Автономиялы республика
Автономиялы республика |
---|
Автономиялы республика (рус. Автоно́мная респу́блика) (СССР-ҙа ― Автономиялы совет социалистик респу́блика (АССР)) — СССР-ҙа һәм советтан һуңғы ҡайһы бер дәүләттәрҙә дәүләт (өлкә, сәйәси, милли-территориаль) автономия формаһы. АССР-ҙың Советтар Союзы составынан сығырға хоҡуғы булмай, әммә улар бер союз республикаһынан икенсеһенә күсә ала. Уларҙың закондары СССР һәм союз республикаһы закондарына тап килергә тейеш була. Рәсәй Федерацияһында автономиялы республикалар 1992 йылда Федератив килешеүгә ҡул ҡуйылғандан һуң бөтөрөлә һәм федерация составындағы республикаларға үҙгәртелә.
Тасуирламаһы
Ҙур совет энциклопедияһы мәғлүмәттәре буйынса автономиялы республикалар бер-береһенән айырыла, мәҫәлән, тарихы, территорияның ҙурлығы, халҡы һаны һ. б. Шул уҡ ваҡытта һәр АССР конституция, территория, гражданлыҡ, шулай уҡ дәүләт власының юғары органдары: Юғары Совет, Юғары Совет Президиумы, Министрҙар Советы һәм Юғары суд кеүек дөйөм билдәләргә эйә була. Союздаш республикаларҙан айырмалы рәүештә, АССР-ҙар СССР-ҙан айырылырға хоҡуғы булмай, шул уҡ ваҡытта автономиялы республика халҡының теләге нигеҙендә ул бер союздаш республиканан икенсеһенә күсә ала (мәҫәлән, 1936 йылда Ҡарағалпаҡ Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы РСФСР-ҙан Үзбәк ССР-ына күсә)[1].
Советтар Союзында һәр автономиялы республика, милли дәүләтселек формаһы булараҡ, билдәле бер милләт суверенитетын кәүҙәләндерә һәм, автономияның сәйәси формаһы булараҡ, АССР конституцияһы менән билдәләнгән үҙ компетенцияһына эйә була. Автономиялы республиканың бөтә закондары союздаш республика һәм СССР закондарына ла тап килергә тейеш. Автономиялы республикаларҙың союздаш республикаларҙың дәүләт власы органдарында һәм Советтар Союзында үҙ вәкилдәре була[1].
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1969 йылға ҡарата СССР-ҙа 20 автономиялы республика була, шуларҙың 16-һы РСФСР-ҙа, 2-һе Грузия Совет Социалистик Республикаһында һәм берешәре Үзбәк Совет Социалистик Республикаһы һәм Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһында[1]. 1992 йылдың 31 мартында Федератив килешеү төҙөлгәндән һуң, элек РСФСР составына ингән АССР-ҙар РФ составындағы республикаларға үҙгәртелә. Автономиялы республикалар советтан һуңғы ҡайһы бер илдәрҙә бар (мәҫәлән, Әзербайжандағы Нахичеван Автономиялы Республикаһы)[2].
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Автономная республика / Златопольский Д. Л. // А — Ангоб. — М. : Советская энциклопедия, 1969. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 1).
- Автономия / Ракитская И. А. // Большая российская энциклопедия [Электронный ресурс]. — 2016.