Атарша
Село | |||
Атарша | |||
---|---|---|---|
башҡ. Атарша | |||
55°37′08″ с. ш. 59°00′30″ в. д.HGЯO | |||
Ил | Рәсәй Федерацияһы | ||
Федерация субъекты | Башҡортостан | ||
Муниципаль район | Балаҡатай районы | ||
Ауыл биләмәһе | Атарша | ||
Тарихы һәм географияһы | |||
Элекке исеме | совхоздың Атарша фермаһы ауылы | ||
Сәғәт бүлкәте | UTC+6:00 | ||
Халҡы | |||
Халҡы | ↘375[1] кеше (2010) | ||
Һанлы идентификаторҙар | |||
Почта индексы | 452572 | ||
Автомобиль коды | 02, 102 | ||
ОКАТО коды | 80 210 802 001 | ||
ОКТМО коды | 80 610 402 101 | ||
ГКГН номеры | 0221225 | ||
|
Атарша (рус. Атарша) — Башҡортостандың Балаҡатай районындағы ауыл. Атарша ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 375 кеше[2]. Почта индексы — 452572, ОКАТО коды — 80210802001.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Район үҙәгенә тиклем (Яңы Балаҡатай): 14 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Үңкерҙе): 50 км[3]
Атарша ауылы Әй йылғаһы бассейнына ҡараған Тарша йылғаһы буйында, район үҙәге Яңы Балаҡатай ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 14 километр һәм Үңкерҙе (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа 50 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[4].
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Атарша ауылының исеме урын-ер атамаһына бәйле. Был ауылдың иртә тарихы буйынса мәғлүмәт юҡ дәрәжәһендә.
Атарша ауылы XIX быуаттың 80-се йылдарында барлыҡҡа килгән тип һанарға була. 1895 йылда бындағы 16 йортта 94 кеше йәшәгән.
1905 йылда Атарша ауылындағы 22 йортта 119 кеше йәшәгән. 1920 йылда уҙғарылған йәниҫәп был ауылды урап үткән[5].
1933 йылда XX быуат башында күпме кеше булһа, шул уҡ һан үҙгәрмәйсә һаҡланған. Әсфәндиәровтың Башҡортостан ауылдарына бағышланған хеҙмәтендә «ауыл юғалған» тип яҙылған[5].
Атарша ауылы XX быуаттың 30‑сы йылдарында Алағуз совхозының Атарша фермаһы ауылы булараҡ ойошторола.
2007 йылдың 10 сентябренә тиклем Балаҡатай районы Алағуз совхозының Атарша фермаһы ауылы тип йөрөтөлгән[6].
2005 йылдан хәҙерге статусына, 2007 йылдан хәҙерге атамаһына эйә.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Атарша ауылында башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 119 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 368 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 479 | 222 | 257 | 46,3 % | 53,7 % |
2002 йыл 9 октябрь | 404 | 207 | 197 | 51,2 % | 48,8 % |
2010 йыл 14 октябрь | 375 | 187 | 188 | 49,9 % | 50,1 % |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Әлеге ваҡытта Атарша ауылында төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[4].
Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тирә-яҡ мөхит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Йылғалар:
- Әй, Тарша йылғаһы
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Атарша // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 568. — ISBN 978-5-295-04683-4. 568 б.
- Совет муниципальных образований Республики Башкортостан.
- Атарша на портале «Генеалогия и Архивы»
- Село Атарша — на портале novo-belokatay.ru 2017 йылдың 25 март көнөндә архивланған.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ 4,0 4,1 Атарша // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 5,0 5,1 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 568. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Правительство Российской Федерации. Постановление от 10 сентября 2007 г. N 572 2008 йылдың 4 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ Карта села Атарша. Улицы
Был — Башҡортостан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |