Башҡортостан

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Субъект Российской Федерации
Башҡортостан
Salavat Yulaev Panorama.jpg
Флаг Герб
Флаг Герб
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны
54°28′00″ с. ш. 56°16′00″ в. д.HGЯO
Ил
Входит в Рәсәйҙең Европа өлөшө[d]
Волга буйы федераль округы
Адм. үҙәк Өфө
Тарихы һәм географияһы
Майҙаны
  • 143 600 км²
Бейеклеге 214 метр
Сәғәт бүлкәте MSK+2
Һанлы идентификаторһар
Код ISO 3166-2 RU-BA
Код ОКАТО 80

Рәсми сайт (рус.)
Башҡортостан на карте
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары
Sound.png Тышҡы аудиофайлдар
Sound.png Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны (башҡ.)

Башҡортостан Республикаһы, шулай уҡ Башҡортостан — Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияларына ярашлы, үҙаллы демократик дәүләт[1][2]. Рәсәй Федерацияһы субъекты. Волга буйы федераль округына[3] һәм Урал иҡтисади районына ҡарай. Пермь крайы, Свердловск, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Татарстан һәм Удмурт республикалары менән сиктәш. Баш ҡалаһы — Өфө.

Республика Халыҡ-ара төрки халыҡтар мәҙәниәте һәм сәнғәте ойошмаһы — ТӨРКСОЙ-ҙың тулы хоҡуҡлы ағзаһы.

Этимологияһы

Башҡорт этнонимына -стан (фарс. ستان — «ил») суффиксы ҡушыуҙан барлыҡҡа килә һәм башҡорттар иле тигәнде аңлата.

Башгурд формаһында беренсе тапҡыр Фазылуллаһ Рәшид әд-Диндеңдең VIII быуатҡа ҡараған «Уғыҙнамә»һендә телгә алына[4]. Башгирды, Баскардия, Башгирдия һәм башҡа атамалар урта быуаттың ғәрәп-фарсы һәм көнбайыш сығанаҡтарында осрай[5].

XVI—XVII быуаттарҙа рус сығанаҡтарында башҡорттар йәшәгән территория Өфө өйәҙе йәки Башкирия тип атала[6]. Тәүге атамаһы Башкирь, Башкирдия, Башҡорт крайы, Башҡорт провинцияһы булараҡ ҡулланыла.

Башҡортостандың физик картаһы

Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына ярашлы, субъекттың атамаһы: Башҡортостан Республикаһы. Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлы, Башҡортостан һәм Башҡортостан Республикаһы билдәләмәләре тиң[7].

Тарихы

Боронғо осор

Башҡортостандың иң боронғо кеше төйәкләнгән урыны — иртә һәм урта палеолит дәүеренә ҡараған Урта түбә торамаһы. Ул Урал аръяғындағы Ҡарабалыҡты күле буйында урынлашҡан. Боронғо ғибәҙәтханалар тип иҫәпләнгән Көньяҡ Уралдағы Шүлгәнташ һәм Игнатьев мәмерйәләрендә һаҡланып ҡалған һүрәттәр һуңғы палеолит осорона ҡарай. Шүлгәнташ мәмерйәһендә табылған мамонттар, мөгөҙморондар (носорогтар), аттар һәм башҡаларҙың рәсемдәре һуң палеолит осорона ҡарай (36400 йыл элек[8]).

Версияларҙың береһе буйынса ҡырағай аттарҙы ҡулға эйәләштереү тарихи Башҡортостан территорияһында тормошҡа ашырыла, быны С-14 буйынса беҙҙең эраға тиклем VII—VI мең йыллыҡ сигендә тип билдәләнгән Мулла II һәм Дәүләкән II торамаларында табылған йорт атының боронғо ҡалдыҡтары ла раҫлай[9]

Шүлгәнташ мәмерйәһендә палеолит дәүерендәге тәүкеше һүрәте

Мезолит дәүерендә территорияла халыҡ һаны һиҙелерлек үҫешә, быны Башҡорт Урал аръяғындағы археологик ҡомартҡылар ҙа раҫлай.Неолит дәүере ер эшкәртеү һәм малсылыҡ үҫеше менән ҡылыҡһырлана[10].

беҙҙең эраға тиклем II мең йыллыҡ уртаһынан һәм I йыллыҡ башына тиклем, бронза быуатында, Көньяҡ Урал территорияһы ныҡлап үҙләштерелә башлай һәм был бронзаны юғары кимәлдә эшкәрткән, унан эш ҡоралдары эшләгән Абаш мәҙәниәте ҡәбиләләре килеү менән аңлатыла.

Иртә тарих

Төбәк «Башгурд» атамаһы менән иң беренсе (VIII быуат) Фазылуллаһ Рәшид әд-Диндең «Уғыҙнамә» хеҙмәтендә теркәлә[4].

Башгирд, Баскардия, Башгирдия һәм башҡа атамалар урта быуаттың ғәрәп-фарсы сығанаҡтарында осрай[5]. Башҡорттарҙың иле, уның халҡы һәм ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында IX—XIII быуаттарҙа ғәрәп географтары Әхмәт Ибн Фаҙлан һәм Әл-Бәлхи, итальян монахы Плано Карпини һәм голланд Гиль де Рубрук яҙып ҡалдыра. Башҡорт халҡының атамаһы беренсе тапҡыр Сәләм Тәржемәни яҙмаларында осрай (IX быуаттың беренсе яртыһы). Ғәрәп географы Иҙриси XII быуатта башҡорттарҙың «эске һәм тышҡы» өлкәләре, Немжан, Гурхан, Ҡараҡая, Касра һәм Масра ҡалалары тураһында яҙа[11]. В русских летописях первое упоминание о Башкирской земле относится к 1469 году.

X—XIII быуаттарҙа башҡорттарҙың көнбайыш өлөшө Волга Болғары составына керә.

1220—1234 йылдарҙа башҡорттар монголдарға ҡаршы һуғыша, ғәмәлдә уларҙың көнбайышҡа үтеүен тотоп тора. Монгол-башҡорт һуғышы 14 йыл дауам итә. «Сокровенное сказание монголов» хикәйәтендә башҡорттар татар-монголдарға ныҡ ҡаршылыҡ күрһәткән халыҡтар иҫәбенә индерелә[12].

XIII—XIV быуаттарҙа башҡорттар йәшәгән барлыҡ территория Алтын Урҙа составында була. Башҡорттар бей дәрәжәһе ала (ярлыҡтар), йәғни Монгол империяһы составында ғәмәлдә территориаль автономия ала. Монгол дәүләте иерархияһында башҡорттар айырым — өҫтөнлөклө урында тора[13].

Алтын Урҙа тарҡалғандан һуң Башҡортостандың ҙур өлөшө Нуғай Урҙаһының айырым наместниклығы була[14], көнсығыш башҡорттар йәшәгән территория — Себер, ә көнбайыш башҡорттары ерҙәре Ҡазан ханлығы составына керә[6].

XVI—XIX быуаттар

1557 йылда килешеү нигеҙендә Башҡортостандың европа өлөшө Рус дәүләтенә инә. Был ҡушылыу 1552 йылда Ҡазан ханлығы ирекле рәүештә ҡушылыуҙы кире ҡаҡҡандан һәм яулап алынып, йәшәүен туҡтатҡандан һуң 5 йыл үткәс тормошҡа ашырыла. XVII быуат башына, Рәсәй Себер ханлығын яулап алғандан һуң, башҡорттар йәшәгән барлыҡ территориялар Рәсәй составына инеп бөтә.

Яҡынса XVII быуат уртаһы-аҙағында Башҡортостандың Рәсәй составында булыуы номиналь характерға эйә була, сөнки Башҡортостан оҙаҡ ваҡыт Рәсәй дәүләтселеге институттарына ҡушылмай[15]. XVII быуат уртаһында төҙөлгән Кама аръяғы оборона һыҙаты, ғәмәлдә Башҡортостан менән Рәсәй араһында сик булып тора[15]. Шулай итеп, Башҡортостан административ йәһәттән генә түгел, территория буйынса ла айырымлана. Бары тик XVII быуаттың уртаһында ғына Рәсәй башҡорттарҙың эске тормошона ҡыҫыла, договор шарттарын боҙа башлай һәм был 1662—1664 һәм 1681—1684 йылдарҙағы беренсе башҡорт ихтилалдары башланыуға сәбәп була[15].

«Александр II ҡатнашлығында башҡорттарҙың ыласын сөйөп һунар итеүе», Франц Рубо

Башҡорттарҙың Рәсәй составына инеүенең өс версияһы бар: ирекле, көс ҡулланып һәм ирекле-мәжбүри. Башҡорт шәжәрәләрендә батша власы менән килешеү мөнәсәбәттәре, инеүҙең айырым шарттары һәм уларҙың бер яҡлы ғына үҙгәртелә алмауы яҙыла. Башҡорттарға үҙ территорияһы менән идара итеү, унда үҙ ғәскәрен, хакимиәтен булдырыу, динен тотоу хоҡуғы бирелә. Башҡорттарҙың Рәсәй менән мөнәсәбәтенең үҙенсәлеге 1649 йылғы Собор уложениеһында ла сағылыш таба, унда баярҙарға башҡорттарҙың ерҙәрен тартып алыу тыйыла, бының өсөн үҙҙәренең барлыҡ милкен тартып алыу янала. Шулай уҡ башҡорттар тоҙ сығарыу хоҡуғына эйә була. Бер ни тиклем һуңыраҡ батша властары договорҙың ҡайһы бер шарттарын боҙа (аҫаба ерҙәрҙе тартып ала, һалымды арттыра, үҙидаралыҡты бөтөрә, көсләп христианлаштыра һ.б.). Был Башҡорт ихтилалдары башланыуға этәрә. Башҡорттар өсөн иң ауыр ихтилал 1735-1740 йылдарҙа була. Уның барышында бик күп аҫаба ерҙәре тартып алынып, мишәрҙәргә бирелә[16]. Америка тарихсыһы А. С. Доннелли иҫәпләүенсә, башҡорттарҙың һәр дүртенсе кешеһе һәләк булак[17][18].

XVI быуаттың икенсе яртыһынан XIX быуат башына тиклем башҡорттар көньяҡ-көнбайышта Волганың һул ярынан көнсығышта Тубыл йылғаһының үренә тиклем, төньяҡта Сылва йылғаһынан алып, Волганың барлыҡ һул ярын индереп, көньяҡта Яйыҡ йылғаһының урта ағымына тиклем ҙур территорияны биләй. Йәғни улар Урта һәм Көньяҡ Уралда, Урал алдында, Волга буйында һәм Урал аръяғында йәшәй.

XVI—XVII быуаттарҙа рус сығанаҡтарында башҡорттарҙың йәшәү территорияһы Өфө өйәҙе йәки Башкирия тип күрһәтелә[6]. Тәүҙә Башкирь, Башкирдия, Башҡорт провинцияһы тип бирелә.

1708 йылда край Ҡазан губернаһына Өфө воеводствоһы тип индерелә[19], 1719 йылдан ул Өфө провинцияһы тип үҙгәртелә. 1774 йылда Өфө провинцияһы Ырымбур губернаһы составына керә.

1748 йылдың 10 апрелендәге Указға ярашлы, башҡорттар хәрби-хеҙмәт ҡатламына (Башҡорт ғәскәре) күсерелә һәм Рәсәйҙең көнсығыш сигендә сик буйын һаҡларға бурыслы була[20]. Кесе жуз 1731 йылда Рәсәйгә ҡушылғандан һуң, Тарихи Башҡортостан ерҙәре империяның эске өлкәһенә әйләнә һәм башҡорттарҙы сик буйын һаҡлауға йәлеп итеү ихтыяжы бөтә.

