Автономия
Автономия | |
---|---|
Ҡапма-ҡаршыһы | Гетерономия[d] |
![]() |
Автономия — үҙ аллылыҡ, субъекттың үҙе булдырған принциптар нигеҙендә эшләүе йәки ниндәйҙер ғәмәлдәр башҡарыу хоҡуғы.
Термин тарихы
Антиклыҡ дәүерендә автономия тип беҙҙең эраға тиклем 397 йылда Фарсы батшаһы Артаксеркс II менән Спарта хәрби етәксеһе Анталкид араһында төҙөлгән Анталкид солохо менән танылған европа Грецияһының барлыҡ ҡалаларына ҡарата грек полистарының үҙ ҡанундары менән идара ителеү һәм бойондороҡһоҙ дәүләт тип һаналыу хоҡуғы аталған. Ошо килешеүгә ярашлы Кесе Азиялағы һәм Кипрҙағы грек ҡалалары фарсы батшаһы хакимлығына күсә, ә грек архипелагы полистары фарсы монархын бары тик бәхәстәрендә третей судьяһы итеп кенә таный, башҡа осраҡтарҙа үҙ ҡануниәтенә таяна[1]. Һуңыраҡ Македтния һуғыштарында боронғо римлеләр Римға ҡушылған грек полистары өсөн ошо шарттарҙы һаҡлай, әммә Рим хакимиәте — наместниктар контролендә. Автономиянан һуң римлеләр дәүләт башлығы — суверен һүрәтен ҡуймай ғына үҙ аҡсаһын сығарыу хоҡуғын да таный[1]. Дөйөм алғанда, Боронғо Римды автономия «элефтерия» (грек теленән — «азатлыҡ») тип аталған үҙ идаралыҡҡа хоҡуҡтың тарайтылған варианты була.
Философияла
Философии автономия — аҡыл һәм намыҫ ҡушыуы буйынса (Кант) барған көнкүреш үҙ аллылығы принцибы; шәхестең, әхлаҡи субъект булараҡ, үҙ ҡануниәте нигеҙендә үҙбилдәләнешкә хоҡуғы. Субъекттың гетерономия этикаһына — йәғни тәртип нормаларын «тыштан» ҡабул итеүгә — ҡапма-ҡаршы, уларҙың зарурлығын шәхси фекере менән нигеҙләмәй.
Автономия зарурлығын грек философияһында Демокрит менән Сократ аңлай. Тәртиптең дөйөм принцибы булараҡ, автономияны рим-католик сиркәүе авторитаризмына ҡаршы сығыш яһаған Лютер иғлан итә. Автономия проблемаһын этика йәһәтенән Энтони Эшли Купер, 3-сө граф Шефтсбери, Хатчесон аңлата, ә теоретик эҙмә-эҙлелек формаһында — Кант (автономиялы этика).
Әхлаҡи автономия — кешелек дәрәжәһен һәм изгелеген һаҡлап ҡалып, социаль күрһәтмәләрҙән, власть диктатынан, моданан, башҡаларҙың фекеренән азат булыу һәм тормош ауырлыҡтары һәм хәүефтәре алдында юғалып ҡалмау ул.
Психологияла
Автономия-гетерономия билдәләмәһе психологияға һәм балалар психоанализына Жан Пиаже тарафынан балалар гетерономияһын һәм өлкәндәрҙең автономияһын айырыу өсөн индерелә. Тәьҫир итеү механикаһы буйынса ул балаларҙың инфантиль бәйлелеге һәм үҙ аллы булмауы һәм ололарҙың бойондороҡһоҙлоғо (йәки бойондороҡһоҙ булырға ынтылыуы) араһындағы контрасҡа нигеҙләнә. Бер үк ваҡытта Пиаже автономия менән гетерономияның үҙ-ара тығыҙ бәйләнешенә күрһәтә. Мәҫәлән, невротик бәйлелек (гетерономия) сирлелекте күрһәтә, был торошта оло кеше автономиялы булырға тейеш, шул уҡ ваҡытта ул үҙен гетероном, йәғни бәйле итеп тоя.
