҡазан беренсе реаль училищеһында уҡый[4]. Был йылдарҙа Ҡазан йәштәренең күбеһе ярайһы уҡ радикаль була. Вячеслав марксистик әҙәбиәтте өйрәнеүсе үҙтәрбиә төркөмөнә инә[5]. .
Революцион эшмәкәрлеге башланыуы
1906 йылдың йәйендә Вячеслав РСДРП-ға инә һәм законһыҙ революцион студенттар ойошмаһын булдырыуҙа ҡатнаша[6][7]..
1909 йылда революцион эшмәкәрлек өсөн ҡулға алына һәм Вологдаға һөргөнгә ебәрелә. 1911 йылда азат ителә, училищеға экстерн имтихандар тапшырғас, шул уҡ йылда Санкт-Петербург политехник институтына уҡырға инә һәм судно төҙөү бүлегенә уҡырға инә. Әммә уны шунда уҡ тиерлек иҡтисад бүлегенә күсерәләр, дүртенсе курсты тамамлай. Санкт-Петербургта, Мәскәүҙә партия эшен алып бара.
1912 йылда беренсе законлы большевистик гәзит «Правда» сыға башлай. Вячеслав унда 1912—1913 йылдарҙа редакция секретары булып эшләй, "Правда"ны әҙерләгәндә большевик етәкселәренең береһе Иосиф Сталин менән таныша. Сталин Вячеславтың шәхсән осрашҡан большевик подпольеһының тәүге етәксеһе була[6][8].
1914 йылдың көҙөнән Мәскәүҙә Беренсе донъя һуғышы башында ябылған партия ойошмаһын тергеҙеү буйынса эшләй. 1915 йылда ҡулға алына һәм өс йылға Ырымбур губернаһына һөргөнгә ебәрелә, әммә 1916 йылда ҡасып китә. РСДРП һәм уның алдынғы тройкаһына ҡушыла. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында ул нисек кенә булмаһын, хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙан ҡаса, фаразланған исемдәр менән йәшәй.
1915 йылда Вячеслав Скрябин Молотов тигән партия псевдонимын ҡуллана башлай.
1917 йылдың 27 февраленә ҡараған төндә Петроград Советы ултырышында тәүге тапҡыр Молотов булараҡ сығыш яһай. Шул уҡ йылдың 4 мартында РСДРП-ның Үҙәк Комитетының Урыҫ бюроһы ҡарары буйынса Вячеслав Молотов «Правда» гәзите редакцияһына индерелә, шул уҡ йылдың март айында — Петроград советы исполкомы делегаты һәм ағзаһы, РСДРП(б)-ның Петроград комитета ағзаһы итеп һайлана. Февраль революцияһы ваҡытында Молотов революцияны киңәйтеү яҡлы була һәм Ваҡытлы хөкүмәткә ҡаршы сығыш яһай.
Петроград ойошмаһынан РСДРП(б-ның Бөтә Рәсәй VII (апрель) конференцияһында ҡатнашыусы, конференция 1917 йылдың 24—29 апрелендә үтә[9][10]. Үҙәк Комитеты составына индерелә (21-се һанлы, бәхәсһеҙ), әммә һайланмай. Петроград ойошмаһынан РСДРП(б)-ның 26 июлдән 3 авгусҡа тиклем үткәрелгән 6-сы съезы делегаты була. 31 июлдәге ултырышта ҡораллы ихтилал буйынса ыңғай сығыш яһай. 1917 йылдың октябрендә Петроград хәрби-революцион комитеты ағзаһы була.
Октябрь революцияһынан һуң
Октябрь революцияһынан һуң Вячеслав Молотовҡа менән тәртип номеры 5-се һанлы РКП(б) партбилеты тапшырыла.
1918 йылда ул Төньяҡ өлкәнең халыҡ хужалығы советы рәйесе итеп тәғәйенләнә, ошо уҡ ваҡытта ул Григорий Зиновьевтың иң яҡын хеҙмәткәренең береһе була.
1919 йылдан алып работал уполномоченным ЦК РКП(б)-ның Үҙәк Комитеты һәм СНК РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының тулы хоҡуҡлы вәкиле булып Волга буйында һәм Түбәнге Новгород губерна исполкомы рйесе булып эшләй. ЧОН-дың коммунары (яугиры)[11] Шул уҡ йылда Петроградта Вячеслав Скрябин авторлығында һәм Молотов псевдонимы аҫтында «Как рабочие учатся строить своё хозяйство» исемле тәүге брошюраһы сыға. 1919 йылдың йәйендә «Красная звезда» агитпоезында Надежда Крупская таныша (В. И. Ленин менән ул1917 йылдың апрелендә үк танышҡан була).
1920 йылдың сентябренән алып РКП(б)-ның Донецк губкомың секретары булып эшләй, ә 1920 йылдың ноябренән 1921 йылдың мартына тиклем — Украина КП(б)-ның Үҙәк Комитеты секретары[12].
Тиҙҙән Вячеслав Молотовтың урындағы етәкселәр менән бик киҫкен конфликттар барлыҡҡа килә. Ошо сәбәпле уны партаппаратҡа эшкә күсерәләр. 1921 йылдың 16 мартынан 1930 йылдың 21 декабренә тиклем Молотов ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты секретары була (1921 йылдың яуаплы секретарь була, әммә 1922 йылдың 3 апрелендә был вазифаның исеме «генераль секретарь» тип үҙгәртелә һәм Лениндың[13] тәҡдиме буйынса был вазифаға Сталин тәғәйенләнә).
Ленинды ерләү буйынса комиссия ағзаһы. Лениндың вафатынан һуң Молотов Сталинды уның сәйәси дошмандары — «уң уклонистар» Лев Троцкий, Григорий Зиновьев, Лев Каменев менән, көрәштә яҡлай[7].
1924—1927 йылдарҙа ағзалыҡҡа кандидат, 1929—1931 йылдарҙа — СССР-ҙың Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумының ағзаһы. 1927 йылдан Бөтә Союз Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумының ағзаһы.
