Алтынбаев Сәмиғулла Ғиләж улы

Алтынбаев Сәмиғулла Ғиләж улы (рус. Алтынбаев Самигулла Гилязович; 12 август 1916 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се кавалерия полкы кавалерисы. Гвардия кесе сержанты. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[1][2].

Биографияһы

Сәмиғулла Ғиләж улы Алтынбаев 1916 йылдың 12 авгусында Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы Сәйетбаба ауыл Советы составындағы) Ҡолҡан ауылында тыуған.

1916 йылдың декабрендә Ғафури районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.

Гвардия кесе сержанты Алтынбаев Сәмиғулла Ғиләж улы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се кавалерия полкы кавалерисы булып хеҙмәт итә [1].

Һуғыштан һуң

Сәмиғулла Ғиләж улы Алтынбаев хәләл ефете Мәстүрә Гәрәй ҡыҙы менән 7 бала тәрбиәләп үҫтерә.

Ғаилә башлығы Красноусол быяла заводында эшләй[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

Алтынбаев Сәмиғулла Ғиләж улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Ғафури районы Ҡолҡан ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.