Луганск Халыҡ Республикаһы (дәүләт)

Луганск Халыҡ Республикаһы (ЛХР; рус. Луганская Народная Республика, ЛХР) — 2014 йылда ойошторолған дәүләт. 2014 йылдан 2022 йылға тиклем Луганск Халыҡ Республикаһы үҙ аллы иғлан ителгән дәүләт булараҡ йәшәй, һуңынан Рәсәй составына инә. 2022 йылдың 21 февралендә Рәсәй ЛХР-ҙы таный[2]. 23-27 сентябрҙә референдум үтә, уның һөҙөмтәләре буйынса ЛХР Рәсәйгә ҡушыла.

Административ үҙәге — Луганск ҡалаһы.

2014 йылдың 27 апрелендә Донецк өлкә хакимиәте бинаһын Украинаның ҡораллы түңкәрелешенә ҡаршы протестар барышында баҫып алғандан һуң ЛХР иғлан ителә.[3]

2014 йылдың 11 майында Луганск өлкәһе территорияларының бер өлөшөндә үҙбилдәләнеш тураһында референдум үтә.[4]

2014 йылдың 12 майында ЛХР бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә.

2014—2015 йылдарҙа Донбасстағы хәрби конфликт барышында ЛХР контроле аҫтына Луганск өлкәһенең яҡынса өстән бер өлөшөн тәшкил иткән көньяҡ райондары эләгә.

ЛХР Рәсәй менән тығыҙ бәйләнештә була, уның иҡтисади, сәйәси һәм хәрби ярҙамына таяна. Шул уҡ ваҡытта, тышҡы сәйәсәт йүнәлешендә Рәсәй курсына эйәреп, ЛХР эске мәсьәләләрҙә билдәле бер үҙаллылыҡты һаҡлай.

2022 йылдың 21 февралендә Рәсәй ЛХР-ҙы таный[5], ҡайһы бер эксперттар фекеренсә, был ЛХР-ҙы өлөшләтә танылған дәүләт итә[6][7]<ref>Валерия Бучельникова. Существует ли официальное представительство ДНР и ЛНР в Финляндии? // Factcheck.kz. — 2022. — 22 июль.. Һуңыраҡ ЛХР-ҙың бойондороҡһоҙлоғон Сүриә һәм КНДР таный. БМО-ның күпселек ағзалары ЛХР контроле аҫтындағы территорияларҙы Украинаның өлөшө тип ҡарай.

Украиналағы Махсус хәрби операция барышында 2022 йылдың февраленән Рәсәй Луганск өлкәһенең бөтә ҡалалары өҫтөнән контроль урынлаштыра.

2022 йылдың 23-27 сентябрендә Луганск өлкәһендә референдум үткәрелә, унан һуң Луганск өлкәһе һәм Украинаның тағы өс төбәге Рәсәйгә ҡушыла, унда шулай уҡ төбәк референдумдары үтә. Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына тейешле өҫтәмәләр индерелә.

ЛХР властары баһаһы буйынса, 2017 йылдың 1 декабренә контроль аҫтындағы территорияларҙа 1 474 060 кеше йәшәй. Иң ҙур ҡалаһы һәм баш ҡалаһы — Луганск.

2018 йылдан Республика Башлығы — Леонид Пасечник

Халҡы

Иҫкәрмәләр

  1. http://www.gkslnr.su/files/chisl_260418.pdf
  2. http://publication.pravo.gov.ru/Document/View/0001202202220001 ЛХР бойондороҡһоҙлоғоноң таныуы тураһында Рәсәй Федерацияһы Президентының Указы
  3. YouTube сайтында Провозглашение акта независимости Луганской Народной республики
  4. История вхождения республик Донбасса, Запорожской и Херсонской областей в состав РФ (3 октября 2022).
  5. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; указ признание төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  6. Владимир Соловьев, Елена Черненко, Ксения Веретенникова. У Донбасса собственная гордость (22 февраль 2022). 17 май 2022 тикшерелгән. «После выступления президента России Владимира Путина российские государственные телевизионные каналы показали его встречу с лидерами теперь уже частично признанных ДНР и ЛНР Денисом Пушилиным и Леонидом Пасечником. При них президент РФ подписал указы о признании двух республик, а затем были подписаны договоры «О дружбе, сотрудничестве и взаимопомощи».».
  7. Adam Potočňák, Miroslav Mares. Donbas Conflict: How Russia’s Trojan Horse Failed and Forced Moscow to Alter Its Strategy // Problems of Post-Communism. — 2022-05-16. — Т. 0, вып. 0. — С. 1–11. — ISSN 1075-8216. — DOI:DOI:10.1080/10758216.2022.2066005. — «The second option proved to be the one chosen on February 21, 2022, when Russia formally recognized the independence of the DNR and LNR and immediately sent its troops to their territories. This move proved that Moscow had completely abandoned the original Trojan Horse strategy, thus killing the entire Minsk peace process and enacting one of its already „tested“ strategic approaches. Unfortunately, the Russian Federation then went a long way further and launched a full-scale military invasion of Ukraine on February 24, 2022, sparking the most significant security crisis in Europe since the end of World War II. At the time of completion of this article (first half of April 2022), the war was entering its second phase, with Russian forces concentrating on advances in eastern and southern Ukraine after they failed to conquer Kyiv, Kharkiv, and other population centers. Therefore, it was impossible to draw any more or less probable scenarios for further developments and the future of the two, now partially recognized, people’s republics in Donbas, beyond stating two preliminary conclusions. First, the Trojan Horse strategy was an original but ultimately unsuccessful Russian attempt to approach a specific frozen conflict and the two de facto states by a new, hitherto unknown, strategic approach. Second, the case of Donbas confirmed the presumption by Kopeček and Hoch that any de facto state eventually ends up being reincorporated into its maternal state, being annexed by its patron, or gaining (at least partial) international recognition»

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар