Көнсығыш Европа тигеҙлеге
Көнсығыш Европа тигеҙлеге (йәки Урыҫ тигеҙлеге) — Көнсығыш Европалағы тигеҙлек. Майҙаны буйынса Амазонка тигеҙлегенән һуң икенсе урын алып тора.
Тигеҙлек төньяҡтан көньяҡҡа 2750 километрға, көнбайыштан көнсығышҡа 2500 километрға һуҙылған, майҙаны — 5,5 млн км².
Көнсығыш Европа тигеҙлегендә Белоруссия, Латвия, Литва, Эстония, Молдавия, Рәсәй, Украина, Финляндия, Швеция, Польша, Румыния, Болгария и Ҡаҙағстан илдәренең территорияһы тулыһынса йәки өлөшләтә урынлашҡан.