Рәхимов Мортаза Ғөбәйҙулла улы

Рәхимов Мортаза Ғөбәйҙулла улы (рус. Рахимов Муртаза Губайдуллович; 7 февраль 1934 йыл — 11 ғинуар 2023 йыл) — инженер, Советтар Союзының һәм Рәсәйҙең нефть сәнәғәте тармағы, дәүләт органдары һәм сәйәси эшмәкәре.

Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты (12.12.1993 — 15.07.2010)[2].

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы рәйесе (1990 йылдың 7 апреле — 1993 йылдың 24 декабре)[3][4].

Башҡортостан Республикаһының Президент советы рәйесе[2].

Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт именлеге ведомство-ара Советы рәйесе[2].

Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы[5].

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советы ағзаһы[2].

«Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары советы ағзаһы[2].

Урал хәйриә фонды советы рәйесе (2010 йылдың 22 октябре — 2023 йылдың 11 ғинуары).

Биографияһы

Бала сағы. Уҡыуы

Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов 1934 йылдың 7 февралендә Башҡорт АССР-ы[6] Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында тыуған[7]. Милләте — башҡорт[8].

Атаһы — Ғөбәйҙулла Зөфәр улы Рәхимов Бөйөк Ватан һуғышынан һуң бер нисә хужалыҡта рәйес булып эшләй. 1956 йылда «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә[9].

Мортаза Рәхимов хеҙмәт эшмәкәрлеген 1956 йылда, Өфө нефть техникумын тамамлағандан һуң, Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор булып башлай. Төп эшенән айырылмай, 1964 йылда Өфө нефть институты киске бүлеген тамамлай[10][11].

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

1960—1975 йылдарҙа КПСС-тың ХХII съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводында ҡоролма начальнигы, цех начальнигы урынбаҫары, яңы производстволарҙы эшкә ҡушыу һәм көйләү буйынса баш инженер урынбаҫары булып эшләй[7].

1976—1978 йылдарҙа — предприятиеның баш химигы һәм баш инженер урынбаҫары вазифаларын башҡара.

1978—1986 йылдарҙа — КПСС-тың ХХII съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводының баш инженеры, артабан 1990 йылға тиклем директоры була[7][10][11].

Сәйәси эшмәкәрлеге

1974 йылдан 1991 йылдың авгусына тиклем КПСС ағзаһы була[10].

Өфө ҡала Советы һәм Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы депутаты[10].

1989 йылда СССР халыҡ депутаты һәм СССР Юғары Советы ағзаһы итеп һайлана[10].

1990—1993 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Рәйесе. Был осорҙа Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында Декларация (1990 йыл, 11 октябрь) ҡабул ителә[12], Федератив Килешеүгә һәм Федератив Килешеүгә Башҡортостан Республикаһынан Ҡушымтаға ҡул ҡуйыла (1992 йыл, 31 март), Башҡортостан Республикаһы яңы Конституцияһы (1993 йыл, 24 декабрь) ҡабул ителә[5][8][10][11][13].

1993 йылдың 12 декабрендә Башҡортостан Республикаһының тәүге Президенты итеп һайлана. Һайлауҙа ҡатнашыусыларҙың 63 проценты М. Ғ. Рәхимов өсөн тауыш бирә. Вазифаларын рәсми нигеҙҙә 1993 йылдың 25 декабрендә үтәй башлай[14][15]. Беренсе президентлыҡ осоронда Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында үҙ-ара вәкәләттәр бүлешеү тураһында Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһы Килешеүенә (1994 йыл, 3 август) ҡул ҡуйылa[7][16].

1994 йылда Мортаза Рәхимов хөкүмәт делегацияһы составында Мәккәгә бәләкәй хажға бара[8].

undefined

1993—2001 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышыныңның Федерация Советы, артабан Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советы ағзаһы[17][18].

1998 йылдың 14 июнендә Башҡортостан Республикаһы Президенты итеп икенсегә һайлана[7][11][19].

2003 йылдың 21 декабрендә «Һайлау хоҡуҡтары һәм РФ граждандары референдумында ҡатнашыуға хоҡуҡтарҙың төп гарантиялары тураһында»ғы Федераль законға ярашлы, бөтә халыҡ һайлауының икенсе турында 78 проценттан артыҡ тауыш йыйып, өсөнсө тапҡыр Башҡортостан Республикаһы Президенты итеп һайлана[20].