1928—1929 йылдарҙа Мәскәү ҡала партия комитеты секретары. Комитетта «таҙартыу» үткәрә: үҙ вазифаларынан бик күптәр ҡолаҡ ҡаға[4]. .
1930-сы йылдарҙа
1930 йылдың 19 декабрендә ВКП(б)-ның Үҙәк Комитетының һәм Үҙәк Контроль Комиссияһының берләштергән пленумы ҡарарына ярашлы СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының һәм Хеҙмәт һәм Оборона Советы рәйесе итеп[4]Алексей Рыков урынына тәғәйенләнә (1937 йылдың апрелендә Хеҙмәт һәм Оборона Советы тарҡатыла). 1930-сы йылдар башында СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы эргәһендә даими эшләгән Оборона комиссияһы булдырыла (1937 йылдан — Оборона комитеты), 1940-сы йылға тиклем уны Молотов етәкләй. 1937—1939 йылдарҙа СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының Иҡтисад Советы (ЭкоСо) рәйесе вазифаһын биләй[14].
Вячеслав Молотовтың СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе вазифаһын биләү осоро ғәҙәттә эске тулайым продукттың һәм илдең оборона һәләтенең, төҙөлөштең, индустриализацияның, урбанизацияның һәм модернизацияның, тәүге биш йыллыҡтар ваҡытында массауи энтузиазмдың юғары үҫеш дәүере менән бәйләйҙәр[4]. Молотов беренсе һәм икенсе биш йыллыҡтарҙа бик тырышып эшләй, әммә йыш ҡына үҙенең төп ярҙамсылары — наркомдары, шул иҫәптән СССР-ҙың ауыр сәнәғәте буйынса халыҡ комиссары Г. К. Орджоникидзе менән, уртаҡ фекергә килә алмай. Бындай осраҡтарҙа башлыса Сталин Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесенә теләктәшлек күрһәтә[6].
1931—1932 йылдарҙа Молотов башҡа юғары партия етәкселәре менән бер рәттән Украинаның көньяғында иген һатып алыуҙы тиҙләтеү буйынса ғәҙәттән тыш уполномоченный вазифаһын башҡара. 1931 йылдың декабрендә Украина ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһы ултырышында Вячеслав Михайлович иген һатып алыу планының үтәлеше менән сиктән тыш ҡәнәғәтһеҙлекте һәм уның тиҙ арала уңышһыҙлыҡҡа осрау хәүефен билдәләй. Ул «махсус саралар» ҡулланыуҙы талап итә һәм «синфи дошманға ҡаршы большевиктар уяулығын» арттыра[6].
Әммә тиҙҙән Молотов репрессияларға ҡаршылыҡ күрһәтеүҙән туҡтай; ысынында ул 1937—1938 йылдарҙағы оло террорҙы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша.
Сталинға иң яҡын булған Үҙәк Комитеттың Политбюроһы ағзалары репрессияларға ҡағылышлы иң мөһим ҡарарҙарға, шулай уҡ ябыҡ һәм ябайлаштырылған суд процесы өсөн төҙөлгән юғары партия һәм дәүләт чиновниктары өсөн атҡарыу исемлектәренә ҡул ҡуя башлай. Молотов иң күп үлем язаһы өсөн яуаплы була — 372 — Сталиндан күберәк[15][16].
СССР сит ил эштәре халыҡ комиссары
1939 йылдың 3 майында СССР-ҙың сит ил эштәре наркомы вазифаһында Максим Литвиновты алыштыра, бер үк ваҡытта элекке вазифаһын да һаҡлап ҡала.
Молотов яңы вазифаһында наркоматта кадрҙарҙы бер урындан икенсе урынға күсереүҙәр үткәрә. Мәҫәлән, 4 майҙа уҡ Литвиновҡа яҡын торған хеҙмәткәрҙәр төркөмө ҡулға алына, әммә Литвинов үҙе ҡулға алынмай[6]. 1939 йылдың 23 июлендә НКИД йыйылышы резоюция ҡабул итә «Ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә НКИД-ны эшкинмәгән, шикле һәм дошманлыҡлы элементтарҙан таҙартыу буйынса бик ҙур эш башҡарыла».
Молотов яуаплы дипломатик эшкә Андрей Громыконы һәм артабан тышҡы сәйәси эшмәкәрлек өлкәһендә киң билдәлелек алған тағы ла бер нисә йәш белгесте тәғәйенләй.
СССР һәм Өсөнсө Рейх араһындағы һөжүм итмәү тураһында килешеү
1939 йылдың йәйендә Молотов Мәскәүҙә инглиз-франк-совет һөйләһеүрендә бик әүҙем ҡатнаша һәм СССР һәм Өсөнсө Рейх араһындағы һөжүм итмәү тураһында килешеүҙе әҙерләй, 1939 йылдың 31 авгусында килешеүҙе СССР-ҙың Юғары Советы ратифицикациялай[4].
1939 йылдың 28 сентябрендә Молотов «Дуҫлыҡ һәм сиктәр тураһында» яңы герман-совет килешеүенә ҡул ҡуя. Яңы совет-герман килешеүҙәре һөҙөмтәһендә Польшаның башлыса украин һәм белорус халҡы менән бергә көнсығыш воеводлыҡтары УССР-ға һәм БССР-ға ҡушыла, ә Вилена крайы Вильно ҡалаһы менән бергә ул ваҡытта әле бойондороҡһоҙ булған Литва составына инә[4].
