Биктыш

Биктыш (рус. Биктышево) — Башҡортостандың Шаран районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 124 кеше[2]. Почта индексы — 452634, ОКАТО коды — 80258805002.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь 143
2010 йыл 14 октябрь 124 64 60 51,6 48,4

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек мариҙар (94 %) йәшәй.[3].

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Шаран): 12 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Акбарыҫ): 3 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 47 км

Ауылдың тарихы

Биктыш, Биҡҡол һәм Урсай ауылдары Ҡаръяуҙы ауылы башҡорттарының 1740 йылдың 1 июлендә (1632) мариҙарға бирелгән килешеүенә ярашлы барлыҡҡа килгән. Ауылдың үҫеше: 1783 йылда ауылда 24 кеше иҫәпләнә, 1795 йылда 21 кеше, 1834 йылда 12 йорт хужылығында 73 кеше, 1859 йылда 18 йорт хужалығында 104 кеше, 1870 йылда 19 йорт хужылғында 116 кеше, 1920 йылда 62 йорт хужалығында 293 кеше иҫәпләнгән.[4]

Тема буйынса өҫтәмә