Абдрахманов Хәниф Хажиғәле улы

Абдрахманов Хәниф Хажиғәле улы (4 ғинуар 1925 йыл — 23 апрель 1999 йыл) — уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкының орудие һәм разведка отделениеһы командиры, сержант. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Дан орденының тулы кавалеры.

Биографияһы

Хәниф Хажиғәле улы Абдрахманов 1925 йылдың 4 ғинуарында Башҡорт АССР‑ының Бәләбәй кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әлшәй районы) Үрнәк ҡасабаһында тыуған.

1943 йылдың ноябренән алып Көнбайыш һәм 2‑се Белоруссия фронттарында 49‑сы армияның 139‑сы уҡсылар дивизияһының 609‑сы уҡсылар полкында тоҫҡаусы, артиллерия батареяһының орудие һәм разведка отделениеһы командиры булып хеҙмәт итә. Дан ордендары менән 1944 йылдың 26 июнендә Белорус ССР‑ы Горбовичи ауылы эргәһендә Реста йылғаһы аша сыҡҡанда, 17 июлдә Цогарны ауылы янында дошман контратакаһын кире ҡаҡҡанда һәм 1945 йылдың 13 һәм 15 февралендә Лишин һәм Клайн Гацно торама пункттары (икеһе лә — Польша) өсөн һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. 1946 йылдарынды өлкән сержант демобилизациялана.

1946—1973 йылдарҙа һәм 1980—86 йылдарҙа Әлшәй районы һәм Өфө ҡалаһы мәктәптәрендә уҡытыусы, директор булып эшләй. 1950 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлай.

1973—1980 йылдарҙа РСФСР Педагогия йәмғиәте Башҡортостан бүлексәһенең яуаплы секретары вазифаһын башҡара. 1999 йылдың 23 апрелендә вафат була, Өфө ҡалаһында Көньяҡ зыяратта ерләнгән[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[2]
  • Дан ордены тулы кавалеры: 1‑се (27.02.1958), 2‑се (12.04.1945[3]) һәм 3‑сө (15.08.1944[4])
  • РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы
  • ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт билдәһе
  • ВЛКСМ Үҙәк Комитетының өс Почёт грамотаһы

Хәтер

  • Өфөлә Хәниф Абдрахманов йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Категориялар