1963 йылда Пиаже артынса Эрик Эриксон ҡатмарлы термин индерә: «оялыуға йәки шикләнеүгә ҡаршы автономия» — был «кеше тормошо стадияларының» һигеҙенең икенсеһен аныҡ һәм ентекле билдәләү өсөн ҡулланыла. Яҡынса был стадия психоанализдың классик стадияһына тура килә, йәғни сфинктерҙы контролдә тотоу — автономияға өлгәшеүҙе аңлата.
Дәүләт һәм хоҡуҡ
Хоҡуҡи мәғәнәлә, автономия — берләшмәләргә, ҡатламдарға, корпорацияларға билдәле сиктәрҙә үҙ ҡағиҙәләре һәм нормаларын ҡулланыу хоҡуғы.
Дәүләт идараһы теорияһында үҙидара — дәүләттең административ-территориаль берәмектәренә урындағы әһәмиттәге мәсьәләләрҙе уларҙың яуаплылығына тапшырып, урындағы халыҡ исеменән тормошҡа ашырыу формаһында дәүләт власын үҙәктән урындарға биреү ул. Үҙидара — барлыҡ административ- территориаль берәмектәрҙең тиңлеге — менән бер рәттән автономия башҡа берәмектәрҙән айырмалы ҡайһы бер өлкәләрҙә автономиялы хоҡуҡтарҙы таныуҙы аңлата. Тармаҡтар буйынса йәмәғәт идараһын һәм ҡарарҙар ҡабул итеүҙе тормошҡа ашырыу мәсьәләләрендә административ һәм этник төркөмдәрҙең айырым хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыуҙа милли автономиялар була.
Урта быуаттарҙа төрлө автономиялар киң тарала. Хәҙер ҙә йәмғиәттәр, берләшмәләр, берлектәр, корпорациялар автономиялары таныла. Бындай автономия уларҙың ирекле, кәрәкле үҫешен һәм тәртибен тәьмин итә, уның айырым ағзаларының һәм берлектәге көсөнөң үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. Бынан тыш, дәүләт XIX быуат һуңына — XX быуат башына тиклем йәшәгән ырыу династиялары һәм ер эшкәртеүсе дворяндарҙың автономияһын, әгәр улар дәүләт ҡоролошона ҡаршы килмәһә һәм ғаилә институттары, мираҫ хоҡуғы сиктәренән сыҡмаһа, рөхсәт итә.
СССР-ҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Автономиялы берәмектәр үҙәк власть билдәләгән сиктәрҙә дәүләт власын һәм идара итеүҙе үҙ аллы тормошҡа ашырыу хоҡуғына эйә. СССР-ҙа автономиялар милли-территроиаль принцип буйынса төҙөлә. Уға дәүләттең тормош-көнкүреше һәм милли составы менән айырылып торған, биләдәле кимәлдә иҡтдисади бөтөн булған төбәктәр эйә була. Тәүге мәлдә совет автономиялары сәйәси һәм административ автономиялар рәүешендә барлыҡҡа килә. Юғары, сәйәси автономияларға — автономиялы совет социалистик республикалары, ә административ автономияларға — автономиялы өлкә, милли округтар, хеҙмәт коммуналары инә.
Башҡортостан автономияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дәүләт булараҡ, Башҡорт АССР-ының үҙ Конституцияһы, дәүләт власының юғары органдары (Юғары Советы, Юғары Советы Президумы), хөкүмәте (Министрҙар Советы), идара итеүҙең үҙәк органдары (министрлыҡтар һәм ведомстволар), хөкөм эшмәкәрлегенең юғары органы (Юғары суд), закондар сығарыуға, гражданлыҡҡа, территорияның тейелмәҫлегенә хоҡуғы, дәүләт символдары (гербы, флагы, баш ҡалаһы) һәм башҡа дәүләт атрибуттары булдырыла.