1865 йылда Ырымбур губернаһы икегә бүленеп, Өфө губернаһы ойошторола. Уға Өфө, Бәләбәй, Бөрө, Златоуст, Минзәлә һәм Стәрлетамаҡ өйәҙҙәре инә.

Башҡорт атлы полктары Рус армияһы составында Минин һәм Пожарскийҙың ополчениеһында һуғыша, 1612 йылда Мәскәүҙе Речь Посполитая ғәскәрҙәренән азат итеүҙә ҡатнаша, 1812 йылғы Ватан һуғышында ла өлөшө ҙур.

XX быуат

1917 йылдың 15 (28) ноябрендә Башҡортостан үҙәк шураһы Башҡортостан милли-территориаль автономияһын иғлан итә, уны Башҡортостандың ойоштороу съезы раҫлай[21][22][23][24]. Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе милли-территориаль автономия була. 1917 йылдың 16 (29) ноябрендә ҡарар баҫылып сыға.

Башҡорт АССР-ының 50 йыллығына арналған почта маркаһы

территориаль автономия иғлан ителгәс, уның сиктәре тураһында һорау тыуа. Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары ике: «Бәләкәй Башҡортостан» һәм «Оло Башҡортостан»[25] проекттарын раҫлай. Шулай уҡ ҙурыраҡ территорияны берләштергән, Әхмәтзәки Вәлиди тәҡдим иткән өсөнсө проект та була[26]. Граждандар һуғышы арҡаһында беренсе проектты ғына тормошҡа ашырыу мөмкин була. Һөҙөмтәлә автономиялы Башҡортостан республикаһы «Кесе Башҡортостан» сиктәрендә генә ойошторла.

1919 йылдың 20 мартында Мәскәүҙә «Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү». Документҡа ҡул ҡуйып, Совет Рәсәйе 1917 йылдан үҙенең составында булған беренсе милли-территориаль автономияны таный[27][28]. Килешеүгә ярашлы, Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһы ойошторола. «Бәләкәй Башҡортостан» термина артабан да АБСР-ға ҡарата ҡулланыла. 1919 йылдың 23 мартында килешеү тексы ВЦИК-тың «Известия» гәзитендә сыға. Был көн Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы-ның рәсми ойошторолоу көнө тип иҫәпләнә[29][30][31].

Рәсәй Банкының 10 һумлыҡ иҫтәлекле тәңкәһе (2007)

1920 йылдың 12 авгусында"Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ ҡалаһын Башҡорт Республикаһы составына индереү тураһында" ВЦИК декреты ҡабул ителә[32].

ВЦИК-тың 1922 йылдың 14 июлендәге «Автономиялы Башҡорт Социалистик Совет Республикаһы сиктәрен киңәйтеү тураһында» декретына ярашлы Өфө губернаһы Башҡорт Республикаһына ҡушыла. «Бәләкәй Башҡортостан» 87 процент башҡортто берләштергән «Оло Башҡортостан» сиктәренә тиклем ҙурайтыла. Өфө республиканың рәсми баш ҡалаһы була. «Оло Башҡортостан» термины 1930 йылда кантон-волость бүленеше бөтөрөлгәнгә тиклем ҡулланыла.

1925 йылдың 27 мартында Башҡорт АССР-ы Конституцияһы проекты ҡабул ителә. 1937 йылдың 23 июнендә СССР-ҙың (1936) һәм РСФСР-ҙың (1937) яңы конституцияларына ярашлы, БАССР-ҙың 1937 йылғы Конституцияһы, ә 1978 йылдың 30 майында БАССР-ҙың 1978 йылғы Конституциялары ҡабул ителә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡорт АССР-ына 100-ҙән ашыу сәнәғәт предприятиеһы, тиҫтәләрсә госпиталь, бер ни тиклем үҙәк дәүләт органы, 178 мең ҡасаҡ килә[33]. Һуғыш йылдары осоронда республика территорияһында бик күп хәрби частар ойошторола. Сәнәғәт һәм армия өсөн республикала һуғыш алдынан асылған нефть табыу мөһим роль уйнай. Республика халҡы Ҡыҙыл Армияға финанс ярҙамы күрһәтә, самолеттар һәм танкылар эшләү өсөн тиҫтәләрсә миллион һум йыя. Башҡорт АССР-ының 280 кешеһе Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.

Һуғыштан һуңғы осорҙа Башҡорт АССР-ында нефть химияһын, машиналар эшләүҙе һәм авиацияны үҫтереү үҙәге булараҡ яңы ҡалалар төҙөлә (Салауат, Күмертау). Яңы тимер һәм автомобиль юлдары һалына. 1960—1980 йылдарҙа Башҡорт АССР-ында сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм төҙөлөш юғары темптар менән үҫешә. 1980 йылда Өфө халҡы бер миллион кешенән артып китә.

1990 йылдың 11 октябрендә БАССР Юғары Советы Башҡорт ССР-ының дәүләт суверенитеты тураһында иғлан итә[34][35]. Документҡа ярашлы республика Башҡорт ССР-ы — Башҡортостан, 1992 йылдың 25 февралендә Башҡортостан Республикаһы тип үҙгәртелә[36].

1992 йылдың 31 мартында Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһы араһында вәкәләттәрҙе бүлеү тураһында федератив договор төҙөй.

1993 йылдың 24 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы ҡабул ителә, унда Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһы раҫлана (2015 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Башлығы).

Республика символдары

Флаг

Башҡортостандың дәүләт флагы 1992 йылдың 25 февралендә раҫлана.

Герб

Башҡортостандың дәүләт гербы 1993 йылдың 12 октябрендә раҫлана.

Гимн

Башҡортостан гимны 1993 йылдың 12 октябрендә раҫлана.

Дәүләт ҡоролошо

Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлы (һуңғы редакцияһы 1993 йылдың 24 декабрендә ҡабул ителә), республика дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу тармаҡтарына бүленә.

Конституция буйынса, республика Рәсәй Федерацияһы составында хоҡуҡи-демократик дәүләт булып тора[37]. Шул уҡ ваҡытта, РФ Конституцияһына ярашлы, республика (дәүләт) билдәләмәһе Рәсәй Федерацияһы субъектының дәүләт мөстәҡиллеген таныуҙы аңлатмай, ә бары тик уның тарихи, милли һәм башҡа характерҙағы айырым конституцион-хоҡуҡи үҙенсәлектәрен генә сағылдыра, сөнки илдең Төп Ҡануны буйынса, Федерацияның барлыҡ субъекттары ла тиң хоҡуҡлы[38]. Дәүләт телдәре — башҡорт һәм рус телдәре.

Башҡарма власть

Башҡортостан Республикаһы Башлығы

Башҡортостан Республикаһы Башлығы — Башҡортостан Республикаһының башлығы һәм Башҡортостан Республикаһының иң юғары вазифалы кешеһе. 2015 йылдың 1 ғинуарына тиклем был вазифа президент тип атала[39]. Башҡортостандың беренсе Президенты — Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов була. 2019 йылдың 19 сентябренән Башҡортостан Республикаһы Башлығы — Радий Фәрит улы Хәбиров.

Рәхимов Мортаза Ғөбәйҙулла улы, Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты (1993—2010)
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте

Башҡортостан Хөкүмәте статусы һәм хоҡуғы Башҡортостан Конституцияһы менән билдәләнгән[40]. 2020 йылдың 17 сентябренән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры — Андрей Назаров.

РФ президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге

Башҡортостан Республикаһының РФ президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге — Башҡортостандың дәүләт органы. Ул төбәктең башҡарма власть системаһына инә һәм эшмәкәрлеген Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте етәкселегендә алып бара.

Суд власы

Башҡортостандың суд системаһы составына:

Закондар сығарыу власы

Башҡортостан Парламенты — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай бер палатаһынан торған закондар сығарыу органы.

1999 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе — Константин Толкачёв[41].

Административ-территориаль бүленеше

Башҡортостандың административ-территориаль ҡоролошона ярашлы, Башҡортостан составына түбәндәге административ-территориаль берәмектәр инә: республика әһәмиәтендәге 8 ҡала, 1 ябыҡ административ биләмә берәмеге һәм 54 район. Райондар үҙ эсенә район әһәмиәтендәге 12 ҡаланы, 2 эшселәр ҡасабаһын (ҡала тибындағы ҡасаба), 828 ауыл советын, 4538 ауыл биләмәһен, шул иҫәптән халҡы 3000 кешенән артҡан — 82, халҡы булмаған — 154 ауылды ала[7][42][43][44].

Башҡортостандың сигелгән картаһы

Муниципаль ҡоролошҡа ярашлы, 2018 йылдың 1 ғинуарына ҡарата республиканың административ-территориаль берәмектәре сиктәрендә 895 муниципаль берәмек, шул иҫәптән: 9 ҡала округы һәм үҙ составына 818 ауыл һәм 14 ҡала биләмәһен алған 54 муниципаль район ойошторола[45].

Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль бүленеше картаһы
Муниципаль райондар
1 Әбйәлил районы 28 Ишембай районы
2 Әлшәй районы 29 Ҡалтасы районы
3 Архангел районы 30 Ҡариҙел районы
4 Асҡын районы 31 Ҡырмыҫҡалы районы
5 Ауырғазы районы 32 Ҡыйғы районы
6 Баймаҡ районы 33 Краснокама районы
7 Баҡалы районы 34 Күгәрсен районы
8 Балтас районы 35 Кушнаренко районы
9 Бәләбәй районы 36 Көйөргәҙе районы
10 Балаҡатай районы 37 Мәләүез районы
11 Белорет районы 38 Мәсетле районы
12 Бишбүләк районы 39 Мишкә районы
13 Бөрө районы 40 Миәкә районы
14 Благовар районы 41 Нуриман районы
15 Благовещен районы 42 Салауат районы
16 Бүздәк районы 43 Стәрлебаш районы
17 Борай районы 44 Стәрлетамаҡ районы
18 Бөрйән районы 45 Тәтешле районы
19 Ғафури районы 46 Туймазы районы
20 Дәүләкән районы 47 Өфө районы
21 Дыуан районы 48 Учалы районы
22 Дүртөйлө районы 49 Федоровка районы
23 Йәрмәкәй районы 50 Хәйбулла районы
24 Ейәнсура районы 51 Саҡмағош районы
25 Йылайыр районы 52 Шишмә районы
26 Иглин районы 53 Шаран районы
27 Илеш районы 54 Яңауыл районы
Республика әһәмиәтендәге ҡалалар һәм ябыҡ административ территория округы (ҡала округтары)
  1. Ағиҙел ҡалаһы;
  2. Күмертау ҡалаһы;
  3. Нефтекама ҡалаһы;
  4. Октябрьский ҡалаһы;
  5. Салауат ҡалаһы;
  6. Сибай ҡалаһы;
  7. Стәрлетамаҡ ҡалаһы;
  8. Өфө ҡалаһы;
  9. Межгорье ябыҡ административ территория округы.
халҡы 10 мең кешенән артҡан тораҡ пункттар
Өфө 1 163 304[46]
Стәрлетамаҡ 279 568[47]
Салауат 154 117[47]
Нефтекама 125 000[48]
Октябрьский 114 050[47]
Туймазы 68 277[47]
Белорет 66 174[47]
Ишембай 65 850[47]
Бәләбәй 59 081[47]
Күмертау 61 810[48]
Сибай 62 356[48]
Мәләүез 59 154[47]
Бөрө 45 553[48]
Учалы 37 530[47]
Благовещенск 35 027[47]
Дүртөйлө 30 943[48]
Иглин 16 811[49]
Яңауыл 25 882[47]
Шишмә 21 957[47]
Дәүләкән 23 792[47]
Приютово 19 790[47]
Раевка 19 588[48]
Баймаҡ 17 463[47]
Межгорье 16 041[47]
Ағиҙел 15 645[47]
Саҡмағош 11 382[49]
Мәсәғүт 10 883[49]
Михайловка 5384[49]
Красноусол 11 991[49]
Ҡырмыҫҡалы 8540[49]
Борай 9522[49]
Баҡалы 9568[49]
Ҡандра 10 885[49]

Халҡы

Халыҡ һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһында — етенсе, республикалар араһында һәм Волга буйы федераль округында беренсе урында тора.

