Успенка (Благовещен районы)

Успенка (рус. Успенка) — Башҡортостандың Благовещен районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 139 кеше[2]. Почта индексы — 453457, ОКАТО коды — 80215819009.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 139 65 74 46,8 53,2

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек мариҙар (40 %) һәм рустар (31 %) йәшәй[3].

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Благовещен): 22 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (ҮргеИҙәк): 1 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Өфө): 19 км

Тарихы

Успенка ауылына 1920-се йылдарҙың беренсе яртыһында Иҙәк йылғаһы ярында нигеҙ һалына. Фараз ителеүенсә, ҡасабаға урындағы урыҫ крәҫтиәндәре — Крюков Починогы кешеләре нигеҙ һалыусылар булған.

1930 йылға тиклем был ҡасаба Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны Благовещен улусының 1-се Успенский ҡасабаһы булараҡ барлыҡҡа килгән. Ә һуңынан Успенка Ильина Поляна ауыл Советы составына инә. XX быуат уртаһынан хәҙерге көнгә тиклем Иҙәк ауыл Советына ҡарай.

1939 йыл мәғлүмәттәре буйынса, ауылда 125 кеше йәшәгән, уларҙың һаны йылдар үтеү менән үҙгәргән, тик бер аҙ ғына. Беҙҙең көндәргә тиклем ауыл халҡы — урыҫтар, мариҙар һәм татарҙар йәшәй.[4]

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009'. Excel форматында ҡушымта 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.  (рус.)
  4. Барановский А. Ю. Благовещенский район Республики Башкортостан: связь времен. — Уфа, Республика Башкортостан, Россия: Мир печати, 2016. — 220 с. — ISBN 978-5-9613-0397-1.

Тема буйынса өҫтәмә