Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто

Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто (Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто дәүләт бюджет учреждениеһы, рус. Дом дружбы народов Республики Башкортостан) — Башҡортостан халыҡтарының милли мәҙәниәтен һәм туған телен һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өсөн ойошторолған ойошма. 1994 йылдың 19 апрелендә БР Президенты Указына ярашлы барлыҡҡа килә[1].

undefined

Тарихы

Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто Башҡортостан Республикаһы Президентының 1994 йылдың 19 апрелендәге «Өфөлә Башҡортостан Республикаһының халыҡтар дуҫлығы йортон асыу тураһында» Указына ярашлы булдырыла. 1995 йылдың 17 авгусында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тейешле ҡарар ҡабул итә[2].

Халыҡтар дуҫлығы йортонда республикала йәшәгән халыҡтарҙың байрамдары ойошторола; ул милли-мәҙәни йәмәғәт ойошмаларының эшен координациялаусы үҙәк булып тора[3].

Филиалдары

БР Халыҡтар дуҫлығы йорто һәр милләттең милли йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихи-архитектура һәйкәлдәрен һаҡлау, милли үҙаңын уятыу маҡсатында тарихи-милли үҙәктәр аса һәм 2006 йылдың 1 июнендә, БР Хөкүмәтенең 85-се ҡарарына ярашлы, был үҙәктәргә Халыҡтар Дуҫлығы йортоноң филиалдары статусы бирелә. 2024 йылға ҡарата учреждениеның 26 филиалы бар. Улар: «Темәс» (Баймаҡ районы), «Сәйетбаба» (Ғафури районы), Ҡәнзәфәр бей исемендәге «Һарайлы» (Благовар районы), Муса Гәрәев исемендәге (Илеш районы), Туймазы районы, Ҡурған, Ырымбур, Свердловск, Силәбе өлкәләре, Пермь крайы, Ханты-Манси автономиялы округы — ЮГРА, Татарстан Республикаһы — башҡорт, мишәр (Балтас районы), татар (Бүздәк районы), украин (Стәрлетамаҡ районы), белорус (Иглин районы), латыш (Архангел районы), сыуаш (Ҡырмыҫҡалы районы), мари (Мишкә районы), удмурт (Тәтешле районы), немец — Благовар районы), мордва (Федоровка районы) тарихи-мәҙәни үҙәктәре, «Никольский храм» (Краснокама районы), «Красный яр» — рус (Өфө районы), Цветаева әҙәби, Аксаков (икеһе лә — Бәләбәй районы) тарихи-мәҙәни үҙәктәре[4].

Эшмәкәрлек йүнәлештәре

БР Халыҡтар дуҫлығы йорто хеҙмәткәрҙәре музейҙар һәм китапханалар ойоштороуҙа, фонотека, фотолар коллекцияһы, аудио- һәм видеоматериалдар менән ярҙам итә. Төбәктәрҙең милли үҙенсәлегенә бағышланған күргәҙмәләр ойоштора һәм үткәрә[5].

Дуҫлыҡ йортоноң үҙендә һәм ҡатнашлығында сәнғәт фестивалдәре, үҙэшмәкәрҙәр смотрҙары, ҙур күләмле этномәҙәни саралар ойоштороу һәм уҙғарыу менән шөғөлләнә. Фольклор менән шөғөлләнгән ижади коллективтарға ярҙам итә[6].

Мәҙәни-мәғрифәт эше буйынса лекциялар, ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса клубтар, ижади кисәләр үткәрә. Башҡортостан Республикаһы территорияһында урынлашҡан күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын эҙләй һәм һаҡларға ярҙам итә[7].

Бынан тыш Дуҫлыҡ йорто республикалағы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары, Рәсәй һәм элекке СССР халыҡтары ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итә. Төбәктә йәшәгән барлыҡ халыҡ һәм милләт вәкилдәре менән татыулыҡ һәм ихтирамлы мөнәсәбәттәр урынлаштырыу эшен алып бара. Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йортоноң эшмәкәрлеге власть органдары һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан координациялана[1].

Директорҙары

• З. З. Харрасов (1995 йылдан)[8].
• И. Н. Әхмәҙиев (1997 йылдан)[8]
• Алсынбаев Шәрифулла Сәйфулла улы (1998—2009)[9]
Ибраһимов Азат Әхмәт улы (2014—2019)[10].
• Солтанморатов Илгиз Зәнфир улы (2019—2021)[11].
• Мирхәйҙәрова Гөлназ Ғиндулла ҡыҙы (2021—2022).
• Ғайсина Флүзә Фәтҡулла ҡыҙы (2022—2023)[12].
Саматова Эльмира Рәдиф ҡыҙы (2023 йылдың 27 сентябренән)[13]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 ГБУ Дом дружбы народов Республики Башкортостан. Министерство культуры Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июль 2024.
  2. Дом дружбы народов в городе Уфа. «UZRMK» LLC. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июль 2024.
  3. Дом дружбы народов Республики Башкортостан. Филиал ГРДНТ им. В.Д. Поленова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июль 2024.
  4. ИСТОРИКО-КУЛЬТУРНЫЕ ЦЕНТРЫ
  5. Дом дружбы народов Республики Башкортостан. Культурный мир Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июль 2024.
  6. Эльвина Апарина. 25 лет в мире и согласии: Дом дружбы народов в Уфе – что он из себя представляет (23 октябрь 2019). 12 июль 2024 тикшерелгән.
  7. Сведения об организации. 12 июль 2024 тикшерелгән.
  8. 1 2 Г.С.Иштуганова. Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  9. Алсынбаев Шарифулла Сайфуллович
  10. Назначен новый директор Дома дружбы народов
  11. Исполняющим обязанности директора Дома дружбы народов РБ стал Султанмуратов Ильгиз
  12. Назначен директор Дома дружбы народов Башкортостана
  13. ГБУ Дом Дружбы Народов РБ

Категориялар