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 4 064 361 кеше йәшәй (2024 йылға ҡарата). Уларҙың 2539327-һе — ҡалала (62,48 процент), шул иҫәптән 31,47 проценты Өфөгә һәм Өфө районына тура килә. Халыҡтың тығыҙлығы — 1 квадрат километрға 28,43 кеше (2024).

2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Стәрлетамаҡ ҡалаһында 1 квадрат километр территорияға 2515 кеше тура килә. Межгорьела был һан — 71,1. Ауыл ерлегендә иң юғары тығыҙлыҡ Өфө (69,9 кеше/км²), Ҡырмыҫҡалы (30,1 кеше/км²), Иглин (28,3 кеше/км²), Шишмә (28,1 кеше/км²) һәм Туймазы (26,8 кеше/км²) муниципаль райондарында. Иң түбәне — Йылайыр (2,6 кеше/км²), Белорет (3,1 кеше/км²) һәм Бөрйән райондарында (4 кеше/км²)[50].

Республикала рустар — 37,1 %, башҡорттар — 31,5 %, татарҙар — 24,2 %, сыуаштар — 2,0 %, марийҙар — 2,1 %, башҡа милләттәр — 2,7 % тәшкил итә[51].

Барлығы Башҡортостанда 160 милләт һәм 13 этник төркөм вәкиле йәшәй (2010)[52]. Башҡорттар, рустар һәм татарҙар халыҡтың 93,2 % тәшкил итә (2021)[51].

Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса төп күрһәткестәр
Йылдар Халыҡ һаны (кеше) Шул иҫәптән
Енес буйынса Йәшәү урыны буйынса Милләт буйынса
Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ҡалала Ауылда Башҡорттар Урыҫтар Татарҙар
1926 (булған халыҡ) 2,665,836 1,260,337 1,405,499 234,250 2,431,586 625,845 1,064,707 461,871
1939 (даими йәшәгән халыҡ) 3,158,969 1,493,746 1,665,223 540,319 2,618,650 671,188 1,281,347 777,230
1959 (даими йәшәгән халыҡ) 3,336,289 1,492,526 1,843,763 1,291,126 2,045,163 737,711 1,418,147 768,566
1970 (даими йәшәгән халыҡ) 3,814,926 1,741,566 2,073,360 1,831,160 1,983,766 892,248 1,546,304 944,505
1979 (даими йәшәгән халыҡ) 3,844,280 1,776,198 2,068,082 2,181,724 1,662,556 935,880 1,547,893 940,436
1989 (даими йәшәгән халыҡ) 3,943,113 1,851,421 2,091,692 2,516,640 1,426,473 863,808 1,548,291 1,120,702
2002 (даими йәшәгән халыҡ) 4,104,336 1,923,233 2,181,103 2,626,613 1,477,723 1,221,302 1,490,715 990,702
2010 (даими йәшәгән халыҡ) 4,072,102 1,903,773 2,168,519 2,461,652 1,610,640 1,172,287 1,432,906 1,009,295
2020 (даими йәшәгән халыҡ) 4,091,423 1,931,622 2,159,801 2,530,190 1,561,233 1,268,806 1,509,246 974,533
Халыҡ иҫәбе
1926[53]1928[54]1931[55]1933[56]1937[57]1959[58]
2 545 1652 759 0002 955 7002 915 8002 956 7783 341 609
1970[59]1979[60]1987[61]1989[62]1990[63]1991[64]
3 818 0753 848 6273 895 0003 950 4823 941 3213 962 282
1992[65]1993[66]1994[67]1995[68]1996[69]1997[70]
3 987 8844 022 1504 037 1784 062 6224 084 4734 098 089
1998[71]1999[72]2000[73]2001[74]2002[75]2003[76]
4 107 7904 117 5454 119 8104 115 1764 104 3364 102 274
2004[77]2005[78]2006[79]2007[80]2008[81]2009[82]
4 092 3124 078 8074 063 4094 050 9894 052 7314 057 292
2010[83]2011[84]2012[85]2014[86]2016[87]2017[88]
4 072 2924 072 0854 064 2454 069 6984 071 1814 066 972
2018[89]2019[90]2020[91]2021[92]2022[93]2023[94]
4 063 2934 051 0054 038 1514 091 4234 091 6214 077 600
2024[95]
4 064 361
1 000 000
2 000 000
3 000 000
4 000 000
5 000 000
1931
1979
1992
1997
2002
2007
2012
2019
2024

Географияһы

Bashkir03.png
Көҙгө Ирәкташ

Башҡортостан Республикаһы Көньяҡ Урал тауҙарының көнбайыш битләүендә һәм Урал алдында урынлашҡан. Карст мәмерйәләре, гүзәл күлдәре, шифалы сығанаҡтары, урмандары булған уникаль тәбиғәтле төбәк. Иң бейек нөктәһе — Ямантау (1 640 метр).

Төбәктең 2/3 өлөшө Көнсығыш-Европа тигеҙлегенең көнсығыш өлөшөндә, Урал алдының тигеҙһеҙ-таулы тигеҙлегендә, 1/4-тән ашыу өлөшө Европа менән Азия киҫешкән Көньяҡ Урал һыртында, 1/10-дан кәмерәк өлөшө Урал аръяғының ҡалҡыулыҡлы-тигеҙ урынында урынлашҡан. Республиканың төньяҡтан көньяҡҡа оҙонлоғо — 550 км, көнбайыштан көнсығышҡа — 430 км. Дөйөм майҙаны — 143,6 мең км².

Республика Башкортостан МСК+2 (Өфө ваҡыты) сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата айырмаһы — +5:00 сәғәт[96].


Белорет һәм Әбйәлил райондары сигендәге күренеш. «Абҙаҡ» тау саңғыһы комплексы. Октябрь, 2009 йыл.
Белорет һәм Әбйәлил райондары сигендәге күренеш. «Абҙаҡ» тау саңғыһы комплексы. Октябрь, 2009 йыл.
Үрге Этҡол ауылында (Ишембай районы) иртәнге томан.
Үрге Этҡол ауылында (Ишембай районы) иртәнге томан.

Һыу ресурстары

Республикала 13 мең самаһы йылға бар, уларҙың дөйөм оҙонлоғо 57 мең саҡрымдан ашыу. Иң ҙур йылғалар: Ағиҙел (1430 км), уның ҡушылдыҡтары Ҡариҙел (918 км), Дим (535 км), Эҫем (239 км), Нөгөш (235 км), Өршәк (193 км), Ашҡаҙар (165 км), Стәрле (94 км) йылғалары.

Күлдәр һаны 2700 тирәһе. Уларҙың күбеһе Урал аръяғы райондарында урынлашҡан. Иң ҙурҙары — Асылыкүл (18,5 км²) һәм Ҡандракүл (12 км²). Күлдәр балыҡҡа бай (40 төр тирәһе).

Файҙалы ҡаҙылмалар

Башҡортостанда нефть, тәбиғи газ, күмер, тимер мәғдәне, алтын, баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары бар.

Республика территорияһында 200 нефть һәм газ конденсаты ятҡылығы, 10 һоро күмер, 15 баҡыр колчеданы мәғдәне, 20-нән артыҡ тимер мәғдәне, 50-нән артыҡ сәсмә һәм руда алтыны ятҡылығы иҫәпкә алынған.

Геологтар платина һәм алмаз ятҡылыҡтары табылыуын раҫлай.

Хайуандар донъяһы

Республика территорияһында 77 төр һөтимәр, 300 самаһы төр ҡош, 42 төр балыҡ, 11 төр һөйрәлеүсе, 10 төр ер-һыу хайуаны, 15 мең төр бөжәк, 276 төр үрмәксе, 70 төр талпан, 120 төр моллюск, 140 төр ҡыҫала һымаҡтар, 1000 самаһы төр селәүсен бар. Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына 18 төр һөтимәр, 49 төр ҡош, 7 төр балыҡ, 3 төр ер-һыу хайуаны, 6 төр йылан, 29 төр умыртҡаһыҙ хайуан, 28 төр бөжәк индерелгән[97].

Үҫемлектәр донъяһы

Республика Европа менән Азия, Көнсығыш-Европа тигеҙлеге Урал тауҙары һәм Себер тигеҙлеге менән киҫешкән урында урынлашканға күрә, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы күп төрлө, бай. Бында Волга-Кама, Урал, Себер, Ҡаҙағстан төрҙәрен осратырға була.

Урмандар республика территорияһының 40 процентын алып тора. Урал алдында ҡатнаш урман, төньяҡ һәм көнсығыш тау алды райондарында ылыҫлы-япраҡлы, ҡайын урмандары үҫә. Урал алды өлөшөн ҡайын һәм имән ағаслы урман-дала, ҡылған үләнле дала биләй.

Һаҡланылған тәбиғәт биләмәләре

Милли парктар һәм ҡурсаулыҡтар

Республикала өс ҡурсаулыҡ (Башҡортостан ҡурсаулығы, Көньяҡ Урал ҡурсаулығы, Шүлгәнташ), 1 биосфера резерваты, 1 милли парк (Башҡортостан милли паркы), 29 заказник, 5 тәбиғәт паркы («Асылыкүл», «Еҙем тәбиғи паркы», «Ирәмәл», «Ҡандракүл», «Мораҙым тарлауығы»), 183 тәбиғәт һәйкәле, РФА Өфө фәнни үҙәгенең Ботаника баҡса-институты, 7 дауалау‑һауыҡтырыу урындары һәм шифаханалар («Йәшел сауҡалыҡ», «Ҡарағай», «Йоматау» шифаханаларының һаҡланылған тирә-яғы, «Красноусол», «Янғантау», «Яҡтыкүл», «Асы (шифахана)» һ.б.) бар. Айырым һаҡланған тәбиғәт территорияларының дөйөм майҙаны 1064,7 мең гектар (республика майҙанының 6,9%-ы) тәшкил итә[98].

Геопарктар

Геологик, биологик, тарихи һәм мәҙәни мираҫ объекттарының беренсе комплексы — Янғантау геопаркы 2017 йылда Салауат районы территорияһында булдырыла. 2020 йылда, ЮНЕСКО Башҡарма комитетының 209-сы сессияһында ул Глобаль геопарктар исемлегенә индерелә[99].

2018 йылдың декабрендә икенсе — «Торатау» геопаркы ойошторола. Ул 4 мең квадрат километр майҙанды биләй һәм Ишембай, Стәрлетамаҡ, Ғафури, Мәләүез райондары территорияһында урынлашҡан. Республика геопаркы статусына эйә, ЮНЕСКО-ның Глобаль геопарктарының халыҡ-ара селтәренә инергә дәғүә итә[100].

