Индейҙар резервациялары
Индейҙар резервациялары (рус. Индейская резервация, ингл. An American Indian reservation) — АҠШ-та, Канадала һәм Көньяҡ Америкала индеецтар төркөмө (ауыл, ҡәбилә) өсөн йәшәү һәм файҙаланыу өсөн бүленгән, ҡәбилә идара иткән һәм ҡайһы берҙә уларҙың милке булған территория.
Был атама АҠШ властары индеецтарҙы үҙҙәре менән килешеү төҙөргә мәжбүр иткән йәки күндергән ваҡытта барлыҡҡа килгән. Уға ярашлы, улар үҙҙәренең аҫаба ерҙәренең күп өлөшөнән баш тарта, бер өлөшөн үҙ файҙаланыуында һаҡлап ҡала. Әммә резервацияны булдырыу өсөн алдан килешеү һәр ваҡыт төҙөлмәй. Мәҫәлән, Оклахомала уларҙы үҙ ерҙәренән ситкә күсергә мәжбүр итәләр.
1925 йылдан ҡәбилә вәкилдәре Ҡушма Штаттар гражданы булып тора һәм йәшәү урынын ирекле һайлай ала. Резервациялар территорияһында ҡайһы бер федераль закондарҙың ғәмәлдә булыуы сикләнә, ҡәбилә ғөрөф-ғәҙәт, йола буйынса йәшәй, үҙҙәренең мәҙәниәтен һаҡлай.
Һәр резервацияла ергә эйә булыу хоҡуғы федераль сәйәсәт менән билдәләнә. Ҡайһы бер ерҙәр ҡәбиләгә түгел, ә индеецтарҙың айырым вәкилдәренә йәки хатта индеец булмағандарға ҡарай. 330 резервацияның яҡынса яртыһында ер шәхси милеккә күсә алмай.
АҠШ
Беренсе резервация 1851 йылда Оклахомала барлыҡҡа килә. Улар АҠШ Индейҙар эштәре бюроһына буйһона, АҠШ территорияһының 2,3 % тәшкил итә. Хәҙерге көндә АҠШ-та 310 резервация бар. Улар 550 индей ырыуы өсөн төҙөлгән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Гавайи резервациялары
- Индеейцтарҙын претензиялар ҡабул итеү комиссияһы
- Индейҙар колониялары
- Дәүләт тарафынан һаҡланған территориялар
- АҠШ-тын «тарихи» резервациялар исемлеге
- АҠШ-тын резервациялар исемлеге
- Индейҙар буйынса АҠШ-тын сәйәсәте
- Индейҙар араһында ярлылыҡ
- Небраскала резервациялар
- АҠШ-тын ырыу суверенитеты
Һылтанмалар
- Карты резервации Колумбии
- BIA index to map of Indian reservations in the continental United States Архивная копия от 21 сентябрь 2011 на Wayback Machine
- Карты резервации США разных годов
- https://web.archive.org/web/20110227140335/http://pib.socioambiental.org/caracterizacao.php
- http://ccr6.pgr.mpf.gov.br/documentos-e-publicacoes/terras-indigenas/terras-indigenas/
- http://ccr6.pgr.mpf.gov.br/documentos-e-publicacoes/terras-indigenas/tis/listagem-de-terras-indigenas-funai-2011.xls/view Архивная копия от 13 август 2011 на Wayback Machine
- Convenio 169 de la OIT, Survival International
- Map «Amazon 2012 Protected Areas and Indigenous Territories»
- Indian land cession by years Архивная копия от 11 август 2014 на Wayback Machine