Абукаева Любовь Алексеевна
Любовь Алексеевна Абукаева (1969 йылдың 25 декабре, Яңы Ключево, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй лингвисы һәм фольклорсыһы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы. Мари дәүләт университетының рус һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһы профессоры.
Биографияһы
1987 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. 1990 йылда Мари дәүләт университетына уҡырға ебәрелә. Уны 1992 йылда тамамлай, «Филолог. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» һөнәренә эйә була.
1992 йылдан 1993 йылға тиклем рус һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһы уҡытыусыһы. 1993—1996 йылдарҙа — Марий дәүләт университетының фин-уғыр телдәре кафедраһы аспиранты, 2001—2004 йылдарҙа шунда уҡ докторант. 2006 йылдан Марий дәүләт университетының рус һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһы профессоры.
Марий-Эл Республикаһы буйынса Роскомнадзор Идаралығы ҡарамағындағы РФ киң мәғлүмәт саралары тураһында РФ ҡануниәтен ҡулланыу буйынса Консультация советы ағзаһы, Хөкүмәт ҡарамағындағы Марий Иле Республикаһының Дәүләт телдәре буйынса комиссия ағзаһы, «Вестник Марийского университета» фәнни журналының редколлегия ағзаһы[1][2].
Фәнни эшмәкәрлеге
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары мари теленең тарихи һәм экспрессив синтаксисы, мари фольклоры менән бәйле. 90-дан ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәт, шул иҫәптән 3 монография, 1 һүҙлек авторы.
1996 йылда — кандидатлыҡ («Принципы классификации и история сложноподчинённых предложений нерасчленённой структуры в марийском языке»), 2005 йылда докторлыҡ диссертацияларын («Экспрессивные синтаксические конструкции в марийском языке») яҡлай.
Фәнни эшмәкәрлеге марий тел ғилеменә һәм фольклорға, атап әйткәндә, тыйыуҙарҙы, йола халыҡ йырҙарын һәм таҡмаҡтарын өйрәнеүгә; халыҡ педагогикаһына һ. б. арналған. 130-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. «Көнсығыш мариҙары йырҙары» (1991) йыйынтығын, «Мишкә мариҙарының туй йырҙары» (2009; бөтәһе лә — Йошкар-Ола ҡалаһында баҫылып сыға) йыйынтығын һ. б. төҙөүсе[3]. В августе 2023 года учёный предложила разработать государственные программы по Цифровая трансформация[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- Марий-Эл Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Почёт грамотаһы (2006, 2012).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Абукаева Любовь Алексеевна (урыҫ). Марийский научно-исследовательский институт языка, литературы и истории им. В.М. Васильева. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 сентябрь 2025.
- ↑ Юбилей. МарНИИЯЛИ (25 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 сентябрь 2025.
- ↑ Эксперт предложила создать в Марий Эл полилингвальные многопрофильные школы (21 март 2020). 17 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Эксперт предложила разработать госпрограммы по цифровизации языков (20 август 2023). 17 сентябрь 2025 тикшерелгән.
Әҙәбиәт
- Абукаева Любовь Алексеевна // Учёные Марийского государственного университета. — Йошкар-Ола: МарГУ, 2002. — С. 164. — 292 с. — 1000 экз. — ISBN 5-94808-043-9.
- Абукаева Любовь Алексеевна // Марийская биографическая энциклопедия / Авт.-сост. В. А. Мочаев. — Йошкар-Ола: Марийский биографический центр, 2007. — С. 14. — 2032 экз. — ISBN 5-87898-357-0.
- Айплатов Г. Н. Абукаева Любовь Алексеевна // Марийская биографическая энциклопедия / Авт.-сост. В. А. Мочаев. — 2-е изд. — Йошкар-Ола: Марийский биографический центр, 2017. — С. 12. — 606 с. — 1500 экз. — ISBN 978-5-905314-35-3.
Һылтанмалар
- Абукаева Любовь Алексеевна (Тикшерелеү көнө: 21 сентябрь 2025)