Христианлыҡ
Автономия — ҡасандыр теге йәки был автокефаль сиркәү составына экзархат йәки епархия хоҡуғында кергән урындағы сиркәүҙең эске идара мәсьәләләрендә үҙ аллылығы. Автономиялы сиркәү башлығы поместье соборында һайлана һәм артабан кириархаль сиркәү башлығы тарафынан раҫлана.
Кибернетика
Кеше огранизмы, фирма йәки сситемаһы автономияһы тураһында һүҙ барғанда, был уның теге йәки был өлөшөнөң йәиһә билдәле функцияһының үҙен көйләүе өсөн үҙе яуап биреүен аңлата. Был төшөнсәне «ҡанунды үҙе башҡара» тип тәржемә итергә мөмкин.
Университет автономияһы
Автономия — классик университеттар хоҡуғының иң мөһиме. Урта быуаттарҙа Европала (XI—XII быуаттар) университеттар менән бергә барлыҡҡа килә. Университет автономияһының (йәки «академик ирек») тәүге аңлатмаһы университет корпорацияһының донъяуи рухиәт власына ҡарата суд иммунитетына эйә булыуын, йәғни уҡыу йорто уҡытыусыларының һәм студенттраҙың университет судынан башҡа судтарға буйһонмауын белдерә[2]. Урта быуаттар университеттарының корпоратив хоҡуҡтарына шулай уҡ үҙидара хоҡуҡтары ла инә:һәр факультет үҙ профессорҙары араһынан декан, проректор һайлай, яңы профессорҙар һайлап, корпорацияны тулыландыра ала. Был хоҡуҡтар кпселек Европа университеттарында XVIII—XIX быуаттарға тиклем һаҡлана.
XIX быуат башындағы реформалар һөҙөмтәһендә университеттарҙың кпселек корпоратив хоҡуҡтары юғала, әммә ҡайһы бер дәүләт эшмәкәрҙәре (атап әйткәндә, Пруссияла Вильгельм фон Гумбольдт) сәйәсәтендә классик университеттарҙы ойоштороуҙа төп принцип булған «фән автономияһы», уҡытыу, белем биреү һәм ғилми тикшеренеүҙәр азатлығы барлыҡҡа килә[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Любкер, Ф. Реальный словарь классических древностей по Любкеру : [в 4-х вып.] / Под ред. членов Общества Ф. Гельбке, П. Никитина, М. Пустонского и Ф. Зелинского. — СПб. : Тип. А. С. Суворина, О-во классической филологии и педагогики, 1883—1885. Вып. I: A—Echo. — 1883 Архивная копия от 11 июнь 2017 на Wayback Machine; Вып. II: Echo—Naenia. — 1884; Вып. III: Naenia—Tegeatis. — 1884; Вып. IV: Tegeatis—до конца. — 1885. — с. 197 — С. 404
- ↑ РИЭ, 2015
- ↑ Андреев А. Ю. АВТОНОМИЯ // Императорский Московский университет: 1755—1917 : энциклопедический словарь. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2010. — С. 12—13. — ISBN 978-5-8243-1429-8.
Әҙәбиәт
- Автономия университетов // Российская историческая энциклопедия. В 18 томах / Ред. Александр Чубарьян. — М.: Олма медиа групп, 2015. — Т. 1. Аалто - аристократия. — 616 с. — ISBN 978-5-373-07472-8.
- Гнейст. Verwaltung, Justiz, Rechtsweg, Staatswerwaltung u. Selbstvervvaltung u. s. w. B., 1870.
- Л. Штейн. Учение об управлении / Рус. пер. Спб., 1877.
- Д. Шовалиев. Автономия и её признаки. Москва 2011.
- John Meyendorff. Imperial unity and Christian divisions: The Church 450-680 A.D (инг.). — Crestwood, NY: St. Vladimir's Seminary Press, 1989. — Vol. 2. — (The Church in history). — ISBN 978-0-88-141056-3.
- Народы России: Энциклопедия. М., 1994
Һылтанмалар
- Автономия // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Kastner, Jens. «Autonomy» (2015). University Bielefeld