2006 йылдың сентябрендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путинға үҙенә ышаныс тураһында мөрәжәғәт итә. 2006 йылдың 5 октябрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин Республика Президенты вәкәләттәрен йөкмәтеү өсөн Мортаза Рәхимовтың кандидатураһын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарауына индерә. 2006 йылдың 10 октяберендә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың сираттан тыш 39-сы ултырышында депутаттар бер тауыштан Мортаза Рәхимовҡа Республика Президенты вәкәләттәрен яңы биш йыллыҡка йөкмәтеү тураһында ҡарар ҡабул итә[5].

2010 йылдың 12 июлендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте Башлығы Сергей Нарышкин менән осрашыуында үҙенең вазифаһынан ваҡытынан алда китергә теләүе тураһында иғлан итә[21].

2010 йылдың 15 июлендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Д. А. Медведев М. Ғ. Рәхимовтың Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһынан отставкаға китеү үтенесен ҡәнәғәтләндерә[22]

2010 йылдың 22 октябренән «УРАЛ» хәйриә фонды рәйесе[23][24].

2010 йылдың 8 декабрендә «„Башнефть“ акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советына һайлана[10].

2015 йылдың 14 апрелендә Мортаза Рәхимовҡа «Ватанға хеҙмәте өсөн» («За службу Родине») миҙалы тапшырыла.

Ил ағаһы 2023 йылдың 11 ғинуарында 89-сы йәшендә Өфөлә вафат була.[25] 2023 йылдың 13 ғинуарында «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үткән хушлашыу сараһына Башҡортостандың беренсе президентын һуңғы юлға оҙатырға Рәсәй Президенты Владимир Путин[26], Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Башҡортостан Республикаһының ғәмәлдәге Башлығы Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Татарстандың дәүләт советнигы, Татарстан Республикаһының беренсе президенты Минтимер Шәймиев, Татарстандың ғәмәлдәге президенты Рөстәм Миңлеханов, Өфө мэры Ратмир Мәүлиев һәм башҡа күренекле сәйәсмәндәр һәм дәүләт эшмәкәрҙәре килә. Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов Өфөнөң мосолман зыяратында ерләнә[27][28].

undefined

Ғәиләһе

Ҡатыны — Луиза Ғәлим ҡыҙы Рәхимова, Өфө нефть институтында уҡығанда Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов менән таныша[29]. Ғилми-тикшеренеү институтында эшләй[30].

Улдары — Урал Мортаза улы Рәхимов, 1961 йылда Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт нефть техник университеты дипломына эйә. Франция нефть институтында (IFP .ergies nouvelles (IFPEN)) һәм АҠШ-тың Пенсильвания университетында уҡый. Һуңғыһында «фән магистры» дәрәжәһе ала. Тыуған иленә ҡайтҡас, «Башнефтехим» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы ағзаһы була. "Башҡортостан яғыулыҡ компанияһы"ның директорҙар советы, «Башнефть» компанияһының директорҙар советы һәм «Башкирэнерго» компанияһының директорҙар советы менән етәкселек итә. «Салауат Юлаев» хоккей клубының президенты һәм генераль директоры була.

«Forbes» журналы фаразы буйынса, 2010 йылда Урал Рәхимов Рәсәйҙең иң бай эшҡыуарҙары исемлегендә 828-се урында тора. 2010 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты була. 2010 йылдар башында бизнесмен Рәсәйҙән китә һәм Австрияла төпләнә. 2014 йылдың апрелендә Рәсәй Федерацияһының Тәфтиш комитеты, үҙе контролдә тотҡан предприятиеларҙы законһыҙ хосусилаштырыуҙа һәм заказ буйынса үлтереүҙәр һәм теракттар ойоштороуҙа ҡатнашыуҙа шикләнеү белдереп, Урал Рәхимовҡа ҡарата енәйәт эше аса. Уға ситтән тороп ғәйепләү белдерелә һәм ул халыҡ-ара эҙләүгә иғлан ителә, Австрияға уны экстрадициялау тураһында запрос ебәрелә. Әммә Австрия властары бизнесменды биреүҙән баш тарта. Ике туған һеңлеһе Рәүфә Рәхимова әйтеүенсә, 2021 йылда Урал Рәхимов Австрияла йәшәүен дауам итә. Өйләнмәгән. Балалары юҡ[31][32].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