Сиктәрҙе үҙгәртеү буйынса Совет-фин һөйләшеүҙәрҙең туранан-тура ҡатнашыусыһы була (килешеү ике ай дауамында ғына ғәмәлдә була). 1939 йылдың 29 ноябрендә радиолағы телмәрендә обосновал необходимость войны с «советтарға ҡаршы империалистар менән бәйләнештәрҙә буталған фин хөкүмәте» менән һуғыш башлауҙың кәрәклеген дәлилләй һәм һөжүм итмәү тураһында пактты өҙөлгән тип иғлан итә[17]. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, «Ҡышҡы һуғыш» башланғандан һәм Хельсинки ҡалаһын бомбаға тотҡан саҡта совет авиацияһын ҡулланыуҙа ғәйепләгәндән һуң Молотов совет самолеттары Финляндия баш ҡалаһының асығыусы халҡына икмәк менән кәрзиндәр ырғытыуы тураһында белдерә[18]. 1940 йылдың 29 мартында Ҡышҡы һуғыш «беҙҙең ғәскәрҙәрҙең фин ғәскәрҙәре менән генә түгел, ә империалистарҙың берләшкән көстәре менән бәрелешеүе» тип әйтә. Ул беренселәрҙән булып «Маннергейм линияһының» юғалтыуҙар, көнбайыш илдәре яғынан хәрби ярҙам буйынса ысынбарлыҡҡа тап килмәгән һандарҙы һәм совет әсирҙәрен ботарлау һәм башҡа төрлө ҡанһыҙлыҡ факттарын килтерә[19].
Вячеслав Молотовтың 1940 йылдың ноябрь уртаһында һөйләшеүҙәр маҡсатында Берлинға килеүе Раббентроптың ике тапҡыр Мәскәүгә визит эшләүенә яуап була. Совет делегацияһының Берлиндағы өс көнлөк визитында Адольф Гитлер менән һөйләшеүҙәр һәм Иоахим Риббентроп менән рәсми рәүештәге осрашыуҙар үтә, әммә был һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә яҡтар бер ниндәй ҙә компромисҡа килә алмайҙару: совет яғы Берлин пактына ҡушылмай. Шулай уҡ сит ил эштәре буйынса халыҡ Комиссариаты Совет Союзының немец ғәскәрҙәренең Румынияла һәм Финляндияла булыуы менән, ә шулай уҡ уларҙы Болгарияға индереү хәүефлегенә ризаһыҙлығын белдерә[12].
1940 йылдың 8 мартында В. М. Молотовтың 50-йәшлек юбилейы айҡанлы СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы указына ярашлы Пермь ҡалаһы һәм Пермь өлкәһе Молотов тип үҙгәртелә[20][21] (1957 йылдың октябрендә элекке исемдәре кире ҡайтарыла[22]).
1941 йылдың 5 апрелендә Югославия менән дуҫлыҡ һәм һөжүм итмәү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла (герман агрессияһынан бер тәүлек алда), шунан нейтралитет тураһында совет-японй пактына ҡл ҡуйыла. Молотов, тышҡы сәйәст ведомствоһы башлығы булараҡ, әлеге дипломатик ғәмәлдәрҙә туранан-тура ҡатнаша.
1941 йылдың 6 майында Молотов хөкүмәт башлығы вазифаһынан бушатыла («нарком бурыстарын бер рәттән башҡарыу ҡыйынлығы арҡаһында»[23]), Халыҡ Комиссарҙары Советын Сталин үҙе етәкләй, ә Молотов уның урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
Бөйөк Ватан һуғышы осоро
1941 йылдың 22 июнендәге таңғы сәғәт дүрттә артиллерия һәм авиация әҙерлегенән һуң немец ғәскәрҙәре СССР-ҙың сиктәрен үтә. 5 сәғәт 30 минутта В. М. Молотовтың һүҙҙәренсә, Германия илсеһе төнгө сәғәт өс тирәһендә килгән)[24] СССР-ҙа Германия илсеһе В. Шуленбург Молотовҡа килә һәм «совет хөкүмәте Германияла һәм оккупациялаған илдәрҙә емереү сәйәсәтен, шулай уҡ Германия ҡаршы йүнәлтелгән тышҡы сәйәсәт алып барған һәм герман сигендә тулы хәрби әҙерлектә үҙенең бөтә ғәскәрҙәрен туплаған» тип белдерә. Белдереү артабанғы һүҙҙәр менән тамамлана: «Шуға күрә Фюрер герман ҡораллы көстәренә уларҙың ҡарамағында булған бөтә сараларҙы ҡулланырға бойорған»[4][25].
Ошо көндә үк сәғәт 12-лә Молотов радио аша һуғыш башланыуы тураһында совет халҡы өсөн тарихи хәбәр менән сығыш яһай һәм телмәрен киң билдәле һүҙҙәр менән тамамлай: «Наше дело правое. Враг будет разбит. Победа будет за нами».
Финляндия үҙенең территорияһынан Германияға туранан-тура һөжүм итергә рөхсәт бирмәй һәм немец частары Петсамола һәм Саллала сикте үтергә баҙнат итмәй. Совет һәм фин пограничниктары араһында һирәк атышыу булып ала, әммә, дөйөм алғанда, совет-фин сигендә тыныс хәл-торош һаҡлана. Әммә, 22 июндән башлап, немец люфтваффеһы бомбардировщиктары фин аэродромдарын Германияға ҡайтыу алдынан заправкалай торған база итеп ҡуллана. Был мәғлүмәттәр һуңғараҡ билдәләнә, ә 23 июндә Молотов үҙенә Хюннинен эштәрендәге фин вәкилен саҡырып ала һәм 22 июндәге Гитлерҙың сығышында «фин иптәштәрҙе» телгә алыуы буйынса һорау ҡуя. Фин илсеһе аныҡ яуап бирә алмай. Молотов Финляндиянан СССР-ға ҡарата уның позицияһын аныҡлауҙы талап итә[26].
