Назаров Андрей Геннадьевич

Андрей Геннадьевич Назаров (1970 йылдың 28 апреле, Баймаҡ, Башҡорт АССР-ы) — сәйәсмән-ғалим, дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2020 йылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры. Рәсәй Федерацияһы 5-се саҡырылыш (2007—2011) Федераль йыйылышының Дәүләт думаһы депутаты. Сәйәси фәндәр кандидаты (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Салауат Юлаев ордены кавалеры.

Биографияһы

1970 йылдың 28 апрелендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ ҡалаһында тыуған.

Сибайҙың 6-сы урта мәктәбендә уҡый, 1988 йылда Сибай тау-байыҡтырыу техникумында «Автомобилдәр ремонтлау һәм техник хеҙмәтләндереү» һөнәре буйынса урта махсус белем ала.

1995 йылда Ҡаҙаҡ дәүләт идара итеү академияһын (элекке Алматы халыҡ хужалығы институты) «Сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуының иҡтисады һәм идара итеү» һөнәре буйынса, 2002 йылда — Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһының «Стратегик менеджмент» бүлеген, 2009 йылда Магнитогорск дәүләт техник университетының тау машиналары һәм ҡорамалдары факультетын, 2011 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһын «Юриспруденция» һөнәре буйынса тамамлай. 2006 йылда «Мәскәү сәйәси тикшеренеүҙәр мәктәбендә» «Хоҡуҡ, сәйәсәт, иҡтисад һәм киң мәғлүмәт саралары» федераль кластарында курс тыңлай[1].

2006 йылда М. А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетында «сәйәси фәндәр кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай[2]

1998—2004 йылдарҙа — Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы вәкиллеге етәксеһе була.

2003 йылдан Башҡортостан Республикаһы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.

2001—2006 йылдарҙа Башҡортостан сауҙа-сәнәғәт союзы идараһы рәйесе. Бер үк ваҡытта 2005 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы рәйесе. Бәйләнеш һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса ҙур эш үткәрә, эшҡыуарлыҡ һәм дәүләт структуралары менән үҙ-ара эш итеү нигеҙендә төрлө ойошмалар менән әүҙем эшләй. Һөҙөмтәләр Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә ла ҡулланыла[3]. 2008 йылдың апрелендә Башҡортостан Республикаһының бөтә төп бизнес-берекмәләр делегаттары йыйылған ойоштороу ултырышында бер тауыштан Башҡортостан республикаһы эшҡыуарлыҡ ойошмалары Координация советы рәйесе итеп һайлана.

2006 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Стратегик эшкәртмәләр үҙәге етәксеһе[4].

2007—2011 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт думаһы депутаты. Бер үк ваҡытта 2010 йылдан «Эшлекле Рәсәй» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары. Федераль кандидаттар исемлеге составында «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы тәҡдиме менән һайланған (өс төбәк төркөмө/ Башҡортостан Республикаһы). Дәүләт Думаһында Гражданлыҡ, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль ҡануниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары булып һайлана. Законлы эшҡыуарлыҡҡа кәртә ҡуйған кешеләргә ҡарата ҡануниәтте киҫкенләштереү[5], шулай уҡ эшҡыуарҙарға ҡарата енәйәт ҡануниәтен йомшартыу инициативаһы нигеҙендә тора (депутат В. С. Груздев менән берлектә Рәсәй Федерацияһы енәйәт кодексының 22 бүлегендә бер нисә статьяға үҙгәрештәр индереү буйынса закон проектын 2009 йылдың декабрендә тәҡдим итә)[6][7].

2014—2019 йылдарҙа «Эшлекле Рәсәй» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының рәйестәше.

2019 йылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, 2020 йылдың 17 сентябренән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры[8][9][10].

2025 йылдың 11 июлендә Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Андрей Назаров «Росхим»холдингының өлөшө булған Башҡортостан сода компанияһы директорҙар советының яңы рәйесе итеп тәғәйенләнде[11].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • 1998 йылда 11-се һайлау округы буйынса Сибай ҡала советы депутаты итеп һайлана.
  • 2014 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем — «Эшлекле Рәсәй» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйестәше[12].
  • 2025 йылдың 11 июленән — Башҡортостан сода компанияһының директорҙар советы рәйесе[13]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы
  • Салауат Юлаев ордены
  • «Хеҙмәт фиҙаҡәрлеге өсөн» миҙалы (2025)[21];

Ғаиләһе

Улы — Денис, эшҡыуар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының 6-7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2018 йылдан). Юридик фәндәр кандидаты (2015).

