Азимов Айзек

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Айзек Азимов
Isaac Asimov
Isaac.Asimov01.jpg
Айзек Азимов в 1965 йылда
Исеме: Исаак Юдович Азимов
Псевдонимдары: Пол Френч (Paul French)
Гражданлығы: Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы РСФСР
Америка Ҡушма Штаттары АҠШ
Эшмәкәрлеге: прозаик, яҙыусы-фантаст, фәнде популярлаштырыусы, һөнәре буйынса биохимик
Ижад йылдары: 19311992
Жанр: фәнни фантастика
Әҫәрҙәре яҙылған тел: инглиз
Дебют: «Вестала тотҡонда» (1939)
Премиялары: Хьюго, Небьюла, Локус

Айзек Азимов (Isaac Asimov, тыуғандағы исеме Исаак Юдович Азимов; 1920 йылдың 2 ғинуары, РСФСР, Смоленск өлкәһе, Шумячи районы, Петровичи ауылы — 1992 йылдың 6 апреле, Нью-Йорк, АҠШ) — Америка фантаст-яҙыусыһы, фәнде популярлаштырыусы, биохимик. 500-ҙән ашыу китап авторы (күбеһенсә әҙәби, тәү сиратта — фәнни фантастика, унан тыш, фэнтези, детектив, юмор жанрҙарында). Шулай уҡ фәнни-популяр китаптар ҙа яҙған, темалары төрлө: астрономия һәм генетиканан алып тарих һәм әҙәбиәт ғилеменә тиклем. Күп тапҡыр Хьюго һәм Небьюла премияларына лайыҡ була. Уның әҫәрҙәрендә ҡулланылған яңы терминдар — robotics (робототехника, роботика), positronic (позитрон), psychohistory (психотарих, ҙур төркөм кешеләрҙең үҙен тотошо тураһында фән) — инглиз һәм башҡа телдәргә ныҡлап ингән. Инглиз-америка әҙәби традицияһында Айзек Азимовты Артур Кларк һәм Роберт Хайнлайн менән бергә иң ҙур фантаст-яҙыусылар тип атайҙар.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Айзек Азимов (рәсми ҡағыҙҙар буйынса) 1920 йылдың 2 ғинуарында РСФСР-ҙың Могилев губернаһы Климовичи өйәҙе (1929 йылдан — Смоленск өлкәһенең Шумячи районы) Петровичи ауылында йәһүд ғаиләһендә тыуған. Уның ата-әсәһе Анна-Рахиль Исааковна Берман (Anna Rachel Berman-Asimov, 1895—1973) һәм Юда Аронович Азимов (Judah Asimov, 1896—1969) һөнәрҙәре буйынса тирмәнсе була.

Бала сағында Азимов идиш һәм инглиз телдәрендә һөйләшкән. 1923 йылда ата-әсәһе уны АҠШ-ҡа алып китәләр (ул үҙе әйтеүенсә, «сумаҙанда»), унда Бруклинда төпләнәләр һәм бер нисә йылдан тәм-том магазины асалар.

Биш йәшендә Айзек Бруклин районындағы Бедфорд—Стайвесант мәктәбенә уҡырға бара. Ул алты йәштән һабаҡҡа төшөргә тейеш була, әммә әсәһе, уҡырға бер йылға алдараҡ бирер өсөн, уның тыуған көнөн 1919 йылдың 7 сентябренә үҙгәртә. 1935 йылда унынсы класты тамамлаған 15 йәшлек Айзек колледжға уҡырға инә, ләкин ул бер йылдан ябыла. Азимов Нью-Йорктағы Колумбия университетының химия факультетына уҡырға инә, 1939 йылда бакалавр, 1941 йылда магистр дәрәжәһен ала һәм аспирантураға инә. Әммә 1942 йылда ул Филадельфияға китә, унда армия өсөн караптар эшләү предриятиеһында химик була. Уның менән бергә тағы бер фантаст-яҙыусы Роберт Хайнлайн эшләй. 1942 йылдың февралендә, Валентин көнөндә Азимов Гертруд Блюгерман менән таныша, 26 июлдә улай өйләнешә. Улдары Дэйвид (1951) һәм ҡыҙҙары Робин Джоэн (1955) тыуа.

Әҙәби эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Айзек 11 йәшендә бәләкәй генә ҡалала йәшәүсе малайҙар тураһында китап яҙа башлай. Ул китаптың һигеҙ бүлеген яҙа. Беренсе ике бүлеген яҙғас, үҙенең дуҫына ҙөйләп күрһәтә, ә дуҫы дауамын һөйлә тип һорай. Тик Аәзек әлегә ошо ғына ти. Яҙып бөткәс дуҫы китапты уҡырға биреп тор тип һорай. Ошо ваҡыттан йәш автор үҙендә яҙыусы һәләте булауын аңлай һәм үҙенең әҙәби эшмәкәрлегенә етди ҡарай башлай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғаилә фотоальбомы: