Кәримов Айрат Таһир улы
Айрат Таһир улы Кәримов (рус. Айрат Тагирович Каримов; 1941 йылдың 21 ғинуары, Өфө — 2016 йылдың 11 майы, Өфө) — совет һәм Рәсәй композиторы, пианист һәм педагог. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1995). Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Композиторҙар берлеге ағзаһы.
Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955), БАССР-ҙың Ульяновск ҡалаһында үткән Мәҙәниәт көндәрендә (1968), Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәрендә (1997) ҡатнаша.
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының «Ирәндек» вокал-инструменталь ансамблен ойоштороусы һәм художество етәксеһе (1970—1976).
Биографияһы
1941 йылдың 21 ғинуарында Өфө ҡалаһында тыуған. 5 йәшенән уҡый башлай: 1-се балалар музыка мәктәбендә (хәҙер Н. Сабитов исемендәге 1-се Балалар музыка мәктәбе) һәм музыка училищеһында (хәҙер Өфө сәнғәт училищеһы) пианист-педагог М. А. Зайдентрегерҙың фортепиано класында уҡый.
Йәш пианистың концерт эстрадаһында тәүге сығышы 1955 йылда Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында була.
1955—1959 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында М. А. Зайдентрегерҙың фортепиано класында уҡый. 1959 йылда училищены тамамлағас, М. П. Мусоргский исемендәге Урал дәүләт консерваторияһына профессор И. М. Рензин класына уҡырға инә.
1959—1964 йылдарҙа М. П. Мусоргский исемендәге Урал дәүләт консерваторияһында уҡый. Консерваторияны тамамлап, Өфөгә ҡайта, бында педагогик эш менән концерт эшмәкәрлеген берләштерә: Өфө сәнғәт училищеһында һәм музыка-педагогия училищеһында махсус фортепианонан уҡыта, шулай уҡ Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында, Орёл, Севастополь ҡалалары филармонияларында концертмейстер булып эшләй. Концерттарҙа сығыш яһау, радиола яҙылыу, йырсылар һәм композиторҙар менән хеҙмәттәшлек уны тағы ла нығыраҡ ылыҡтыра, һәм ул тулыһынса филармония эшенә күсә. Дондағы Ростов филармонияһында «Дон егеттәре» эстрада ансамбленең художество һәм музыка етәксеһе була.
1970 йылда ойошторолған һәм популярлыҡ яулаған «Ирәндек» эстрада-инструменталь ансамбленең музыка етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Айрат Кәримов ойошторған һәм етәкләгән ансамбль дә, солистар ҙа үҙенсәлекле репертуарға мохтаж була. Йәш етәксе репертуар һайлап, хәҙерге башҡорт композиторҙары әҫәрҙәрен, башҡорт һәм татар халыҡ көйҙәрен эшкәртә һәм ансамбль өсөн аранжировкалай. Тап ошо йылдарҙа уның тәүге үҙенсәлекле әҫәрҙәре — йырҙар, инструменталь пьесалар, төрлө халыҡтар йырҙары темаларына фантазиялар барлыҡҡа килә. Был коллективта алты йыл эшләү Кәримов өсөн уңышлы була, ә «Ирәндек» эшмәкәрлеге башҡорт эстрадаһы үҫешендә яңы бит булып тора. Шулай уҡ Айрат Кәримов етәкселегендәге ансамблдә Рәсәйҙең атҡаҙанған артистары Илфак Смаков һәм Нәзифә Ҡадирова үҙҙәренең ижад юлын башлай.
1976—1981 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтында (хәҙер Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты) профессор З. Ғ. Исмәғилевтың композиция класында уҡый. Уҡыуын тамамлағас, Республика рус драма театрының музыка бүлеге мөдире булып эшләй (1981—1988).
1988 йылдан Айрат Кәримов ижади эшмәкәрлек менән шөғөлләнә.
2016 йылдың 11 майында Өфөлә вафат була[1].
Ижады
Айрат Кәримов башҡорт профессиональ музыкаһына яңы жанрҙар — танго («Ҡайғырма», «Мине көт»), джаз-вальс («Миләүшә»), вальс-бостон («Ромашка»), буги-вуги, босса-нова («Тоғро мөхәббәт»), джаз-баллада[2] индерә.
Инструменталь һәм вокаль музыканың төрлө жанрҙарында эшләй. Уның әҫәрҙәрендә тасуирлау саралары әҫәрҙең темаһы һәм йөкмәткеһе менән билдәләнә. Композиторҙың тәүге ҙур әҫәре — диплом эше, фортепиано менән оркестр өсөн концерт-рапсодия (атаһы иҫтәлегенә) тора.
Айрат Кәримов ижадындағы иң ҙур әҫәрҙәрҙең береһе — «Ҡыҙ урлау» балеты (Мостай Кәримдең шул уҡ исемле комедияһы буйынса, И. Х. Хәбиров либреттоһы), ул Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында ҡуйыу өсөн ҡабул ителә.
Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына арналған «Ҡаһарманлыҡ» симфоник поэмаһында героик-драматик образдар сағылдырылған. Хор әҫәрҙәрендә композитор хор яҙмаһының нескәлектәрен һәм хорҙың мөмкинлектәрен файҙалана.
Камера оркестры һәм скрипкасылар ансамбле өсөн пьесаларҙа композиторҙың композиция ҡороу оҫталығы һәм материалды биреү һәләте сағыла.
Лирик образдар вокаль миниатюраларҙа — романстарҙа, йырҙарҙа, хор күренештәрендә, халыҡ йырҙарын эшкәртеүҙә сағылдырылған. Композитор балалар репертуарын булдырыуға ла ҙур өлөш индерә: атап әйткәндә, уның «Салауат маршы» фортепиано пьесаһы музыка мәктәптәренең башланғыс кластары репертуарына инә.
Айрат Кәримовтың әҫәрҙәре төрлө концерттарҙа, Волга буйы һәм Урал композиторҙары музыка, Өфөләге Симфоник һәм хор музыкаһы фестивалдәрендә башҡарыла. Радио һәм телевидениела фонд яҙмалары бар.
Әҫәрҙәре
- «Ҡыҙ урлау» балеты (1998; Мостай Кәрим пьесаһы буйынса, И. Х. Хәбиров либреттоһы).
- Фортепиано менән оркестр өсөн концерт-рапсодия (1981).
- «Ҡаһарманлыҡ» симфоник картинаһы (1985) Х. Ғиләжевтең «Ҡырҡ алтынсы һалдат» поэмаһы буйынса.
- «Тәфтиләү» башҡорт халыҡ йырына тынлы квартет өсөн фантазия (1994).
- Мостай Кәримдең Е. М. Николаевская тәржемәһендәге шиғырҙарына «Карусель» хор поэмаһы.
- Эстрада ансамбле өсөн пьесалар.
- Камера һәм тынлы оркестрҙар өсөн әҫәрҙәр.
- Йырҙар һәм романстар (50-гә яҡын), шул иҫәптән: «Ҡайғырма», «Ромашка», «Тыуған яҡҡа ҡайтам», «Бер тормоштоң йырҙары», «Мине көт», «Миләүшә», «Ғүмер буйына», «Күңел йәйғорҙай балҡый», «Тоғро мөхәббәт», «Кисә бер көй ишеттем»[2].
- Балалар өсөн вокаль һәм инструменталь әҫәрҙәр.
- Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры һәм Рус академия драма театрының 30 спектакленә музыка; «Киләсәккә ауыр юл» (1993), «Минең ҡалам» (1995) документаль фильмдарына музыка; башҡорт халыҡ йырҙарының хор өсөн концерт эшкәртмәләре авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1995);
- Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 50 йыллығына арналған республика музыкаль әҫәрҙәр конкурсы лауреаты (1995);
- Уран Кинйәбулатовтың шиғырына яҙылған «Бер тормоштоң йырҙары» йыры өсөн Еңеүҙең 65 йыллығына арналған конкурста Беренсе премия лауреаты (2010).
Библиография
- Йырҙар һәм романстар. Өфө, 2003;
- Сборник фортепианных пьес для детей и юношества. Өфө, 2001;
- Сборник пьес для духовых и ударных инструментов. Өфө, 2010;
- Сборник пьес для духовых инструментов. Тетр.2. Өфө, 2011.
Ғаиләһе
- Әсәһе — Кәримова (ҡыҙ фамилияһы — Чернова) Зоя Тимофеевна (30.12.1920 — 01.02.2016);
- Атаһы — Таһир Кәримов, совет башҡорт композиторы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1972).
- Ҡустыһы — Рөстәм (12.11.1949 — 16.09.1993) — пианист-концертмейстер;
- Ҡатыны — Римма[3].
- Улы — Диас Кәримов, пианист һәм композитор, Майн-Франкфурттағы Музыка академияһы доценты[2][4][5].
Хәтер
Кәримовтар династияһы ижадына Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Музыкаль династиялар» циклы концерттары арнала[3]. 2020—2021 йылдарҙа композиторҙың улы Диас Кәримов уның фортепиано ижады тураһында онлайн-лекциялар циклын үткәрә[3]. 2026 йылдың ғинуарында Башҡортостан Республикаһының Милли китапханаһында «Йыл композиторҙары» серияһы сиктәрендә Айрат Кәримовтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған күргәҙмә ойошторола[6][7][8].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Кәримов Айрат Таһир улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ 1 2 3 Айрат Каримов. Культурный мир Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 Диас Каримов: «Я пропитан музыкой родного края с самого детства». ИА «Башинформ». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2026.
- ↑ Диас Каримов: «Я пропитан музыкой родного края с самого детства». Башинформ (31 ғинуар 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2026.
- ↑ В Башгосфилармонии прошел концерт «Музыкальные династии: Тагир и Айрат Каримовы». Культура РБ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2026.
- ↑ Выставка к 85-летию Айрата Каримова. Национальная библиотека Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2026.
- ↑ Каримов Айрат Тагирович. Башкирская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2026.
- ↑ Добрый, мужественный человек искренней души, огромного таланта. Вечерняя Уфа (22 июнь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2026.
Әҙәбиәт
- Галина Г. Хистәр яҡтылығы //Һоҡланһын бар донъя. — Өфө, 1999.
- Галина Г. С. Каримов Айрат // Композиторы и музыковеды Башкортостана: Очерки жизни и творчества. Уфа, 2002.
- Давыдова Э. Добрый, мужественный человек искренней души, огромного таланта // Вечерняя Уфа, 22 июня 2016.
Һылтанмалар
- Э. А/ Ахметшина. Кәримов Айрат Таһир улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Айрат Тагирович Каримов
- В Уфе ушел из жизни известный башкирский композитор Айрат Каримов