Ҡыҙыҡлы факттар

  • Андрей Назаров ярҙамы һәм тәҡдиме менән Сибай ҡалаһында башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте, шәрҡиәтсе-тюрколог, философия докторы, профессор, Манчестер университетының почётлы докторы Әхмәтзәки Вәлиди туғанға, шулай уҡ «Әсәлек», «1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт полктарына», «Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына», «Еңеү ҡоралы — танкыға ҡаршы атыусы ЗИС-2 пушкаһы» һәйкәлдәре ҡуйылған[26].

Иҫкәрмәләр

  1. Федеральные классы 1993—2008
  2. Социально-политические проблемы малого предпринимательства в регионе (На примере Республики Башкортостан) : Дис. канд. полит. наук: 23.00.02 Москва, 2006, 144 с., РГБ ОД, 61:06-23/173 2016 йылдың 4 ноябрь көнөндә архивланған.
  3. БАШКИРСКИЙ ТОРГОВО-ПРОМЫШЛЕННЫЙ СОЮЗ В 2003 ГОДУ НАЧИНАЕТ РАЗВИВАТЬ В ЗАУРАЛЬЕ ТУРИЗМ
  4. М. Г. Рахимов назначил А. Г. Назарова руководителем Центра стратегических разработок 2016 йылдың 7 март көнөндә архивланған.
  5. Депутаты предлагают ужесточить наказание чиновникам, мешающим развиваться законному бизнесу 2012 йылдың 14 март көнөндә архивланған.
  6. Поправки, разделяющие понятия «незаконный бизнес» и «отмывание средств», поступили в Думу 2012 йылдың 14 март көнөндә архивланған.
  7. Поправки в УК с уточнением понятия «крупного ущерба» внесены в Госдуму 2012 йылдың 14 март көнөндә архивланған.
  8. Андрей Назаров назначен Премьер-министром Правительства Башкортостана. Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт, 17 сентября 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 июль 2024)
  9. Премьер-министром Правительства Башкортостана назначен Андрей Назаров. Министерство предпринимательства и туризма Республики Башкортостан. Официальный сайт. 17 сентября 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 июль 2024)
  10. В Башкирии официально назначен глава правительства
  11. Премьер-министр Башкирии избран председателем совета директоров БСК. Уфа. РБК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2025.
  12. «Сопредседатели» 2016 йылдың 29 октябрь көнөндә архивланған.
  13. Премьер-министр Башкирии избран председателем совета директоров БСК. Уфа РБК (11 июль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2025.
  14. «Granelle Development Одна из крупнейших российских девелоперских компаний, специализирующаяся на разработке перспективных девелоперских проектов и инвестировании» 2017 йылдың 29 октябрь көнөндә архивланған.
  15. «Бизнес против коррупции»
  16. «Председатель отделения» 2017 йылдың 22 май көнөндә архивланған.
  17. Заместители председателя Общероссийской общественной организации «Деловая Россия» 2010 йылдың 17 октябрь көнөндә архивланған.
  18. «Назначены советники Президента Башкортостана» 2016 йылдың 4 ноябрь көнөндә архивланған.
  19. «Состав Организационного комитета по подготовке и проведению третьего Ялтинского международного экономического форума» 2016 йылдың 4 ноябрь көнөндә архивланған.
  20. «Подведены итоги визита итальянской делегации в Крым»
  21. {{cite web|author=Лейла Аралбаева|datepublished=28.04.2025|url=https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-04-28/glava-bashkirii-nagradil-andreya-nazarova-medalyu-za-trudovuyu-doblest-4215959%7Ctitle=Глава Башкирии наградил Андрея Назарова медалью «За трудовую доблесть»|lang=ru|publisher=Башинформ|accessdate=2026-07-07}
  22. Парламентарии отмечены наградами Президента России 2011 йылдың 3 ноябрь көнөндә архивланған.
  23. Премьер-министр правительства Башкирии награждён медалью Столыпина. ИА «Башинформ», 13 июля 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2024)
  24. На юбилейном заседании Госдумы трое парламентариев от Башкортостана получили награды
  25. Совет городского округа г. Сибай. Официальный сайт. Почётные граждане (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2024)
  26. Андрей Назаров: «Бывают ситуации, когда на пиар просто жаль времени»

Тема буйынса өҫтәмә