Аҡтуғанов Мәхмүт Сафа улы

Аҡтуғанов Мәхмүт Сафа улы (25 декабрь 1924 йыл — 24 ғинуар 1971 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, майор (1969). Советтар Союзы Геройы (1944).

Биографияһы

  • 1924 йылда 25 декабрендә Башҡорт АССР‑ының Бөрө кантоны (Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы) Яңы Сафар ауылында тыуған.
  • 1942 йылдан алып Ҡыҙыл Армия сафында.
  • 1943 йылдың сентябренән башлап Брянск, Үҙəк, Белоруссия һəм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмəт итə.
  • 1956 йыл — Боровичи ҡалаһында Хəрби пехота училищеһын тамамлай.
  • 1969 йыл — отставкала.
  • 25.01.1971 — Ленинград ҡалаһында вафат була.

Батырлығы

Герой исеменə 61‑се армия 77‑се гвардия уҡсылар дивизияһы 221‑се гвардия уҡсылар полкының танкыға ҡаршы ҡорал тоҫҡаусы гвардия кесе сержанты Мәхмүт Аҡтуғанов 1943 йылдың 28 сентябрендә Белорус ССР‑ы Комарин ауылынан төньяҡтараҡ Днепр йылғаһы аша сыҡҡанда һəм уң ярҙағы плацдармды киңəйткəндə күрһəткəн батырлығы өсөн лайыҡ була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

Мишкə районы Мишкə ауылында урамға Аҡтуғанов исеме бирелгəн.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Аргынбаев И. Он стоял насмерть //Славные сыны Башкирии. Кн. 2. — Уфа, 1966. (рус.)

Һылтанмалар