Климаты

Башҡортостанда континенталь климат өҫтөнлөк итә. Республика биләмәһендә уртаса йыллыҡ һауа температураһы — +0,3 °C-тан (тауҙарҙа) +2,8 °C-ҡа тиклем (тигеҙлектәрҙә). Ғинуарҙа уртаса темпратура −18 °C булһа, июлдә — +18 °C. Яуым-төшөмдөң йыллыҡ миҡдары — 300—600 мм. Вегетация миҙгеле — 120—135 көн.

Температура

Ҡояшлы көндәр һаны яҡынса 287 көндән (Аксёнда) алып 261 көнгә (Белоретта) тиклем. Иң әҙ ҡояшлы көндәр декабрь, ғинуар айҙарына, иң күп ҡояшлы көндәр йәй айҙарына тура килә.

Иң түбән температура — −41 С°, иң юғарыһы — +42 С°. Һауа температураһының күтәрелеүе һәм түбәнәйеүе яҙын 4—9 апрелгә, көҙөн 24—29 октябргә, таулы райондарҙа 10—11 апрель һәм 17—21 октябргә тура килә. Яҡынса 200—205 көн 0-дән юғары температуралы булһа, тауҙарҙа — 188—193 көн. 21—30 майҙа аҙаҡҡы тапҡыр ҡырау төшһә, һуңға ҡалғаны 6—9 июндә, төньяҡ һәм таулы райондарҙа 25—30 июндә булыуы мөмкин. Көҙгөһөн беренсе ҡырау 10—19 сентябрҙә төшә, иң иртә ҡырау 10—18 августа күҙәтелә.

Ҡарлы Ирәмәл

2023 йыл донъяла йәйгеһен аномаль эҫе булыуы менән тарихҡа инә. 11 июлдә Өфөлә +39,4 һәм +38,2 С° эҫелек теркәлә. Декабрҙә урыны менән һауа температураһы −50 С°-ҡаса төшә.

Ямантау итәге көҙгө төҫтәрҙә.

Яуым-төшөм

Йыллыҡ яуым-төшөм күләме 300—600 мм. Республика территорияһында, атмосфера әйләнешенә бәйле, яуым-төшөм ныҡ айырыла. Быға Урал тауҙары йоғонто яһай. Урал тауҙарының көнбайыш яғында дөйөм яуым-төшөм — 640—700 мм, көнсығыш яғында 300—500 мм-ҙан артмай. Яуым-төшөмдөң 60—70 % апрель— октябрь айҙарына тура килә. Иң иртә ҡар ҡатламы барлыҡҡа килеүе — 12-20 сентябрь, иң иртә тотороҡло ҡар ҡатламы ятыуы — 16-24 октябрь, таулы райондарҙа 5-12 октябрь, уртаса ҡар ҡатламы ятыу ваҡыты — 3-13 ноябрь. Уртаса ҡарҙан асылған ваҡыт — 14-24 апрель. Ҡар уртаса 153—165 көн, таулы райондарҙа 171—177 көн ята. Ҡар ҡатламы бейеклеге уртаса 36-55 см, иң ҡалын ҡатлам 106—126 см. Иң ҡалын ҡар ҡатламының тығыҙлығы — 240—300 кг/м3.

Иҡтисады

Республика иҡтисады күп тармаҡлы структура булараҡ ҡылыҡһырлана һәм үҫеш комплексының юғары күрһәткестәренә эйә[101]. Төп йүнәлеш булып эшкәртеү сәнәғәте, тәү сиратта, нефть эшкәртеү тора. Республика өсөн яғыулыҡ-энергетика комплексы — төп тармаҡ һәм ул оҙатылған продукцияның яртыһын алып тора. Төбәк территорияһында 200-ҙән ашыу тикшерелгән һәм 22,7 миллиард баррель нефть булған ятҡылыҡтар бар. Йыл һайын нефть һәм газ химияһы предприятиелары 23 миллион тонна самаһы углеводород сеймалын эшкәртә[102].

2024 йылда республиканың тулайым төбәк продукты (ВРП) йылына 4,7 процентҡа үҫеп, 2,8 трлн һум тәшкил итә[103].

Прошедший год стал для нашего региона временем значительных позитивных изменений и достижений. Например, индекс промышленного производства за 2024 год составил 105,4% к уровню 2023 года. Примечательно, что ключевым драйвером в данной области стало обрабатывающее производство, его индекс — 108,1%,— тип билдәләй төбәктең иҡтисади үҫеш министры Рөстәм Моратов[103] .

Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы билдәләүенсә, инвестициялар өлкәһендә, сауҙала һәм ауыл хужалығында үҫеш күҙәтелә. 2024 йылда төп капиталға инвестициялар сирек өлөшкә үҫеп, 462,5 миллиард һумға етә. Төҙөлөш күләме 8,2 процентҡа үҫеп, 480 миллиард һум тәшкил итә (2024). 3 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерелә. Ваҡлап һатыу әйләнеше 12,3 процентҡа үҫә[104]

2024 йылдың ғинуар-ноябрендә уртаса эш хаҡы — 17,6, номиналь күләмдә 9 процентҡа артып, 65,3 меү һум тәшкил итә, декабрь һуңына эшһеҙлек 1,4 процентҡа тиклем кәмей[105].

«Урал аръяғы-2022» («Зауралье-2022») дүртенсе инфестиция һабантуйында 107 миллиард һумлыҡ 28 инвестиция килешеүе төҙөлә. Шул уҡ йылдағы Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында Башҡортостан 65 миллиард һумлыҡ 31 килешеү төҙөй, шул иҫәптән «Роснефть» нефть компанияһы, Ҡаҙағстандың Iron Concentrate Company предприятиеһы, Белоруссияның «Амкодор» холдингы менән. Һамар, Һарытау, Ульяновск, Пенза өлкәләре, Удмуртия Республикаһы һәм Пермь крайы менән Евразия иҡтисад үҙәген төҙөүҙә хеҙмәттәшлек итеү буйынса меморандумға ҡул ҡуя.

Башҡортостан төбәктә Калининград өлкәһе, Приморье крайындағы «рус офшоры» аналогы буйынса «башҡорт офшоры» махсус административ районы төҙөргә ниәтләй. Был республика иҡтисадына өҫтәмә инвестициялар йәлеп итеү мөмкинлеге һәм финанс үҙәге статусын нығытыу мөмкинлеге бирергә тейеш. Шулай уҡ «башҡорт офшорында» ислам банкингы моделен тормошҡа ашырыу күҙаллана. Проектты 1 сентябрҙән (2023) Һаҡлыҡ банкы тормошҡа ашыра башлаған[106].

Республиалағы сәнәғәт-производство төрөндәге махсус иҡтисади зоналар араһында «Алға» — иң тиҙ үҫешкәне. Кластерҙар, технопарктары һәм махсус иҡтисади зоналар ретингында ул 12-се урындан 8-се урынға күтәрелә. 2022 йылға ҡарата унда 12 резидент иҫәпләнә. Уларҙың башҡортостанға инвестицяһы 42 миллиард һум. Тормошҡа ашырылған проекттары һөҙөмтәһендә өҫтәмә рәүештә 2 эш урыны барлыҡҡа киләсәк. 2023 йылда махсус зона территорияһын киңәйтелеп, уның составына «Уфимский» индустриаль паркы майҙансыҡтары ҡушыла[107].

Башкортостанда ШОС һәм БРИКС (2015), Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы (2019), «Мир после коронавируса: взгляд из сердца Евразии» ы халыҡ-ара онлайн-форумы (2020), Халыҡ-ара бизнес аҙналығы (2020), Рәсәй сәнәғәт форумы (йыл һайын), Рәсәй нефть-газ форумы (йыл һайын) һәм иҡтисадты үҫтереүгә йүнәлтелгән башҡа саралар үткәрелә.

Сәнәғәт

Электр энергетикаһы, металлургия, файҙалы ҡаҙылмалар табыу, урман эшкәртеү төбәк сәнәғәтенең алдынғы тармаҡтары булып тора. Сәнәғәт Башҡортостандың тулайым төбәк продкутының 40 проценты тирәһен алып тора. Республикала кадрҙар әҙерләү үҙәктәрен, тикшеренеү институттарын, тәжрибә производстволарын һәм сәнәғәт комплекстарын үҙ эсенә алған фәнни-производство кластерҙары ойошторолған[108].

Эре сәнәғәт үҙәктәре: Өфө, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат, Нефтекама, Туймазы, Октябрьский, Белорет. Производствоның ҙур өлөшө Өфөлә тупланған һәм етештереләгн сәнәғәт продукцияһының яртыһы тиерлек баш ҡалаға тура килә[109].

Сәнәғәттең төп тармаҡтары — нефть эшкәртеү (Башнефть-УНПЗ, Башнефть-Новойл, Башнефть-Өфөнефтехим), химия һәм нефть химияһы (Газпром нефтехим Салават, Өфөоргсинтез, Туймазы[110]) һәм Шкапово газ эшкәртеү предприятиелары[111], нефть табыу («Башнефть-Добыча» ЯСЙ). Республиканың нефть эшкәртеү комплексы Европала иң эреләрҙең береһе[112]. Машина эшләү һәм металл эшкәртеү («Пакер» НПФ ЯСЙ) үҫешкән. Шулай уҡ ағас эшкәртеү сәнәғәте һәм төҙөлөш материалдары етештереү бар.

1917 йылға тиклем хәҙерге Башҡортостан территорияһында төрлө төрҙәге 100 самаһы предприятие иҫәпләнә, ә хужалыҡта сәнәғәт өлөшө 15 процент тәшкил итә. 1930 йылдарҙа СССР Халыҡ комиссарҙары советы «Башҡорт АССР-ында сәнәғәтте үҫтереү тураһында» ҡарар ҡабул итә. Был йылдарҙа республиканың нефть сәнәғәтенә нигеҙ һалына. 1932 йылдың 16 майында хәҙерге иң ҙур сәнәғәт ҡалаһы Ишембай территорияһында, тотош Уралда һәм Волга буйында, «ҡара алтын» табыла[113].

Нефть тармағының өҫтөнлөгө һөҙөмтәһендә 1990 йылдарҙа башҡа эшкәртеү сәнәғәте төбәктәренә ҡарағанда Башҡортостанда сәнәғәт производствоһы бик кәмемәй. шул уҡ ваҡытта 1980—2006 йылдарҙа, нефть запасы кәмегәнлектән, уны табыу 39,2 миллион тоннанан 11,0 миллион тоннаға тиклем ҡырҡа кәмей[114].

2024 йылдың ғинуар-ноябрендә Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе 2023 йылдың ошо осорона ҡарағанда 4,5 процентҡа арта. Файҙалы ҡаҙылмалар табыу 8,7 процентҡа кәмей, эшкәртеү производствоһы 7,2 процентҡа арта, «электр энергияһы, газ һәм пар; һауаны кондиционирлау тәьминәте» секторы 1 процентҡа арта, «һыу менән тәьмин итеү; һыу үткәреү, ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм утилләштереүҙе ойоштороу, басраныуҙы бөтөрөү буйынса эшмәкәрлек» секторы 5,2 процентҡа кәмей[115]. Сауҙа үҫеше темпы ғинуар-октябрҙә 113,3 процентҡа үҫеп, уның күләме 1,2 триллион һумға етә[116]. 2025 йылда властар нигеҙ сценарийы буйынса — 5, консерватив сценарий буйынса 3,4 процент үҫеш фаразлай[115].

