Туғай (Благовещен районы)

Туғай (рус. Тугай) — Башҡортостандың Благовещен районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 555 кеше[2]. Почта индексы — 450034, ОКАТО коды — 80215853001.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 555 277 278 49,9 50,1

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (31 %) һәм рустар (28 %) йәшәй[3].

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Благовещен): 40 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Өфө): 12 км

Тарихы

Туғай ауылына 1929 йылда Иҫке Турбаҫлы кешеләре нигеҙ һалған. Тәүге күскенселәр ағалы-ҡустылы Шабаевтар, шулай уҡ Сахаутдин Баһаутдиновтар була. Бер йылдан Туғай Турбаҫлы ауыл Советы составына инә.

1930-сы йылдарҙа Рәйес Молотов халыҡ комиссарҙары советы ҡарары менән СССР өлкәләрендә «Заготскот» базалары булдырыла. Бындай база Туғай ауылында ойошторола. Был ойошманың төп бурысы булып мал йыйыу һәм һатыу була. Н. С. Хрущев хакимлығы аҫтында ауылда утарҙы мал аҙығы менән тәьмин итеү маҡсатында «Благовещен малсылыҡ фермаһы» ойошторола. 1972 йылдан 1981 йылға тиклем совхозды Ф. Ғүмәров етәкләй, һуңынан ул Благовещен совхозы директоры була.

Төрлө йылдарҙа ауыл халҡы даими арта бара: 1939 йылда ауылда 71 кеше була, 1959 йылда — 115, 1969 йылда — 379, 1989 йылда — 559 кеше.

1950 йылда Туғайҙың үҙ мәктәбе була.

1984 йылда ауыл шул уҡ исемле ауыл Советының административ үҙәге була.

Совет осоронан һуңғы осорҙа Благовещен совхозы ошо уҡ исемдәге СПХК итеп үҙгәртелә, ә XXI быуат башында «Туғай-Агро» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ойошторола.

Ауыл халҡы күпселек — башҡорттар, татарҙар, урыҫтар.[4]

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009'. Excel форматында ҡушымта 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.  (рус.)
  4. Барановский А. Ю. Благовещенский район Республики Башкортостан: связь времен. — Уфа, Республика Башкортостан: Мир печати, 2016. — 220 с. — ISBN 978-5-9613-0397-1.

Тема буйынса өҫтәмә