Ҡотоев Хөсәйен Муллаян улы
Ҡотоев Хөсәйен Муллаян улы (1923—1945) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкының взвод командиры, гвардия өлкән лейтенанты. Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән[1].
Биографияһы
Хөсәйен Муллаян улы Ҡотоев 1923 йылдың 25 декабрендә Силәбе өлкәһе (РСФСР) Нуғайбәк районындағы Балҡан ауылында тыуған[2].
Хәрби хеҙмәте
Ҡыҙыл Армия сафына 1941 йылда саҡырыла. Саҡырылыуын төрлө сығанаҡ төрлөсә хәбәр итә: 1941, 1942 йылдың апреле йә 6 декабре тип тә яҙалар. Баймаҡ район хәрби комиссариаты башта атаһы Муллаян Ҡотоевты, атаһын, һуңыраҡ улы Хөсәйенде фронтҡа оҙата.
Ҡотоев Хөсәйен 1943 йылда 1‑се Атлы армия исемендәге Тамбов кавалерия училищеһын тамамлай.
112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһының 58‑се гвардия кавалерия полкының элемтә отделениеһы командиры булып хеҙмәт итә.
1943 йылдың 26-27 сентябрь көндәрендә ҡаҙанған батырлығы өсөн Белорус фронты Хәрби Советының 1943 йылдың 31 октябрҙә сығарылған 22/н ҡарары менән Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
1945 йылдың апрелендә фронтта атаһы менән күрешә, икәүләп фотоға төшәләр.
1945 йылдың 23 апрелендә батырҙарса һәләк була. Германияла, Шмахтенхаген ауылында ерләнгән[2].
Наградалары
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1943)
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945)[3]
Хәтер
Ҡотоев Хөсәйен Муллаян улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Баймаҡ районында һәм Силәбе өлкәһе Нуғайбәк районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Сығанаҡтар
- ЦАМО. Картотека награждений, шкаф 49, ящик 4.
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. КУТУЕВ Хусаин Муллаянович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 июль 2021)
- Память народа. Ҡотоев Хөсәйен Муллаян улы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 июль 2021)
- Хөсәйен Муллаян улы Ҡотоев
- Хәтер юлы 2021 йылдың 3 июнь көнөндә архивланған.
- Проектно-исследовательская работа об отце исыне Кутуевых Муллаяне и Хусаине