Энергетика

Төпкилде ел электр станциялары генераторҙары

Башҡортостан иҡтисады үҫешен ниндәйҙер кимәлдә электр энергетикаһы (сәнәғәт продуктының 13 проценты) билдәләй. Уның нигеҙе — йылылыҡ электр станциялары: Ҡарман ГРЭС-ы, Өфө ҡалаһының 1-4-се йылылыҡ электр станциялары, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ТЭЦ-тары, Сибайҙа Урал аръяғы ТЭЦ-ы, Күмертау ТЭЦ-ы. Башҡостостан АЭС-ын төҙөү Чернобыль аварияһынан һуң туҡтатыла[117].

1980 йылдарҙа Башҡорт АССР-ында урындағы предприятиеларҙа 30 киловатт ҡеүәтендәге ел генераторҙары эшләнә. Әммә Советтар Союзы тарҡалғандан һуң был йүнәлештәге эштәр туҡталып ҡала. "Башкирэнерго"ның элекке етәксеһе Шамиль Әбдрәшитов фекеренсә, республика Хөкүмәте яғынан тейешле иғтибар булғанда, тейешле фәнни базаһына таянып, бөгөн ел энергетикаһы өлкәһендә донъя лидеры була алыр ине[118]: «Был баҙар беҙҙеке булыр, өҫтәүенә ярты донъяны үҙ станцияларыбыҙ менән тәьмин итер, ә Башҡортостан ел индустрияһының көнсығыш үҙәге була алыр ине».

XXI быуат башында республикала альтернатив энергетика яйлап тергеҙелә башалйя[119].Туймазы районы Төпкилде ауылының тирә-яғында ҡеүәте 2,2 МВт булған тәжрибә-эскперименталь ер электр станцияһы урынлашҡан. 2018 йылда көньяҡ райондар территорияһында дөйөм ҡеүәте 59 МВт булған ете ҡояш электр станцияһы төҙөү планлаштырыла[120].

2021 йылда Башкортостандың энергосистемаһы 26,625 млрд кВт∙ч электр энергияһы етештерәә — бер йыл элек ошо осорға ҡарағанда 8,3 процентҡа артығыраҡ. Был дөйөм Рәсәй генерацияһының 2,5 процентын тәшкил итә[121].

Республика энергетикаһында алдынғы урынды 2012 йылдан эре энергетика холдингы — «Интер РАО» төркөмөнә ингән «БГК» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алып тора. Уның өлөшөнә республикала етештерелгән һәм дөйөм электр ҡеүәте 4461 МВТ һәм йылылыҡ ҡеүәте 8758 Гкал (2021 йыл урталары мәғлүмәте) булған 20 электр станцияһында тупланған электр энергияһының 4/5 өлөш тура килә. 2024 йылдың 28 октябренән Павловка һәм Йомағужа ГЭС-тары яңыртылыусы энергия сығанаҡтары нигеҙендә эшләгән квалификациялы генерациялаған объект статусын ала[122].

Төҙөлөш

2009 йылда республикала төҙөлөш индустрияһының 189 эре һәм урта, 4511 бәләкәй предприятиеһы иҫәпләнә. Башҡортостан буйынса төҙөлөш эштәре күләме 2000 йылда — 15,7 млрд һум., 2005 йылда — 46,4 млрд һум., 2006 йылда — 56,2 млрд һум., 2007 йылда — 83,1 млрд һум., 2008 йылда — 102,7 млрд һум., 2009 йылда 80,6 млрд һумлыҡ була[123]. 2014 йылға ҡарата төбәк Рәсәйҙә торлаҡ төҙөлөшө буйынса лидерҙарҙың береһе, ә Волга буйы федераль округында беренсе урында тора[124].

2024 йылдың декабрендә Хөкүмәт ултырышында премьер-министр Андрей Назаров торлаҡ төҙөлөшө буйынса республиканың илдең иң яҡшы 10 төбәге иҫәбенә инеүен билдәләй (Рәсәйҙә — 8-се, Волга буйы федераль округында 2 урын)[125]:

2024 йылдың июнендә 2030 йылға тиклем яңы адреслы программа раҫланды, ул 565 күп фатирлы йортта 227 мең квадрат метр авария торлағында йәшәгән халыҡты күсереүҙе күҙаллай. «Башҡортостан ихаталары» программаһы буйынса ағымдағы йылда 1 миллиард һумдан ашыу суммаға 143 ихата территорияһы төҙөкләндерелә. Шулай уҡ Милли именлек фонды средстволарын файҙаланып, коммуналь инфраструктураны яңыртыу буйынса дөйөм хаҡы 8,3 миллиард һум булған 17 проект тормошҡа ашырыла. «Инфраструктура менюһы» инструментын ҡулланып, эш әүҙем алып барыла. Атап әйткәндә, «Таҙа һыу» федераль программаһы тормошҡа ашырыла. Һыу менән тәьмин иткән 23 объект төҙөү өсөн 4,2 миллиард һум федераль аҡса йәлеп ителгән[125].

2024 йыл һөҙөмтәләре буйынса, республикала 3 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерелгән[125]. Территорияларҙы комплекслы үҫтереү барышында 2,1 миллион квадрат метр ҡеүәтенә 22 договор төҙөлгән (тормошҡа ашырыу мөҙҙәте — 2032 йылға тиклем). В рамках федерального проекта «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проектын тормошҡа ашырыу барышында дөйөм хаҡы 1,2 миллиард һумдан ашыу булған 123 йәмәғәт территорияһы төҙөкләндерелә[125].

Ауыл хужалығы

Башҡортостан иҡтисадының алдынғы йүнәлеше булып ауыл хужалығы тора. Ауыл хужалығында игенселек һәм малсылыҡ үҫешә. Иген культураларынан бойҙай, арыш, һоло, арпа, техник культураларҙан — шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш үҫтерелә. Ит-май малсылығы, ит-йөн һарыҡсылығы, ҡошсолоҡ, йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү һәм ҡортсолоҡ үҫешкән. Башҡортостан брендтарының береһе булған башҡорт балы бөтөн донъяла дан ҡаҙанған[126].

2023 йылда тейәп оҙатылған аҙыҡ-түлек продукттарының күләме 130,5 млрд һум була, аҙыҡ-түлек етештереү сәнәғәте индексы 100,1 процент тәшкил итә. 2019—2023 йылдарҙа аҙыҡ-түлек продукттары етештереү 28,9 процентҡа үҫә. Ит етештереү (ҡош итенән башҡа) — 2,6, ҡош ите — в 3,4, ит ярымфабрикаттары — 2, тәмләндерелмәгән үҫемлек майы — 17,4 процентҡа, рапс майы — 1,6, һөт (ҡайнатылмаған һөттән тыш) — 3,6 процентҡа, ярмалар — 17,5 процентҡа, икмәк-ҡалас изделиелары — 1,6 тапҡырға, макарон изделиелары — 11 процентҡа, кондитер изделиелары — 12,4 процентҡа, ауыл хужалығы хайуандары аҙығы — 27,5 процентҡа, шәкәр — 4,7 процентҡа, сырҙар 1,4 процентҡа арта[127].

2024 йылда ауыл хужалығы продукцияһының тулайым күләме 250 млрд һумдан артып китә. Тулайым продукция индексы, планда 100,1 процент тип билдәләнгәндә, 101 процент самаһы була. 2024 йылдың 11 айы йомғаҡтары буйынса үҫемлекселек продукцияһын етештереүҙә һиҙелерлек үҫеш күҙәтелә: ауыл хужалығы предприятиеларында — 108,6, фермер хужалыҡтарында 103,9 процент[126].

Ҡояш байығанда көнбағыш баҫыуы. Ишембай районы

2024 йылда аграрийҙар 3,2 миллион тонна иген, техник культураларҙың — 2,5 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө һәм 600 мең тонна май һығыу үҫемлектәре — рекордлы уңышын йыя. Ит һәм һөт етештереү күләме тотороҡло арта. 9,1 млрд һумға 2 мең берәмек ауыл хужалығы техникаһы алына. Ауыл хужалығы продукцияһын экспортлау күләме арта[128].

2024 йылдың 11 айында, 2023 йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, тауар һөтө етештереү 2,8 процентҡа артып, 732 мең тоннаға етә. 380 мең тонна ит (шул иҫәптән, ҡош ите) етештерелә. Үҫеш 103,6 процентҡа етә, тауар секторында — 107,1[126].

Республикан предприятиелары төп аҙыҡ-түлек продукттарының барлыҡ ассортиментын тигәндәй сығара. Төбәк тулыһынса үҙен (үҙ-үҙен тәьмин итеү — 121,8 %), сусҡа (250,1 %), һыйыр ите (153,2 %), шәкәр (6,7 тапҡыр), үҫемлек майы (6,8 тапҡыр), картуф (147,4 %), яңы үҫтерелгән ҡыяр (117,9 %) һәм томаттар (171,7 %) менән тәьмин итә[126].

2024 йылдың декабренә республика 567 мең тонна ауыл хужалығы комплексы продукцияһын экспортлай(290 млн АҠШ доллары). БДБ илдәре менән генә түгел, Ҡытай, Һиндостан, Иран, Алжир һәм башҡа, барлығы 41 ил менән хеҙмәттәшлек итә[126].

Республика территорияһының өстән бер өлөшөн һигеҙ метрға тиклем тәрәнлектә ҡара тупраҡлы ер алып тора, улар донъяла ауыл хужалығы продукцияһының юғары уңышын биреүсе иң уңдырышлы тупраҡ тип һанала.

Сәсеү майҙандары:
йыл 1959 1990 1995 2000 2005 2010 2015 2020
мең гектар 4886[129] 4399,3[130] 4245,8 3744,3[130] 3048[131] 3146,9 3060,6[131] 2869[132]

Сауҙа һәм финанстар

Республика территорияһында 78 кредит ойошмаһы эшләй: уларҙың 11-е урында теркәлгән, 67-һе — филиал[133][134]. Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкыһының территориаль органы булып 10 иҫәп-касса үҙәген берләштергән Башҡортостан Республикаһының Милли банкыһы тора[133][134].

Башҡортостан Ҡытай, Беларусь, Ҡаҙағстан, БДБ илдәре менән уңышлы хеҙмәттәшлек итә. Төркиәлә, Ҡаҙағстанда, Беларуста вәкиллектәре асылған, шулай уҡ Үзбәкстанда вәкиллек асыу планлаштырыла[135].

2024 йыл йомғаҡтары буйынса тулайым сауҙа әйләнеше 2023 йыл менән сағыштырғанда 400 миллиард һумға артып, 1 трлн 931 млрд һумға етә. Республиканың сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министры Алексей Гусев белдереүенсә, был йүнәлеште үҫтереү өсөн склад инфраструктураһы төҙөлөшө буйынса эре инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла[136]. 2024 йылда Башҡортостан пилот төбәктәр рәтендә ватан етештереүселәрен продукцияһын популярлаштырыу, бәләкәй предприятиеларға ярҙам итеү һәм мәҙәни ғөрөф-ғәҙәттәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән «Бөтә Рәсәй йәрминкәһе» федераль проектында ҡатнаша. Проектҡа республиканың 13 районы һәм ҡалаһы ҡушыла[136].

Более трёх тысяч экспортёров республики в 2024 йылда республиканың өс меңдән ашыу экспортсыһы 139 миллиард һумлыҡ әйбер сығарыуға сит ил партнерҙары менән килешеүҙәр төҙөй. 49 эшҡыуар үҙ тауарын беренсе тапҡыр сит илгә сығара. Экспорт эшмәкәрлеген үҫтереү «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектына ярашлы алып барыла[137].

Туризм һәм ял

Башҡортостан ял һәм туризмды үҫтереүҙең юғары ҡеүәтенә эйә. Республикала тәбиғи ҡомартҡылар һәм бай тарихи-мәҙәни ҡомартҡылар күп[138]. Бигерәк тә йылғаларҙан ағыу, үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыларына барыу, шифахана-курорттарҙа дауаланыу[139], тау саңғыһы туризмы популяр.

Өфөлә ваҡиға туризмы үҫешә һәм популярлаша. «Евразия йөрәге», «Симфония төнө», «Һәт иле», «1000 велосипедсы көнө», «Курорт һабантуйы» традиционға әйләнә. Һәр муниципалитет башлығына туристарҙы ылыҡтырырлыҡ брендлы фестивалдәр һәм саралар уҙғарыу өсөн ярты миллион һум аҡса бүленә. Шундай саралар рәтенә «Бөрө алмалары», «Бөрө билмәне» гастрономик фестивалдәрен, Бөрйән районындағы бал фестивален миҫал итеп килтерергә була[140].

Пассажирҙарҙы йөрөткән туристик суднолар үҫеш ала. 2024 йылда Өфөгә өсөнсө тапҡыр күп палубалы туристик теплоходтар, шул иҫәптән Рәсәйҙең иң уңайлы лайнеры — дүрт палубалы Мостай Кәрим теплоходы килә. Республика етәкселеге алдында эре һыу транспорты артерияларынтәртипкә килтереү, «Ағиҙел» йөк ташыу йылға портын тергеҙеү бурысы тора[141].

Башҡортостан туристар ағымы үҫеүе билдәләнгән төбәктәр иҫәбенә инә. Республика Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, 2023—2024 йылдарҙа туризмға ҙур күләмдә дәүләт ярҙамы бирелә — 1,4 миллиард һум, уның төп өлөшө — федераль бюджеттан. 2,1 млрд миллиард һумды инвесторҙар һала[140].

Шифахана-курорт комплексына 60-тан ашыу шифахана керә. Улар төбәктең эске һәм ситтән кергән туристар ағымы үҫешендә мөһим роль уйнай. Статистикаға ярашлы, республиканың шифахана-курорт учреждениелары йылына уртаса 250 мең кешене хеҙмәтләндерә. Шифаханаларҙың төп дауалау профиле: йөрәк-ҡан тамырҙары, тын алыу юлдары, ашҡаҙан һәм нервы ауырыуҙарын дауалау[142].

2023 йылда ҡунаҡханаларҙың дөйөм килеме 4,19 миллиард һум тәшкил итә[143]. 2024 йылдың ғинуар-апрелендә отелдәрҙе бронлау уҙған йылдын ошо осоро менән сағыштырғанда 85 процентҡа арта. 2019 йылдың тәүге дүрт айы менән сағыштырғанда — 110 процентҡа. Өфөлә туҡталыу ваҡыты 20 процентҡа оҙайған һәм 2024 йылда бизнес-туристар ҡалала уртаса 3,16 төнгә туҡтала[144].

2025 йылда Башҡортостанда «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты сиктәрендә «Номер фонды, инфраструктура һәм яңы тартыу нөктәләре булдырыу» төбәк проекты тормошҡа ашырыла. Был маҡсатҡа район һәм ҡалаларҙа туристик инфраструктураны үҫтереү, сарлар уҙғарыу һәм туристик зоналарҙы төҙөкләндереүгә бәйле йәмәғәт башланғыстарын хуплауөсөн тәғәйенләнгән дәүләт аҡсаһын биреү ҡаралған. Проект 2030 йылға тиклем эшләй[145].

2025 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостандың алты муниципалитетында туристик һалым индерелгән[146].

2022 йылдың авгусында 2035 йылға тиклем раҫланған Туризмды үҫтереү стратегияһында күҙаллау буйынса, 2025 йылға республикала туриндустрия күләме 16,8 миллиард һумға етергә, ә ошо ваҡытта 5 миллион турист килергә тейеш[147].

Транспорт

Башҡортостанда транспорт инфраструктураһы үҫешенә айырым иғтибар бирелә. Төбәк аша М5 «Урал», М7 «Волга» автомагистралдәре, Р240 Өфө — Ырымбур, Өфө — Бөрө — Яңауыл, Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск, Бөрө — Таҙтүбә — Һатҡы, Өфө — Инйәр — Белорет, Сермән — Баймаҡ — Акъяр — Орск, Белорет — Учалы — Мейәс һәм Мәләүез — Магнитогорск автоюлдары үтә[148].

2024 йылда Өфөнән М-5 «Урал» федераль тарссаһына Көнсығыш сығыу юлы асылыуы мөһим ваҡиға була. Тоннель төҙөлөшө 1992 йылда башлана, 2004 йылда туҡтатыла, 2020 йылда ҡабаттан киң ҡоласлы эш башлана. Шулай итеп, хәҙер Өфөнән М-5 «Урал» тарссаһына 10 минутта сығып етергә була[141].

Өфө ҡалаһында төбәктең иң ҙур аэропорты урынлашҡан. Рәсәйҙең тиҫтәләрсә ҡалаһы, БДБ илдәре, шулай уҡ Греция, Ҡытай, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Төркиә һәм башҡа дәүләттәр менән һауа бәйләнеше булдырылған.

Республикала «Рәсәй тимер юлдары» яуаплылығы сикләнгән ширҡәтенең Куйбышев тимер юлдарының Башҡортостан төбәге эшләй, Горький һәм Көньяҡ Урал тимер юлдары тармаҡтары үтә. Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғаларынан суднолар йөрөй. Торба үткәргес транспорты киң үҫешкән. йылдан-йыл автомобилдәр паркы үҫә.

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2021 йылда Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә белдереүенсә, Екатеринбургҡа тиклем Мәскәү-Ҡазан М-12 тиҙ йөрөшлө магистрале оҙайтылып, уның 200 километр самаһындағы участкаһы Башҡортостан аша үтә[149].

Фән һәм мәғариф

Башкортостанда 1644 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, 1587 дөйөм белем биреү мәктәбе, 10 дәүләт юғары уҡыу йорто, юғары уҡыу йорттарының 17 филиалы, 3 дәүләткә ҡарамаған үҙ аллы һәм 8 дәүләт юғары уҡыу йорто филиалы бар. Фәнни ойошмалар республика юғары уҡыу йорттары һәм тармаҡ фәнни-тикшеренеү институттары (80 самаһы ойошма) аша күрһәтелә. 1951 йылдан СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы эшләһә, 1991 йылдан Башҡорт СССР-ы Фәндәр академияһы ойошторола.

Һаулыҡ һаҡлау

2016 йылдың 31 декабренә ҡарата Башҡортостанда 168 медицина ойошмаһы эшләй, шул иҫәптән 163 медицина ойошмаһы БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығына буйһона (уларҙың 22-һе — автоном, 131-е бюджет ойошмаһы, 10 шифахана-курорт ойошмаһы дәүләт унитар предприятиеһы); 5 медицина ойошмаһы РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығына буйһона. 162 дауалау-профилактика медицина ойошмаһы (157-һе — дәүләт, 5-һе федераль буйһоноуҙа) халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтә[150].

Дин

Изге Троица ҡорамы һәм «Суфия» мәсете (Ишембай)

Башҡортостанда сөнни мәҙхәбендәге ислам дине (дини ойошмаларҙың дөйөм һанынан 67 процент) һәм православие дине (22 %) төп диндәр булып тора[151]. Республикала 1445 дини берләшмә һәм 22-нән күберәк ағым бар. 1990 йылға тиклем 15 мәсет була. Үҙгәртеп ҡороуҙар осоронан һуң ҡыҫҡа ваҡыт эсендә республика етәкселеге кәрәкле ресурстарҙы туплап, һәр муниципаль/ауыл биләмәһендә тигәндәй мәсет төҙөтә. 2010 йылда 1000-дән ашыу мәсет[152], 200-ҙән ашыу православие ҡорамы һәм башҡа конфессияларҙың 60-тан ашыу культ бинаһы була[153].

Мәҙәниәт

Республиканың үҙенсәлекле мәҙәниәте уның милли һәм жанрҙар күп төрлөлөгөнән барлыҡҡа килә һәм үҙенә фольклор, мәғариф, фән, архитектура, музыка, театр, бейеү, һынлы сәнғәт, дин, әҙәбиәт һ.б. элементтарын ала.

Өфөлә республикала йәшәгән барлыҡ этностарҙың мәҙәни күп төрлөлөгөн туплаған Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто эшләй.

Спорт

Башҡортостанда спорттың 10-ҙән ашыу төрө үҫешә, 75-тән ашыу төбәк спорт федерацияһы аккредитацияланған.

2019 йылда Башҡортостан спортты үҫтереү буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәге тип таныла һәм Милли спорт премияһына лайыҡ була[154].

Киң мәғлүмәт саралары

Төбәктең төп өлөшөндә ТВ-станцияларҙың радиоретрансляторҙары бар. Үҙәк каналдарҙан тыш, урындағы телевидение һәм радиотапшырыуҙар киң таралған. Республика территорияһының ҙур өлөшөндә кеҫә телефондары тота, цифрлы телевидение, интернет эшләй.

Совет осоронда «Совет Башҡортостаны» («Советская Башкирия», 1918 йылдан); «Кызыл таң» (1918 йылдан); «Ленинсе» («Ленинец», 1923 йылдан); «Башҡортостан пионеры» (1930 йылдан) гәзиттәре; «Ағиҙел» (1930 йылдан), «Башҡортостан ҡыҙы» (1968 йылдан), «Һәнәк» (1925 йылдан), «Башҡортостан уҡытыусыһы» (1924 йылдан), «Пионер» (1930 йылдан) журналдары; өс телдә «Агитатор блокноты» журналы сыға.

Хәҙерге ваҡытта төп мәғлүмәт саралары булып «Республика Башкортостан», «Башҡортостан», «Кызыл таң» һәм башҡа гәзиттәр тора. Гәзит-журналдар алты телдә нәшер ителә. Республиканың ҡала һәм райондарында йәмәғәт һәм реклама гәзиттәре сыға.

Нумизматикала

2019 йылдың 1 февралендә Рәсәй Банкы көмөш 3 һумлыҡ һәм алтын 50 һумлыҡ «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы» иҫтәлекле юбилей тәңкәләрен әйләнешкә сығара[155].