26 июндә Молотов АҠШ-тағы СССР илсеһе Константин Уманскийға яҙған хатынан : «Һеҙгә кисекмәҫтән Рузвельтҡа йәки Хэллға барыр кәрәк һәм американ хөкүмәтенең был һуғышҡа һәм СССР-ға ҡарата ҡарашы тураһында ҡорау ҡуйыр кәрәк. Ярҙам тураһында хәҙерге ваҡытта һорауҙар ҡуйырға кәрәкмәй». 12 июлдә Молотов һәм илсе Криппс Германияға ҡаршы СССР һәм Бөйөк Британия хөкүмәттәре араһындағы ғәмәлдәр тураһында килешеүгә ҡул ҡуялар. Әлеге килешеүҙең һөҙөмтәһендә Гитлерға ҡаршы коалиция илдәре менән бәйләнештәр булдырыла, нацистик Германия тарафынан оккупацияланған һәм Лондонда эмиграцияла булған Европа дәүләттәре хөкүмәттәре менән дипломатик хеҙмәттәшлек яйға һалына (Бельгия, Норвегия, Польша, Чехословакия һәм башҡалар).
1941 йылдың 30 июнендә Дәүләт оборона комитеты ойошторолғандан һуң (ГКОВ. М. Молотов уның рәйесе Сталиндың урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
14 августа Молотов Төркиәләге СССР илсеһе Сергей Виноградовҡа, Совет хөкүмәте француз-антифашистар етәксеһе булараҡ Шарль де Голль менән бәйләнештәрҙе булдырыуға ризалығын белдерә.
1941 йылдың 29 сентябренән 1 октябренә тиклем Мәскәүҙә конференция уҙғарыла, унда СССР, АҠШ һәм Бөйөк Британия ҡатнашалар; конференцияла Советтар Союзына хәрби тапшырмалар мәсьәләләре буйынса килешеү төҙөлә. Йомғаҡлау ултырышында совет делегацияһы башлығы Молотов «бөгөнгө көндән СССР, АҠШ һәм Бөйөк Британия етәкселегендә ирек һөйөүсе халыҡтарҙың ҡеүәтле фронты булдырылды» тип белдерә. 1941 йылдың октябрендә СССР-ҙың сит ил эштәре буйынса наркоматы дипкорпус менән бергә Куйбышевҡа эвакуациялана, әммә Молотов, Сталин кеүек, Мәскәүҙә ҡала. Мәскәүҙә Бөйөк Британиянан һәм АҠШ-тан хәрби тапшырмаларға һәм Европала икенсе фронтты асыуға булышлыҡ итә
1941 йылдың октябрендә Вязьма тирәһендәге катастрофа ваҡытында Вячеслав Молотов бер тапҡыр ғына фронтҡа ебәрелә, әммә мөһим ҡарарҙарҙы уны оҙатып йөрөгән А. Василевский ҡабул итә[7].
1942 йылдың май айы аҙағында — июнь башында Молотов дипломатик миссия менән Бөйөк Британияға һәм АҠШ-ҡа бара. Бөйөк Британияға самолет фронт һыҙығы һәм артабан немец ғәскәрҙәре биләгән территория аша үтә[27], юлда самолет Шотландияла туҡтай. 26 майҙа Молотов Энтони Иден менән бергә Лондонда Инглиз-совет союздаш килешеүенә ҡул ҡуя. Артабан АҠШ-ҡа оса, ундағы Аҡ йортта һөйләшеүҙәр 1 июндә тамамлана. Кире ҡайтҡан саҡта ҡабаттан Британияла туҡтала, тағы ла бер һөйләшеүҙәр үткәрә. 12 июндә делегация Мәскәүгә ҡайта[28]. Тоҡандырғыс ҡатышмалы шешәләрҙе етештереү буйынса Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарарына ҡул ҡуя, артабан бал «коктейль Молотова» исемен ала. 16 августа 1942 йылдың 16 авгусында Молотов халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары вазифаһына тиклем үрләтелә. Вячеслав Молотов Тегеран, Ялта, Потсдам конференцияларында.
Дипломатик эштән тыш Вячеслав Молотов танкылар етештереү өсөн дә яуаплы була[7]. Бынан тыш, баштан уҡ тап Молотовҡа 1942 йылда совет «атом проекты» менән етәкселек итеү йөкмәтелә — СССР-ҙа атом ҡоралы булдырыу эштәре буйынса. Әммә, академик И. В. Курчатов фекеренсә, үҙенең ҡатып ҡалған фекерләүе арҡаһында Молотов әлеге проекттың бөтә нескәлектәренә төшөнә алмай, шуға күрә бомба өҫтөндәге эштәр «бер урында тапана», һөҙөмтәлә бер нисә йыл бушҡа китә.
СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 30 сентябрендәге 79-се һанлы указына ярашлы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда танк сәнәғәтенең үҫешендә совет дәүләте алдында ҙур ҡаҙаныштары өсөн Вячеслав Михайлович Молотовҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә һәм уға Ленин ордены менән «Серп и молот» миҙалы тапшырыла.
Хәрби мәсьәләләрҙән тыш, Молотов фән өлкәһендә яуаплы була, шул иҫәптән Мәскәү дәүләт университеты эшенә кураторлыҡ итә[29]. Бынан тыш, Молотовтың башланғысы буйынса СССР-ҙың дипломатик учреждениелары өсөн кадрҙарҙы әҙерләү маҡсатында 1944 йылдың 14 октябрендә МДУ-ның халыҡ-ара бәйләнештәре факультеты базаһында Мәскәү дәүләт халыҡ-ара бәйләнештәре институты ойошторола.
Һуғыштан һуңғы осор
Тәүге һуғыштан һуңғы йылдарҙа Молотов совет тышҡы сәйәсәте башлығы сифатында йыш ҡына сит илгә сыға: Сан-Франциско ҡалаһында үткән конференцияла ҡатнаша, бында Милләттәрҙең Берләшкән Ойошмаһы (БМО) ойошторола. Молотов шулай СССР, АҠШ, Бөйөк Британия, Франция һәм Ҡытай уҡ сит ил министрҙары Советы сессияларында совет делегацияһының етәксеһе булараҡ ҡатнаша. 1946 йылғы Париж тыныслыҡ конференцияһында ул Албания, Болгария һәм Югославияның территориаль мәнфәғәттәрен яҡлап сығыш яһай.
1946 йылдың 19 мартында Халыҡ комиссарҙары Советы Министрҙар Советы итеп үҙгәртелә һәм Молотов СССР-ҙың Министрҙар Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары булып китә[4]. Әлеге вазифаһында мәғариф, фән һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына кураторлыҡ итә[30]. Бөтә илдәр ҙә, шул иҫәптән АҠШ һәм Бөйөк Британия, Израиль дәүләтен булдырыуға ҡаршы булғанда, Молотов был идеяны яҡлап сыға[4]. Вячеслав Молотов йыш ҡына БМО-ның эштәрендә ҡатнашыу өсөн АҠШ-ҡа, шул уҡ ваҡытта үҙенең ҡаты позицияһы, шулай уҡ йыш ҡына «вето» хоҡуғын ҡулланыуы арҡаһында, дипломатик даирәләрҙә «Господин Нет» ҡушаматын ала[6].
1947 йылда Молотовҡа атом проекты буйынса Сталиндың вәкәләттәре тапшырыла: 1947 йылдың 8 февралендә ЦК ВКП(б-ның Үҙәк Комитеты Политбюроһында СССР-ҙың Министрҙар Советы ҡарамағындағы Махсус комитетының эш мәсьәләләре туранан-тура И. В. Сталинға йәки уның беренсе урынбаҫары В. М. Молотовҡа еткерелеүе тураһында ҡарар ҡабул итә. 1947—1949 йылдарҙа Молотов СССР-ҙың Министрҙар Советы ҡарамағындағы мәғлүмәттәр комитеты рәйесе сифатында совет тышҡы разведкаға етәкселек итә[31].
1949 йылда Германия армияһының һәм немец каратель органдарының ваҡытлыса оккупацияланған Советтар Союзы территорияһында совет граждандарына ҡарата аяуһыҙлыҡ күрһәткән элекке хәрбиҙәре эштәре буйынса асыҡ суд процестарын үткәреү буйынса Даими комиссияға инә. Немец һәм япон хәрби енәйәтселәре өҫтөндә процестарҙы ойоштороуҙа ҡатнаша.
1949 йылдың 4 мартында сит ил минстры вазифаһынан (уның урынына Андрей Вышинский тәғәйенләнә, шул уҡ йылда уның ҡатыны ҡулға алына Ж. Медведев билдәләүенсә, «Молотовҡа ҡаршы заговор планы еренә еткерелеп эшләнә, әммә бик ҡаты ла. Ул үҙ эсенә Михоэлстың үлетерелеүен, Йәһүд фашистарға ҡаршы комитеты (ЕАК) ағзаларын ҡулға алыу һәм атып үлтереү, шул иҫәптән Лозовскийҙы ла, һәм Полина Жемчужинаның ҡулға алыныуы. Ленинград партия-дәүләт төркөмөнә ҡаршы заговор ул тиклем уйлап еткерелмәй, әммә шулай уҡ ҡаты. 1949 йылдың аҙағына Маленков һәм Берия тулыһынса тиерлек үҙҙәренә хакимлыҡҡа юлды таҙарттылар».
1952 йылдың октябрендә Үҙәк Комитеттың съездан һуңғы пленумда (КПСС-тың XIX съезы) Молотов Үҙәк комитеты Президиумы составына һайланһа ла, уның етәкселек иткән бюро составына инмәй, шул уҡ пленумда Молотов һәм Микоян Сталин яғынан бик ҡаты тәнҡиткә дусар булалар[6][32].
Сталиндан һуң
1953 йылдың 5 мартында, Сталиндың вафатынан һуң, Молотов ҡабаттан сит ил эштәре министры һәм бер үк ваҡытта СССР-ҙың Министрҙар Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары итеп[12]. Ул Лаврентий Берияны ҡулға алыу һәм Георгий Маленковты СССР-ҙың Минитрҙар Советы рәйесе вазифаһынан бушатыу буйынса Хрущевҡа теләктәшлек күрһәтә. 1955 йылда Молотов асыҡ процестарҙыһәм хәрби етәкселәре өҫтөнән ябыҡ судтарҙы яңынан ҡарау комиссияһы рәйесе итеп тәғәйенләнә.
Артабан Молотов һәм Хрущёв уртаҡ тел таба алмай башлай. Молотов совет ғәскәрҙәрен Австриянан тулыһынса сығарыуға ҡаршы була, Юғославия менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыуға ышанмаусанлыҡ,ул югослав етәкселгенең советтарға ҡаршы сығыштарына тәнҡит күҙлегенән ҡарарға кәрәк тип иҫәпләй, шулай уҡ сиҙәм ерҙәренең артыҡ һәм ашығыусан үҙләштерелеүенә һәм Ҡырымды УССР составына биреүгә ҡаршы була. 1955 йылдың яҙында Тбилисиҙа «Долой Хрущева» һәм и «Молотова — во главе КПСС» лозунгтары аҫтында бер нисә манифестация үтә, демонстрацияларҙы армия тарҡата. 1956 йылдың 1 июнендә Молотов хаталы югослав сәйәсәте һылтауы менән сит ил эштәр министры вазифаһынан бушатыла[33], әммә 21 ноябрҙә СССР-ҙың дәүләт контроле министры итеп тәғәйенләнә[7].
1957 йылда Молотов «партияға ҡаршы төркөм» исемле Хрущевҡа ҡаршы төркөмдө етәкләй[4]. Лазарь Каганович һәм Георгий Маленков менән берлектә Молотов Хрущевты урынынан төшөрөргә маташа. Үҙәк Комитеты Президиумының ултырышында төркөмдө юғары партия органы ағзалары хуплап сыға (Климент Ворошилов, Николай Булганин, Михаил Первухин, Максим Сабуров, Дмитрий Шепилов), Хрущевты ауыл хужалығы минстры итеп тәғәйенләргә, ә беренсе секретарь вазифаһын Молотовҡа тапшырырға йәки уны бөтөнләй юҡҡа сығарырға уйлайҙар. Хрущевтың яҡлылары ашығыс рәүештә Үҙәк Комитетының Пленумын йыйыуға өлгәшәләр һәм «партияға ҡаршы төркөм» еңелеүгә дусар ителә. Маленков, Каганович, Молотов һәм сит ил эштәре министры Шепилов вазифаларынан бушатыла.
1957 йылдың 29 июнендә Молотов бөтә вазифаларынан бушатыла, КПСС-тың Үҙәк Комитеты Президиумы составынан һәм КПСС-тың Үҙәк Комитетынан сығарыла. Уның хөрмәтенә исемләнгән ҡалаларға 1957 йылда элекке исемдәре ҡайтарыла.
1957 йылда Вячеслав Молотов Монголияла СССР-ҙың илсеһе итеп тәғәйенләнә.
1960—1961 йылдарҙа Венала БМО штаб-фатиры агентлығы ҡарамағындағы атом энегрияһы буйынса совет илселеге менән етәкселек (МАГАТЭ. На состоявшемся в октябре 1961 йылдың октябрендә үткән КПСС-тың XXII съезында Хрущёв һәм уның союздаштары тәүге тапҡыр Молотовтың, Кагановичтың, Маленковтың Сталин ваҡытындағы законһыҙлыҡта туранан-тура шәхси яуаплылығы тураһында белдерәләр һәм уларҙы партиянан сығарыуҙы талап итәләр[34]. 1961 йылдың ноябрь уртаһында Молотов Венанан саҡыртылып алына, биләгән вазифаһынан бушатыла һәм партиянан сығарыла. 1963 йылдың 12 сентябрендә Молотов пенсияға оҙатыла[35].
Аҙаҡҡы йылдары
Йәберҙә булыуға ҡарамаҫтан Молотов әүҙем тормош алып барыуын дауам итә, даими рәүештә өйҙә йәки китапханала эшләй. Мемуарҙар яҙмай, әммә ижтимағи тормоштағы теге йәки был ваҡиғаларға үҙ фекерен ҡулъяҙмаларға теркәп, уларҙы КПСС-тың Үҙәк Комитетына ебәрә. Бер нисә йыл дауамында партияла тергеҙеүҙе юллай һәм 1984 йылда, «Коммунист» журналы Р. И. Косолапов ярҙамында партияла тергеҙелә. Генераль секретарь К. У. Черненко шәхсән үҙе уға пратбилетты тапшыра[8][4]. Әммә Молотовты партияла тергеҙеү тураһында партия матбуғатында иғлан ителмәй.
Партияла тергеҙелеү айҡанлы Молотов партияның иң оло ағзаһы була (1906 йылдан). 1986 йылда ул «Московские новости» гәзитенә интервью биреп өлгөрә: «Минең ҡартлыҡ бәхетле. 100 йәшкә тиклем йәшәргә теләйем».
Маленков һәм Кагановичтан айырмалы рәүештә Молотовтың исеме, уны партиянан сығарғандан һуң да, әҙәбиәттә, матбуғатта, кинола телгә алына, уның тураһында мәҡәләләр энциклопедияларға индерелә. Молотовтың образы бер нисә тапҡыр нәфис фильмдарҙа сағылдырыла, уны башлыса Максим Штраух (1940-сы йылдар) һәм Николай Засухин (1970—1980-сы йылдар) уйнайҙар.
1970-се һәм 1980-се йылдарҙа шағир һәм журналист Феликс Чуев йыш ҡына Молотовтар йортонда ҡунаҡ була, яҙмалар эшләй, уларҙың нигеҙендә һуңынан «Сто сорок бесед с Молотовым» һәм «Полудержавный властелин» исемле китаптар нәшер ителә[36].
1986 йылдың июнендә Молотов Мәскәүҙәге Кунцев хәстәханаһына һалына, шунда 8 ноябрҙә, сәғәт 12 сәғәт 55 минутта вафат була. Үҙенең оҙон ғүмерендә В. М. Молотов 7 миокард инфаркты үткәрә, әммә 96 йәшкә тиклем йәшәй. Вячеслав Молотов Мәскәүҙә Новодевичий зыяратында ерләнә[7]. 1986 йылдың 1 ноябрендә сәйәсмәндең вафаты тураһында «Известия» гәзитендә иғлан ителә[4]. Көнбайыш матбуғатында бер нисә мәҡәлә сыға. Албанияла был ваҡиға айҡанлы дәүләт трауры иғлан ителә. Молотовтың васыятнамәһен асҡандан һуң унда иҫәбендә 500 һум аҡса булған һаҡлыҡ кенәгәһе табыла[37].
Шәхси тормош һәм ғаиләһе
1921 йылда Вячеслав Молотов Полина Жемчужинаға өйләнгән[38]. Молотовтарҙың бер ҡыҙҙары Светлана (1929—1989) була, Дөйөм тарих институты ғилми хеҙмәткәре.
Тәүге кинйә улы — летчик-һынаусы В. С. Илюшин, авиаконструктор С. В. Илюшиндың улы.
Икенсе кинйә улы Алексей Дмитриевич Никонов (1917—1992) НКВД офицеры, МГИМО профессоры, Бөтә донъя иҡтисады һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты хеҙмәткәре, «Коммунистик» журналы мөхәррире булып эшләй.
Ейәндәре: Лариса Алексеевна Скрябина-Королева (Илюшина), Любовь Алексеевна Никонова һәм Вячеслав Алексеевич Никонов (1956 йылғы), Рәсәй политологы һәм «Политика» фондын ойоштороусыларҙан.
Шәхси сифаттары
Молотовтың характеры һәм шәхси сифаттары төрлө сығанаҡтарҙа төрлөсә интерпретациялана. Уның ныҡышмалылығы һәм офиста эшләй белеүҙе бер тауыштан билдәләйҙәр[39]. Уинстон Черчилль Молотов тураһында: «Мин бер ҡасан да роботтың хәҙерге төшөнсәһе тулыраҡ сағылдырылған кешене күргәнем юҡ», — тип әйтә.
