Саматова Эльмира Рәдиф ҡыҙы
Эльмира Рәдиф ҡыҙы Саматова (рус. Эльмира Радифовна Саматова; 1976 йылдың 15 феврале, Өфө) — Рәсәй һәм башҡорт театр актрисаһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2010). 1993 йылдан — Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы; шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры[1].
Биографияһы
Эльмира Саматова 1976 йылдың 15 февралендә Өфө ҡалаһында тыуған. 1993 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын (Олег Ханов оҫтаханаһы) тамамлай һәм шул уҡ йылда Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры труппаһына ҡабул ителә.
Милли сәхнәлә 30 йылдан ашыу хеҙмәт итеү осоронда актриса төрлө жанрҙағы спектаклдәрҙә — ватан һәм сит ил классикаһы, шулай уҡ хәҙерге драматургия әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙә 50-гә яҡын ролде башҡара[2][3].
Ижады
Эльмира Саматова Башҡортостанда төшөрөлгән тәүге күп сериялы «Ай ҡыҙы» телефильмында башҡарған төп роле менән таныла. Был ролде ул 2001 йылда башҡара[4].
2025 йылда «Счёт за нелюбовь» фильмында эпизодтарҙа, «Любовь по принуждению» фильмында Маргарита ролендә ҡатнашты[5].
Театрҙағы ролдәре (һайланма)
Театр һәм матбуғат мәғлүмәттәре буйынса, төрлө йылдарҙа актрисаның репертуарында түбәндәге ролдәр була:
- Наилә — «Ғашиҡтар көнө», Н. Ғәйетбай;
- Ҡәҙисә — «Ал яулыҡлы тирәккәйем», Сыңғыҙ Айытматов;
- Кесе әсә — «Аҡ мөғжизә», Мостай Кәрим;
- Нәримә, Алексийҙың һеңлеһе — «Уйҙарымдан ғына юғалма…», Рәшат Нури Гүнтекин;
- Бегемотик — «Айболит һәм Бармалей», Корней Чуковский (рус.)баш.;
- Йомабикә (Бөрйән ырыуы) — «Башҡорт туйы», М. Буранғолов;
- Төлкө — «Ҡыш бабай һандығы», Д. Голубецкий;
- Хәкимиә — «Студенттар», Н. Ғәйетбаев;
- Графиня Вишенка — «Чиполлино», Джанни Родари;
- Гөлсирә, күрше — «Башҡорт әсире», М. Кәрим;
- Мария — «Ун икенсе төн», Уильям Шекспир;
- Банат — «Ғимади мажаралары», Ә. Әхмәтов;
- Яуия — «Париждан Альфонс», Л. Вәлиев;
- Зоя — «Биш кис», А. Володин;
- Нәсимә — «Һөйгәнем минең», Т. Миңнуллин;
- Һылыубикә — «Мөхәббәт китабы тураһында риүәйәт», И. Вәлиева;
- Гөлнур — «Go! Баламышкин», Ф. Бүләков;
- Һыуһылыу — «Алтын балта», С. Сурина;
- Илсе свитаһының һарай ханымы — «Ун ике ай», Самуил Маршак;
- Зәйнәб Биишева — «Половец мистерияһы», Ф. Бүләков;
- Хәлимә — «Йәннәт баҡсаһы», И. Йомағолов;
- Зөһрә — «Таһир менән Зөһрә», Ф. Бурнаш;
- Ғәфиә — «Аҡ ҡалфаҡ», М. Фәйзи;
- һәм башҡалар[2].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Актёрлыҡ эшмәкәрлеге менән бер рәттән Эльмира Саматова 2023 йылдың 27 сентябренән Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры вазифаһын да башҡара[6]. Был вазифала ул милләт-ара мәҙәни проекттарҙы һәм фестивалдәрҙе ойоштороуҙа ҡатнаша.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2010);
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021);
- Милләт эштәре буйынса федераль агентлыҡтың Рәхмәт хаты (2024);
- «Милләт әсәһе — 2014» конкурсы еңеүсеһе;
- «Милләт ғорурлығы — 2025» премияһы дипломы (3-сө урын, «Милли мөнәсәбәттәр өлкәһендәге иң яҡшы тәжрибәләр өсөн» номинацияһы)[4].
- Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының почёт грамотаһы (2026)[7].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Культурный мир Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июль 2026.
- ↑ 1 2 Эльмира Саматова — Национальный молодёжный театр им. М. Карима. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июль 2026.
- ↑ Башҡортстандан атҡаҙанған артисы Эльмира Саматова (башҡ.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июль 2026.
- ↑ 1 2 Ваше величество женщина. resbash.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июль 2026.
- ↑ Эльмира Саматова. kino-teatr.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июль 2026.
- ↑ Руководство - Дом дружбы народов РБ (ru-RU), Дом дружбы народов РБ. 24 июль 2026 тикшерелгән.
- ↑ 15 февраля народная артистка Башкортостана Эльмира Саматова отметила юбилей. Сетевое издание Новостной портал ассоциации национальных театров (17 февраль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 август 2026.