Әҙәбиәт

  • Ахмедов Р. О реках, озерах и травах. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1988.
  • Башкирия туристская. Путеводитель. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1985.
  • Башкортостан сегодня. — Өфө: «Слово» нәшриәте, 1996.
  • Вахитов Р. Ш. Пчелы и люди. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1992.
  • Животный мир Башкортостана. — Өфө: Башҡ. «Китап» нәшр., 1995.
  • Иванов В. М., Петров Е. М. Башкирский государственный заповедник. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1965.
  • Кострин К. В. Нефть и газ на карте нашей Родины. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1967.
  • Красная книга Башкирской АССР. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1987.
  • Кучеров Е. В. Календарь природы Башкирии. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1984.
  • Кучеров Е. В. и др. Памятники природы Башкирии. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1974.
  • Кучеров Е. В., Мулдашев А. А., Галеева А. Х. Ботанические памятники природы. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1990.
  • Кучеров Е. В. По Южному Уралу. Путевые заметки биолога-натуралиста. — Өфө: «Слово» нәшриәте, 1996.
  • Марушин В. А. Вместе весело шагать. Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1988.
  • Марушин В. А. Где отдыхать уфимцам. Пять путешествий по реке Инзер. — Өфө: «Нур» нәшриәте, 1998.
  • Миркин Б. М., Наумова Л. Г., Куршаков С. В. Экология Башкортостана. Учебник для средней школы. — Өфө: Китап, 1999.
  • Павлов Б. Покушение на заветное. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1992.
  • Подземные дворцы Башкирии. Фотоальбом. — М.: Планета, 1984.
  • Попов Г. В. Леса Башкирии (их прошлое, настоящее и будущее). — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1980.
  • Природные ресурсы Башкирии и их охрана. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1975.
  • Путеводитель по Каповой пещере. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1969.
  • Рахимкулов М. Любовь моя — Башкирия. Литературно-краеведческие очерки. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1985.
  • Ремезов Н. В. Быль в сказочной стране. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1986.
  • Рычков П. И. Топография Оренбургской губернии. — Өфө: Китап, 1999.
  • Сидоров В. В. Исследователи края Башкирского. Век XVIII. — Өфө: Китап, 1997.
  • Словарь топонимов Башкирской АССР. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1980.
  • Фаткуллин Р. А. Природные ресурсы РБ и рациональное их использо-вание. — Өфө: Китап, 1996.
  • Хәйретдинов А. Ф. Рукотворные леса. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1984.
  • Хакимов Р. Г. Здесь Азия встречается с Европой. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1967.
  • Хисматов М. Ф. Башкирия моя. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1987.
  • Шакуров Р. 3. По следам географических названий. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1986.

Иҫкәрмәләр

  1. Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы. 5-се ст., 1,2 -се пп.
  2. Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы. 1-се бүлек, 1-се глава, 1-се статья
  3. Указ Президента РФ от 13 мая 2000 г. N 849 «О полномочном представителе Президента Российской Федерации в федеральном округе»
  4. 1 2 Фазлаллах Рашид ад-Дин. Огуз-Наме. — Б.: Элм, 1987. — С. 68−69. — 231 с.
  5. 1 2 Башкирия после вхождения в состав России, 2006
  6. 1 2 3 Рычков П. И. Топография Оренбургская. Ч. I. — СПб., 1762. — С. 84.
  7. 1 2 Конституция Республики Башкортостан от 24 декабря 1993 г. № ВС-22/15 / Глава 1. Основы конституционного строя Республики Башкортостан (ст.ст. 1-16). constitution.garant.ru. Дата обращения: 29 декабрь 2019.
  8. Башкирия: новые исследования «состарили» наскальные рисунки Каповой пещеры в два раза. u7a.ru. Дата обращения: 29 декабрь 2019.
  9. Матюшин Г. Н. . У колыбели истории (об археологии). — М.: Просвещение, 1972. — С. 229—230. — 255 с.
  10. НЕОЛИТ УРАЛА - Уральская Историческая Энциклопедия. www.ural.ru. Дата обращения: 29 декабрь 2019.
  11. Антонов И. В. Башкиры и Башкирия по данным ал-Идриси // Ватандаш. — 2008. — № 4.
  12. «Встречал сильное сопротивление со стороны тех народов и городов, завоевание которых ему (Субэдэю) было поручено Чингисханом, а именно: Канлин (канлы), Кибчаут (кипчаки), Бачжиат (башкиры), Орусут (русские), Асут (ассы-осетины), а также и городов за многоводными реками Адиль (Волга) и Чжаях (Яик)»

