Харисов Рафиҡ Хафиз улы

Харисов Рафиҡ Хафиз улы (15 август 1957 йыл — агроном, ауыл хужалығы һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 2006—2009 йылдарҙа Салауат районы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.

Биографияһы

Рафиҡ Хафиз улы Харисов 1957 йылдың 15 авгусында Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Сирбай ауылында тыуған.

19741975 йылдар — Ҡыйғы районы «Киров» совхозының Сирбай бригадаһында төрлө эштәрҙә эшләй.

19751977 йылдар — Совет Армияһында хеҙмәт итә[1].

19771980 йылдар — Дыуан ауыл хужалығы техникумында уҡый.

19801981 йылдар — «Киров» совхозының Аҫылғужа бүлексәһендә агроном-бригадир.

19811986 йылдар — Ҡыйғы районы «Киров» совхозының Аҫылғужа бүлексәһе управляющийы.

1986 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының[2] агрономия факультетын тамамлай[1].

1986 йыл — Ҡыйғы районы «Киров» совхозының баш агрономы.

19861989 йылдар — Ҡыйғы районы «Киров» совхозы директорының мал аҙығы әҙерләү буйынсы урынбаҫары[1].

19892000 йылдар — Ҡыйғы районы Чкалов исемендәге колхоз рәйесе.

20002006 йылдар — Ҡыйғы районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы.

20062009 йылдар — Салауат районы хакимиәте башлығы[1].

2011май 2016 йылдар — Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2012)[4]
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы[1].

Һылтанмалар