undefined
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1980 йыл)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1986)
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1994)
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (1999)
  • «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2000)
  • Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһының В. Н. Татищев исемендәге «Ватанға файҙаһы өсөн» ордены (2002)
  • Бөйөк Пётр («Дәүерҙең иң яҡшы менеджерҙары» йәмәғәт фонды) ордены (2002)
  • Салауат Юлаев ордены (2004 йыл)
  • Рәсәй Федерацияһы Президенты рәхмәте (1996, 1999 һәм 2004 йылдар)
  • Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы Почёт грамотаһы (2001)
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Почёт грамотаһы (2002)
  • «Президент 2002—2003» номинацияһында «Рәсәй Милли Олимпы» премияһы (2004)
  • «Рәсәй иҡтисады лидеры» почётлы милли билдә (2004)
  • Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының почётлы гражданы (2009)[33].
  • «Ватанға хеҙмәте өсөн» («За службу Родине») миҙалы (2015)
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2019)[34]

Китаптары

  • Башкортостан — моя судьба: очерки, статьи, интервью, выступления, обращения, документы. — Уфа, 1998.

Хәтер

undefined

Иҫкәрмәләр

  1. Ушел из жизни экс-президент Башкирии Муртаза Рахимов (урыҫ)
  2. 1 2 3 4 5 Рахимов Муртаза. Lenta.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 сентябрь 2023.
  3. Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза 1898—1991. Высшие органы государственной власти Башкирской АССР — ССР — Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 сентябрь 2023. Архивировано из оригинала 26 февраль 2018 года.
  4. В этом качестве был как главой республики, так и спикером парламента. Все предыдущие и последующие председатели Верховного Совета были только спикерами парламента
  5. 1 2 3 Биография Муртазы Рахимова. РИА Новости (11 ғинуар 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 сентябрь 2023.
  6. Хәҙер Башҡортостан Республикаһы.
  7. 1 2 3 4 5 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. РӘХИМОВ Мортаза Ғөбәйҙулла улы (Тикшерелеү көнө: 4 сентябрь 2024)
  8. 1 2 3 Чем известен Муртаза Рахимов. Коммерсантъ (11 ғинуар 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 сентябрь 2023.
  9. Муртаза Рахимов. Кугарчинская ЦРБ (16 ноябрь 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 сентябрь 2023.
  10. 1 2 3 4 5 6 7 Биография Муртазы Рахимова. ТАСС (12 ғинуар 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 сентябрь 2023.
  11. 1 2 3 4 Памяти первого Президента Башкортостана Муртазы Губайдулловича Рахимова. bashinform.ru (12 ғинуар 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 сентябрь 2023.
  12. Декларация о государственном суверенитете Башкирской Советской Социалистической Республики- 30 лет. Официальный портал Республики Башкортостан (9 октябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 сентябрь 2023.
  13. Как нефтяник Муртаза Рахимов стал большим политиком. Комсомольская правда (15 июль 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 сентябрь 2023.
  14. Политическая ситуация БАССР в 1920—1930 гг. Развитие института президентства в Башкирии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 октябрь 2019. Архивировано 16 октябрь 2019 года.
  15. Инаугурация президента Башкортостана совпадает с десятилетием института президентства в республике. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 сентябрь 2023. Архивировано 16 октябрь 2019 года.
  16. Первый Президент Республики Башкортостан М.Г.Рахимов. Государственное Собрание - Курултай Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 сентябрь 2023.
  17. Распоряжение Президента Российской Федерации от 12.03.2001 г. № 121-рп «О президиуме Государственного совета Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 сентябрь 2023. Архивировано 26 март 2020 года.
  18. Распоряжение Президента Российской Федерации от 17.09.2001 г. № 515-рп «О президиуме Государственного совета Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 сентябрь 2023. Архивировано 26 март 2020 года.
  19. Биография Муртазы Рахимова. Рамблер (12 ғинуар 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 сентябрь 2023.
  20. Биография М. Г. Рахимова 2008 йылдың 25 июнь көнөндә архивланған.
  21. Рахимов отказался от нового срока на посту главы Башкирии
  22. Указ Президента Российской Федерации № 913 от 15 июля 2010 года «О досрочном прекращении полномочий Президента Республики Башкортостан» 2014 йылдың 18 февраль көнөндә архивланған..
  23. Деятельность благотворительного фонда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 сентябрь 2023. Архивировано 30 апрель 2011 года.
  24. Газета «Коммерсантъ» — Башкирия раскололась на два миллиарда // Муртаза Рахимов и Рустэм Хамитов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 сентябрь 2023. Архивировано 27 декабрь 2010 года.
  25. Башҡортостандың тәүге президенты Мортаза Рәхимов вафат. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 12 ғинуар 2023 йыл (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2023)
  26. Президент России попрощался с первым Президентом Республики Башкортостан Муртазой Рахимовым
  27. Глава Башкортостана провел заседание комиссии по организации похорон Муртазы Рахимова
  28. Муртаза Рахимов похоронен на мусульманском кладбище Уфы
  29. Римма Уразбахтина. Прощальным костром догорает эпоха. Московский комсомолец (21 июль 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 сентябрь 2023.
  30. Александра Константинова. Дорогие женщины Башкирии: рассказываем о женах ВИП-персон республики. ufa1.ru (8 март 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 сентябрь 2023.
  31. Урал Рахимов. teleprogramma.pro. Комсомольская правда (издательский дом). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 сентябрь 2023.
  32. Анастасия Анушевская. Кто такой Урал Рахимов и в чём его обвиняют? Аргументы и факты (18 декабрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 сентябрь 2023.
  33. Еще трое уфимцев стали Почетными гражданами Орджоникидзевского района. ИА «Башинформ», 9 октября 2009 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 ғинуар 2021)
  34. Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовтың юбилейында: Мин унан халыҡ мәнфәғәттәре менән йәшәргә өйрәндем. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019 йыл, 7 февраль (Тикшерелеү көнө: 7 февраль 2019)
  35. В Башкирии открыли бюст Муртазе Рахимову. ИА «Башинформ», 2 сентября 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 сентябрь 2024)
  36. Энциклопедия о первом президенте Башкирии Муртазе Рахимове увидела свет. ИА «Башинформ», 2 сентября 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 сентябрь 2024)
  37. В Уфе открылась выставка «Первый президент Республики Башкортостан». ИА «Башинформ», 7 февраля 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 февраль 2024)
  38. Өфөлә Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл асылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 7 февраль 2024 йыл (Тикшерелеү көнө: 7 февраль 2024)