    История башкирского народа, 2012, с. 175

  13. Мажитов Н. А., Султанова А. Н. История Башкортостана с древнейших времен до XVI в. — Уфа, 1994.
  14. Трепавлов В.В. История Ногайской Орды». — М.: Восточная литература, 2001. — С. 210. — 752 с.
  15. 1 2 3 Башкортостан и Россия: история и современность. Сборник материалов научно-практической конференции. Уфа, 2007, 82 с.
  16. Кеппен П. И. «Хронологическій указатель матеріаловъ для исторіи инородцевъ Европейской Россіи», 1862
  17. The Russian Conguest of Bashkiria. 1552—1740 A Case Study in Imperialism By Alton S. Donnelly. New Haven and London, Vale University Press, 1968.
  18. Завоевание Башкирии Россией, 1995, с. 287
  19. Витевский В. Н. «И. И. Неплюев и Оренбургскій край в прежнем его составѣ до 1758 г» — 1897: «Уфимское воеводство было присоединено къ Казанской губернии»
  20. Указ Императора Павла I. — Именный данный генералу отъ Инфантеріи Барону Игельстрому, съ приложеніемъ примѣчанія на описаніе Оренбургской линіи.10 (21) апрель 1798 года
  21. Журнал Ватандаш / Соотечественник / Compatriot. vatandash.ru. Дата обращения: 29 декабрь 2019. Архивировано из оригинала 7 май 2017 года.
  22. Еникеев З. И. Правовой статус Башкортостана в составе России. Уфа: «Гилем», 2002. — 374 с. — стр. 228
  23. Страница 404. gsrb.ru. Дата обращения: 29 декабрь 2019.
  24. Страница 404. gsrb.ru. Дата обращения: 29 декабрь 2019.
  25. В данном случае имеется в виду нереализованный проект границ республики, который не следует путать с образованной впоследствии Большой Башкирией
  26. Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — Т. 1. — С. 51. — 304 с. — ISBN 5-8258-0203-7.
  27. The Encyclopedia Americana. — Danbury, Conn. : Grolier, 1984. — Vol. 30. — P. 310. — ISBN 0717201155.
  28. Журнал Ватандаш / Соотечественник / Compatriot. vatandash.ru. Дата обращения: 29 декабрь 2019.
  29. Башкирская Советская Республика стояла у истоков российского федерализма - эксперт. www.bashinform.ru (20 мартa 2017). Дата обращения: 29 декабрь 2019.
  30. БАССР в БСЭ 1969
  31. Республика Башкортостан//Борьба за самоопределение в истории образования БАССР ещё много неизвестных страниц. Дата обращения: 14 февраль 2013.
  32. № 341. Декрет Всероссийского Центрального Исполнительного Комитета. О включении города Стерлитамака Уфимской губернии в состав территории Башкирской Республики. - Проект «Исторические Материалы». istmat.info. Дата обращения: 29 декабрь 2019.
  33. В годы Великой Отечественной войны | XX век | История — 450 лет в составе России. Дата обращения: 21 сентябрь 2015. Архивировано из оригинала 8 февраль 2009 года.
  34. ПЯТЬ АРГУМЕНТОВ В ПОЛЬЗУ СУВЕРЕНИТЕТА. Архивировано из оригинала 19 ғинуар 2012 года.
  35. Декларация о государственном суверенитете. Дата обращения: 23 май 2014. Архивировано из оригинала 14 октябрь 2008 года.
  36. ЗАКОН Башкирской ССР от 25.02.92 N ВС-10/12 ОБ ИЗМЕНЕНИИ НАИМЕНОВАНИЯ ГОСУДАРСТВА БАШКИРСКАЯ СОВЕТСКАЯ СОЦИАЛИСТИЧЕСКАЯ РЕСПУБЛИКА 2016 йылдың 30 июнь көнөндә архивланған.
  37. Конституция. Дата обращения: 1 август 2018. Архивировано из оригинала 1 август 2018 года.
  38. Ю. А. Дмитриев. Конституция Российской Федерации: Доктринальный комментарий. — М.: Деловой двор, 2009.
  39. Парламентарии Башкирии приняли Закон «О Главе Республики Башкортостан». ИА «Башинформ» (25 декабрь 2014). Дата обращения: 8 ғинуар 2015. Архивировано из оригинала 9 ғинуар 2015 года.
  40. Федеральный конституционный закон «О Правительстве Российской Федерации» 2009 йылдың 17 август көнөндә архивланған. kremlin.ru 17 декабря 1997
  41. Азат Гиззатуллин. Председателем Госсобрания Башкирии вновь избран Константин Толкачев. bashinform.ru (5 октябрь 2023). Дата обращения: 5 октябрь 2023.
  42. Об административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан (с изменениями на 5 марта 2019 года), Закон Республики Башкортостан от 20 апреля 2005 года №178-з. docs.cntd.ru. Дата обращения: 29 декабрь 2019.
  43. ОБ УТВЕРЖДЕНИИ РЕЕСТРА АДМИНИСТРАТИВНО-ТЕРРИТОРИАЛЬНЫХ ЕДИНИЦ И НАСЕЛЕННЫХ ПУНКТОВ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН (с изменениями на: 09.02.2015), Постановление Правительства Республики Башкортостан от 29 декабря 2006 года №391. docs.cntd.ru. Дата обращения: 29 декабрь 2019.
  44. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан по итогам Всероссийской переписи населения 2020 года. https://02.rosstat.gov.ru/. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан (август 2022).
  45. Число муниципальных образований по субъектам Российской Федерации на 1 января 2018 года. Росстат (2016).
  46. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2024 года. Федеральная служба государственной статистики (27 апрель 2024). Дата обращения: 2 май 2024.
  47. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 Предварительная оценка численности населения Республики Башкортостан на 1 января 2016 года по муниципальным образованиям. Дата обращения: 21 февраль 2016. Архивировано 21 февраль 2016 года.
  48. 1 2 3 4 5 6 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  49. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  50. Краткие итоги Всероссийской переписи населения 2020 года по муниципальным районам и городским округам Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан (28 февраль 2023). Дата обращения: 7 февраль 2023.
  51. 1 2 Краткие итоги Всероссийской переписи населения 2020 года по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан (23 ғинуар 2023). Дата обращения: 7 февраль 2023.
  52. 4В Башкирии проживают представители 160 национальностей и 13 этнических групп. www.bashinform.ru. Дата обращения: 3 ғинуар 2022.
  53. http://docs.historyrussia.org/ru/nodes/47581-vsesoyuznaya-perepis-naseleniya-1937-goda-obschie-itogi#mode/inspect/page/64/zoom/4.
  54. http://istmat.info/node/20228.
  55. http://istmat.info/files/uploads/17630/sssr_ad-ter_delenie_1931_rsfsr.pdf.
  56. http://istmat.info/files/uploads/53487/adm._delenie_sssr_1934.pdf.
  57. http://docs.historyrussia.org/ru/nodes/47581-vsesoyuznaya-perepis-naseleniya-1937-goda-obschie-itogi#mode/inspect/page/64/zoom/4.
  58. https://web.archive.org/web/20131019131830/http://demoscope.ru/weekly/ssp/rus59_reg1.php.
  59. https://web.archive.org/web/20131019131839/http://demoscope.ru/weekly/ssp/rus70_reg1.php.
  60. http://demoscope.ru/weekly/ssp/rus79_reg1.php.
  61. https://www.webcitation.org/6ibsmTCzx.
  62. https://web.archive.org/web/20111010033657/http://demoscope.ru:80/weekly/ssp/rus89_reg1.php.
  63. http://www.fedstat.ru/indicator/data.do?id=31557.
  64. http://www.fedstat.ru/indicator/data.do?id=31557.
  65. http://www.fedstat.ru/indicator/data.do?id=31557.
  66. http://www.fedstat.ru/indicator/data.do?id=31557.
  67. http://www.fedstat.ru/indicator/data.do?id=31557.
  68. http://www.fedstat.ru/indicator/data.do?id=31557.
  69. http://www.fedstat.ru/indicator/data.do?id=31557.
  70. http://www.fedstat.ru/indicator/data.do?id=31557.
  71. http://www.fedstat.ru/indicator/data.do?id=31557.
  72. http://www.fedstat.ru/indicator/data.do?id=31557.
  73. http://www.fedstat.ru/indicator/data.do?id=31557.
  74. http://www.fedstat.ru/indicator/data.do?id=31557.
  75. https://web.archive.org/web/20120203125040/http://www.perepis2002.ru/ct/doc/1_TOM_01_04.xls.
  76. http://www.fedstat.ru/indicator/data.do?id=31557.
  77. http://www.fedstat.ru/indicator/data.do?id=31557.
  78. http://www.fedstat.ru/indicator/data.do?id=31557.
  79. http://www.fedstat.ru/indicator/data.do?id=31557.
  80. http://www.fedstat.ru/indicator/data.do?id=31557.
  81. http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/88ec76804db875b29208d3356f373569/4+раздел.pdf.
  82. https://web.archive.org/web/20150518102941/http://www.gks.ru/bgd/regl/B09_109/IssWWW.exe/Stg/d01/tabl-21-09.xls.
  83. https://web.archive.org/web/20130906112443/http://www.gks.ru/free_doc/new_site/perepis2010/croc/Documents/Vol1/pub-01-11.xlsx.
  84. http://www.fedstat.ru/indicator/data.do?id=31557.
  85. http://web.archive.org/web/20130516092833/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2012/bul_dr/mun_obr2012.rar.
  86. https://web.archive.org/web/20140810202114/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2014/bul_dr/mun_obr2014.rar.
  87. http://www.gks.ru/free_doc/new_site/population/demo/Popul2016.xls.
  88. http://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar.
  89. http://www.gks.ru/free_doc/doc_2018/bul_dr/mun_obr2018.rar.
  90. https://web.archive.org/web/20210502132133/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2019/bul_dr/mun_obr2019.rar.
  91. https://www.gks.ru/storage/mediabank/Popul2020.xls.
  92. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx.
  93. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/chisl_RF_01-01-2022_VPN-2020.xls.
  94. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Bul_MO_2023.xlsx.
  95. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/OkPopul_Comp2024_Site.xlsx.
  96. Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июнь 2011).
  97. О Республике. www.bashkortostan.ru. Дата обращения: 29 декабрь 2019.
  98. Шайдуллина З.З. ОСОБО ОХРАНЯЕМЫЕ ПРИРОДНЫЕ ТЕРРИТОРИИ. Башкирская энциклопедия. Дата обращения: 25 июнь 2020.
  99. «Янган-Тау», геопарк
  100. 12 интересных мест, которые нужно посетить в геопарке «Торатау»
  101. Паспорт региона: Республика Башкортостан.
  102. Радий Хабиров: В Башкирии на основе нефтегазохимии формируется промышленный кластер - Российская газета (21 май 2024). 21 февраль 2025 тикшерелгән.
  103. 1 2 Продукт оправдал ожидания (19 февраль 2025). 21 февраль 2025 тикшерелгән.
  104. ВРП Башкирии в 2024 году вырос на 4,7%. 21 февраль 2025 тикшерелгән.
  105. По данным Минэкономразвития Башкортостана ВРП региона в 2024 году составил 2,8 трлн рублей. Министерство экономического развития и инвестиционной политики Республики Башкортостан (18 февраль 2025). Дата обращения: 21 февраль 2025.
  106. Сбер откроет офис исламского финансирования в Республике Башкортостан
  107. Топ-10 самых значимых событий в экономике Башкирии в 2022 году
  108. Промышленность. Министерство цифрового развития Республики Башкортостан. Дата обращения: 21 февраль 2025.
  109. Промышленность Башкортостана (билдәһеҙ). visit-bashkortostan.ru. Дата обращения: 21 февраль 2025.
  110. Туймазинское ГПП, ООО, Респ. Башкортостан ИНН 0269034133 | Реквизиты, юридический адрес, КПП, ОГРН, схема проезда, сайт, e-mail, телефон - узнать на sbis.ru. СБИС. Дата обращения: 26 июнь 2020.
  111. Шкаповское ГПП, ООО, Респ. Башкортостан ИНН 0255017547 | Реквизиты, юридический адрес, КПП, ОГРН, схема проезда, сайт, e-mail, телефон - узнать на sbis.ru. СБИС. Дата обращения: 26 июнь 2020.
  112. Фокин Д. Н., Синцов А. Ю. Приволжье. Большая книга по краеведению. — Эксмо, 2012. — С. 18−19. — 240 с. — ISBN 978-5-699-57053-9.
  113. РБ 2012, • Газета • Газета «Республика Башкортостан». agidel.ru. Дата обращения: 29 декабрь 2019.
  114. История башкирского народа, 2012, с. 151
  115. 1 2 Как экономика Башкирии завершает год: оценки и прогнозы экспертов. 21 февраль 2025 тикшерелгән.
  116. Экономика Башкортостана приобрела второе дыхание в этом году - Российская газета (24 декабрь 2024). 21 февраль 2025 тикшерелгән.
  117. Как Чернобыль изменил к лучшему российскую ядерную энергетику. 21 февраль 2025 тикшерелгән.
  118. Ветер перемен. Возродится ли в Башкирии альтернативная энергетика? Дата обращения: 11 февраль 2015. Архивировано из оригинала 11 февраль 2015 года.
  119. Республика Башкортостан. «Позеленеет» ли энергетика? Дата обращения: 24 август 2015. Архивировано из оригинала 30 ғинуар 2016 года.
  120. В Башкирии до 2018 года создадут сеть солнечных электростанций за 6 млрд рублей // ТАСС, 5 июня 2015 года
  121. Энергетика Республики Башкортостан. energoseti.ru (21 ноябрь 2022). Дата обращения: 21 февраль 2025.
  122. Зелёная энергия. bgkrb.ru. Дата обращения: 21 февраль 2025.
  123. СТРОИТЕЛЬСТВО. Башкирская энциклопедия. Дата обращения: 25 июнь 2020.
  124. Ввод жилья в России: рейтинг регионов по итогам III квартала - TOP-RF.ru : Рейтинги и новости. top-rf.ru. Дата обращения: 29 декабрь 2019.
  125. 1 2 3 4 По объему вводимого жилья Башкортостан входит в ТОП-10 регионов страны. Правительство республики Башкортостан (24 декабрь 2024). Дата обращения: 21 февраль 2025.
  126. 1 2 3 4 5 АПК Башкортостана: итоги 2024. 21 февраль 2025 тикшерелгән.
  127. Сельскохозяйственная отрасль в Башкирии активно развивается. 21 февраль 2025 тикшерелгән.
  128. Дорофеев, Сергей. Крупные инвестиции в АПК. Россельхозбанк в Башкирии подвел итоги 2024 года. 21 февраль 2025 тикшерелгән.
  129. Основные показатели сельского хозяйства по республикам, краям и областям // Сельское хозяйство СССР. Статистический сборник (1960). — Москва: Госстатиздат ЦСУ СССР, 1960. — С. 500. — 667 с. — 10 000 экз.
  130. 1 2 Госкомстат России. Растениеводство. 14.1 Посевные площади всех культур // Регионы России. Социально экономические показатели. 2002. — Москва, 2002. — С. 490. — 863 с. — 1600 экз. — ISBN 5-89476-108-5. Архивированная копия. Дата обращения: 29 ноябрь 2019. Архивировано из оригинала 19 апрель 2019 года.
  131. 1 2 Федеральная служба государственной статистики. Растениеводство. 14.5 Посевные площади сельскохозяйственных культур // Регионы России. Социально экономические показатели. 2016. — Москва, 2016. — С. 726. — 1326 с. — ISBN 978-5-89476-428-3.
  132. ПОСЕВНЫЕ ПЛОЩАДИ СЕЛЬСКОХОЗЯЙСТВЕННЫХ КУЛЬТУР ПО РЕСПУБЛИКЕ БАШКОРТОСТАН
  133. 1 2 Центральный банк Российской Федерации. www.cbr.ru. Дата обращения: 29 декабрь 2019.
  134. 1 2 Финансовый супермаркет Банки.ру. Банки.ру. Дата обращения: 29 декабрь 2019.
  135. Башкирия успешно развивает международную торговлю – Маргарита Болычева. bashinform.ru. — новость. Дата обращения: 28 май 2022.
  136. 1 2 В Башкортостане объем розничного товарооборота вырос на 263,1 млрд рублей. trade.bashkortostan.ru (19 февраль 2025). Дата обращения: 21 февраль 2025.
  137. В 2024 году компании Башкирии заключили экспортные контракты на 139 млрд рублей. 21 февраль 2025 тикшерелгән.
  138. Постановление Правительства Башкортостана № 185 от 7 июня 2012 года о долгосрочной целевой программе «Развитие внутреннего и въездного туризма в Республике Башкортостан на 2012—2016 годы». Дата обращения: 29 декабрь 2019. Архивировано из оригинала 22 сентябрь 2016 года.
  139. 5 лучших недорогих санаториев Башкирии. sanatory.ru. Дата обращения: 21 февраль 2025.
  140. 1 2 Радий Хабиров: Развитие туристической инфраструктуры для Башкирии – один из важнейших вопросов. 21 февраль 2025 тикшерелгән.
  141. 1 2 Пути ведут в Башкирию. Как транспортная инфраструктура влияет на рост экономики. 21 февраль 2025 тикшерелгән.
  142. РЕЗУЛЬТАТЫ ЕЖЕГОДНОГО РЕЙТИНГА ИНВЕСТПРИВЛЕКАТЕЛЬНОСТИ «ТОП-100 РОССИЙСКИХ ЗДРАВНИЦ» ЗА 2023 ГОД. aotrf.ru. Дата обращения: 21 февраль 2025.
  143. Выручка отельеров в Башкирии в 2023 году увеличилась на 40%. 21 февраль 2025 тикшерелгән.
  144. Выручка отельеров в Башкирии в 2023 году увеличилась на 40%. 21 февраль 2025 тикшерелгән.
  145. В Башкирии рассказали, как туристический нацпроект изменил республику. 21 февраль 2025 тикшерелгән.
  146. Курорт платежом красен (26 декабрь 2024). 21 февраль 2025 тикшерелгән.
  147. В Башкирии создают новую инфраструктуру для развития туризма
  148. Р361 – «Магнитогорск - Сибай - Зилаир – Ира» | Автодороги России | Главная. Дата обращения: 24 февраль 2013. Архивировано 26 февраль 2013 года.
  149. Скоростная автомагистраль Казань-Екатеринбург пройдёт через Башкортостан
  150. ЗДОРОВЬЕ НАСЕЛЕНИЯ И ДЕЯТЕЛЬНОСТЬ МЕДИЦИНСКИХ ОРГАНИЗАЦИЙ Республики Башкортостан в 2016 году
  151. Васильев Д.Ю., Рудкевич Е.Ю. Религия. Башкирская энциклопедия. Дата обращения: 25 июнь 2020.
  152. Интерфакс-Религия: Говорить о притеснении ислама в России кощунственно, считает Талгат Таджуддин. www.interfax-religion.ru. Дата обращения: 29 декабрь 2019.
  153. Духовное Управление Мусульман Республики Башкортостан. ДУМРБ. Духовное Управление Мусульман Республики Башкортостан. ДУМРБ. Дата обращения: 29 декабрь 2019.
  154. Башҡортостан спортты үҫтереү буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәге тип танылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019 йыл, 13 декабрь (Тикшерелеү көнө: 13 декабрь 2019)
  155. О выпуске в обращение памятных монет из драгоценных металлов - Банк России. cbr.ru. Дата обращения: 29 декабрь 2019.

Һылтанмалар