Медведев билдәләүенсә, ул «Сталиндан башҡа Политбюроның халыҡ һәм бигерәк тә интеллигенция араһында популяр булған берҙән-бер ағзаһы була». Молотов «халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтергә һәм цензураның бөтә ҡөҙрәтлелеген кәметергә тырышҡан». Башҡарма, яуаплы һәм тырыш хеҙмәткәр булараҡ абруйға эйә булып, партия тәртибенә ҡәтғи буйһонған Молотов «тулыһынса Сталиндың ихтыярына таяна һәм шуға күрә үҙенең бөтә экстраординаль һәм туранан-тура бойороғон үтәй. тиҙлеге»'[40].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (30 сентябрь 1943)[41];;
- 4 Ленин ордены (1940; 30 сентябрь 1943, 1945; 1950)[42];
- «Почёт Билдәһе» ордены;
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (Монголия, 1943)
- СССР-ҙың Фәндәр Академияның Почетлы академигы (29 ноябрь 1946)
- миҙалдар.
Хәтер
Молотовтың ҡаҙаныштары коммунистар партияһында күренекле шәхес булып иҫән саҡта ҡыҫҡа ваҡытҡа хөрмәтләнә. 1957 йылда «партияға ҡаршы төркөм» һүтеп, урамдарға һәм башҡа географик урындарға тере кешеләрҙең исемдәрен биреүҙе тыйғандан һуң[43], уның исемен йөрөткән күп кенә объекттарға исем үҙгәртелә.
Музей
2005 йылда совет хөкүмәте башлығы вариҫтары Нолинскиҙа олатаһының ярым емерелгән йортон һатып ала һәм капиталь ремонттан һуң 2006 йылда унда В. М. Молотовтың Йорт-музейын аса. Музейҙы асыу инициаторҙарының береһе-молотовтың ейәне билдәле политолог, Рәсәй йәмәғәт палатаһы ағзаһы Вячеслав Никонов[44][45].
Кинола һүрәтләү
- 1943 — Миссия в Москву — Джин Локхарт;
- 1949 — Падение Берлина; Сталинградская битва — Максим Штраух;
- 1973 — Семнадцать мгновений весны — Валерий Даньшин;
- 1974 — Выбор цели — Николай Засухин;
- 1983 — Красный монарх — Найджел Сток;
- 1985 — Битва за Москву (киноэпопея) — Николай Засухин;
- 1990 — Война на западном направлении — Николай Засухин;
- 1991 — Ближний круг — Виктор Балабанов;
- 1993 — Ангелы смерти (фильм)|Ангелы смерти — Николай Засухин;
- 2004 — Московская сага — Павел Ремезов;
- 2007 — Сталин. Live — Сергей Вершинин;
- 2017 — Смерть Сталина — Майкл Пейлин;
- 2017 — Власик. Тень Сталина — Виктор Балабанов;
- 2022 — Начальник разведки — Станислав Курач.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek, Staatsbibliothek zu Berlin, Bayerische Staatsbibliothek, Österreichische Nationalbibliothek Record #11873461X // Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Любимов Владимир Александрович. Вглядываясь в лица домов : Опусы краеведческой публицистики. — Киров: Волго-Вятское книжное издательство : Кировское отделение, 1995. — С. 214.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 Вячеслав Михайлович Молотов (Скрябин). Хронос. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 август 2012. Архивировано 21 август 2011 года.
- ↑ Тихомирнов Виктор Александрович // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Медведев Р. А. Об одном московском долгожителе (В. М. Молотов) // Они окружали Сталина. — М.: Время, 2012. — С. 6—45.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Николай Васильевич Уфаркин. сайт «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 май 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ 1 2 Вячеслав Никонов. Молотов вспоминает. Из домашнего архива. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 май 2010.
- ↑ Седьмая (Апрельская) Всероссийская конференция РСДРП (большевиков). Протоколы. Архивная копия от 15 апрель 2015 на Wayback Machine — М.: Госполитиздат, 1958.
- ↑ Список делегатов-участников «VII-й (Апрельской) Всероссийской конференции РСДРП/б/». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ғинуар 2026. Архивировано 24 декабрь 2014 года.
- ↑ А. Захаров, «ЧОН // Очерки по истории Октябрьской революции в Нижегородской губернии», Н.-Новгород, 1927 г., стр. 47-54
- ↑ 1 2 3 В. М. Молотов на сайте vinforika.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 май 2010. Архивировано 22 август 2011 года. 2012 йылдың 7 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Сахаров В. А. Политическое завещание Ленина. 200... vk.com. Проверено 17 января 2017.Сахаров В.А. Политическое завещание Ленина. 200.. vk.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2017.
- ↑ Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза 1898—1991
- ↑ Хлевнюк О. В. Политбюро. Механизмы политической власти в 30-е годы Архивная копия от 16 май 2012 на Wayback Machine
- ↑ Феликс Чуев. Член Политбюро ЦК ВКП(б) Молотов
- ↑ Речь по радио Председателя Совета Народных Комиссаров СССР товарища В. М. Молотова 29 ноября 1939 года
- ↑ Валерий Потапов. Коктейль Молотова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 май 2010. Архивировано 22 август 2011 года. 2011 йылдың 8 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Доклад председателя Совета народных комиссаров и народного комиссара иностранных дел товарища В. М. Молотова на заседании VI сессии Верховного Совета Союза ССР 29 марта 1940 года
- ↑ Знаменательные и памятные даты
- ↑ Государственный архив Пермского края — Административно-территориальное деление Пермского края в 1938—1980-е годы 2014 йылдың 21 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Фонды 2014 йылдың 22 февраль көнөндә архивланған. Пермского государственного архива социально-политической истории
- ↑ Молотов, Вячеслав Михайлович
- ↑ Ф. И. Чуев. Сто сорок бесед с Молотовым
- ↑ Фельштинский Ю. Оглашению подлежит: СССР — Германия. 1939—1941: документы и материалы
- ↑ М. Иокипии. Братство по оружию: от Барбароссы до вступления Финляндии в войну(рус.). — Фрагмент из книги «Финляндия на пути к войне: исследование о военном сотрудничестве Германии и Финляндии в 1940—1941 гг.». Проверено 29 сентября 2010. 22 августа 2011 года.М. Иокипии. Братство по оружию: от Барбароссы до вступления Финляндии в войну. — Фрагмент из книги «Финляндия на пути к войне: исследование о военном сотрудничестве Германии и Финляндии в 1940—1941 гг.» Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 сентябрь 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Публикация из альманаха «Лубянка» — отечественные спецслужбы вчера, сегодня, завтра
- ↑ д/ф «Летчик для Молотова. Один шанс из тысячи» 2019 йылдың 15 ғинуар көнөндә архивланған. (РТР, 2014)
- ↑ Есаков В. Д. Эпизоды из истории атомного проекта // Природа : журнал. — М.: РАН, 2003. — Вып. 10. — С. 55—56.
- ↑ Голомшток И. Воспоминания старого пессимиста
- ↑ В.В. Полунин. Становление центральных органов управления атомной промышленностью СССР (1945 - 1953 гг.) // Новый исторический вестник : журнал. — М., 2007. — № 2 (16). — С. 213–220.
- ↑ Константин Симонов Глазами человека моего поколения. Размышления о И. В. Сталине. 2 апреля 1979 года
- ↑ с. 158
- ↑ Коэн С. Жизнь после ГУЛАГа: Возвращение сталинских жертв. — М.: АИРО-XXI, 2011. — С. 60. — (Серия «АИРО — первая публикация в России»). — ISBN 978-5-91022-150-9.
- ↑ Молотов Вячеслав Михайлович // Сайт МИД РФ
- ↑ Феликс Чуев. Полудержавный властелин. — М..: " Олма-Пресс «, 2000.
- ↑ Ф. Чуев. Член политбюро ЦК ВКП(б) Молотов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 май 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Газета «Бульвар Гордона» | Внук бывшего председателя Совнаркома СССР, человека № 2 после Сталина Вячеслава Молотова политолог Вячеслав Никонов: "Дед признавал, что в 37-м дров… Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ғинуар 2026. Архивировано 23 декабрь 2014 года.
- ↑ Рой Медведев. Они окружали Сталина
- ↑ Медведев Жорес. Соломон Лозовский, Полина Жемчужина и Вячеслав Молотов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 май 2010.
- ↑ Молотов Вячеслав Михайлович. warheroes.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 август 2020.
- ↑ Новодевичье кладбище .. Вячеслав Михайлович Молотов. Политик. novodevichye.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2016.
- ↑ Ҡалып:Книга:Ведомости Верховного Совета СССР
- ↑ Дом-музей Молотова. Нолинский краеведческий музей.
- ↑ Кирилл Ольков. Дом-музей Молотова (18 ғинуар 2010).
Әҙәбиәт
История гражданской войны в СССР / под редакцией М. Горького, В. Молотова, К. Ворошилова, С. Кирова, А. Жданова, И. Сталина. — 2-е издание. -Москва : Государственное издательство «История гражданской войны», 1938—1947.- Молотов, Вячеслав Михайлович / Аксютин Ю. В. // Меотская археологическая культура — Монголо-татарское нашествие. — М. : Большая российская энциклопедия, 2012. — С. 697. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 20). — ISBN 978-5-85270-354-5.
- |Медведев Р. А Окружение Сталина — М.: Молодая гвардия, 2010. — (Жизнь замечательных людей).
- Молотов, В. М. Отчётный доклад о работе правительства VII Съезду Советов СССР; Об изменениях в Советской Конституции / В. М. Молотов. — [Горький]: Горьковское издательство, 1935.
- Никонов, В. А. Молотов: молодость. — М.: Вагриус, 2005. — 765 с.
- Никонов В. А. Молотов. Наше дело правое. В 2 книгах (комплект). М.: — Молодая гвардия, 2016.
- Никонов В. А. Молотов. — М.: Молодая гвардия, 2017. — (Жизнь замечательных людей).
- Чуев Ф. И. Сто сорок бесед с Молотовым. Из дневника Ф. Чуева. — Букинистическое издание. — М.: Терра, 1991.
- Чуев Ф. И. Молотов: Полудержавный властелин.- М.: ОЛМА-ПРЕСС, 1999.,
- Чуев Ф. И. Из бесед в В. М. Молотовым // От оттепели до застоя. — М.: Советская Россия, 1990. — С. 36 — 77.
Һылтанмалар
- Биографии Молотова // Хронос
- Молотов Вячеслав Михайлович РФА рәсми сайтында
- Вячеслав Никонов. Молотов вспоминает. Из домашнего архива // Независимая газета : газета. — 2000. — № 8(8) 4 марта.
- Жорес Медведев. Соломон Лозовский, Полина Жемчужина и Вячеслав Молотов. Сталин и еврейская проблема. Новый анализ // Скепсис
- «Пощадите же родину и нас»… Переписка академика И. П. Павлова с председателем СНК В. М. Молотовым
Ратификация Договора между Союзом Советских Социалистических Республик и Соединённым Королевством в Великобритании о союзе в войне против гитлеровской Германии и её сообщников в Европе и о сотрудничестве и взаимной помощи после войны / доклад Народного комиссара иностранных дел тов. В. М. Молотова в Верховном Совете СССР 18-го июня 1942 г. — Москва: ОГИЗ. Государственное издательство политической литературы, 1942.
Телеграмма наркома иностранных дел СССР В. М. Молотова в зарубежные представительства СССР о нападении Германии: рукописный вариант. 22 июня 1941.- Большевик: Орган Моршанского горкома и райкома ВКП(б), горсовета и райсовета депутатов трудящихся. — Г. 17 1946, № 138 (4088) 13 июля. — Типография издательства газеты «Большевик», 1946.