Әҙәбиәт

• Муртаза Рахимов. Энциклопедия. — Уфа, 2024. — Институт Башкирской энциклопедии Академии наук Республики Башкортостан.  (рус.)  (рус.)
• Президент Муртаза Рахимов=Prezident Murtaza Rakhimov. — М., 1998.  (рус.)
• Дело жизни. — Уфа, 2009.  (рус.)

Һылтанмалар

М. Б. Ямалов. РӘХИМОВ Мортаза Ғөбәйҙулла улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2024. (рус.)
Валентина Матвиенко: «Муртаза Рахимов — политический тяжеловес и опытный руководитель». «Башинформ» (7 февраль 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 август 2015. (рус.)
Муртаза Рахимов вошел в историю как первый Президент республики. ИА «Башинформ», 7 февраля 2019 года (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 7 февраль 2019)
Первый. Башкирский. Наш. 7 февраля свое 85-летие отмечает первый президент Башкортостана Муртаза Губайдуллович Рахимов. ИА «Башинформ», 7 февраля 2019 года  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2019)
Башкирия отмечает 90-летие со дня рождения Муртазы Рахимова. ИА «Башинформ», 7 февраля 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 февраль 2024)
Фоторепортаж о первом президенте Башкортостана Муртазе Рахимове. ИА «Башинформ», 12 января 2023 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2023)
«Он очень любил задушевные песни». Как вспоминают Муртазу Рахимова его любимые артисты. ИА «Башинформ», 12 января 2023 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2023)

Видеояҙмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар