Мансурова Эльза Рафаэль ҡыҙы

Эльза Рафаэль ҡыҙы Мансурова (рус. Эльза Рафаэловна Мансурова; 1970 йылдың 15 ноябре, Сибай, Башҡортостан Республикаhы) — Рәсәй иҡтисадсыһы, дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2023 йылдан Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 2010—2023 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Сибай ҡалаһы ҡала округы советы секретары[1].

Биографияһы

Мансурова Эльза Рафаэль ҡыҙы 1970 йыл 15 ноябрендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Сибай ҡалаһында тыуған[2].

Юғары белемле: 2004 йылда Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтын «Финанс һәм кредит» һөнәре буйынса «иҡтисадсы» квалификацияһы (рус.)баш. алып, 2010 йылда — Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы) «муниципаль берәмекте үҫтереү стратегияһы» һөнәре буйынса тамамлаған[3].

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1988 йылда тегенсе булып башлай. 1997—1999 йылдарҙа Баймаҡ баҡыр-көкөрт комбинаты медицина-санитар часының Сибай ҡала үҙәк дауаханаһында секретарь-машинистка, ЭВМ секретарь-операторы булып эшләй.

1999 йылдан алып 2023 йылға тиклем Сибай ҡала советында ойоштороу эштәре буйынса баш белгес, аппарат секторы (рус.)баш. мөдире, бүлек мөдире, секретарь була. Ошо йылдарҙа Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтында иҡтисадсы һөнәрен ала (2004), Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһында муниципаль берәмектәрҙе үҫтереү стратегияһы һөнәрен үҙләштерә (2010).

Рәсәй буйынса берҙәм тауыш биреү көнө — 2023 йылдың 10 сентябрендә Сибайҙағы 22-се һайлау округы буйынса Эльза Мансурова Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп (даими нигеҙҙә) һайлана[4][1][3]. Парламенттың сәнәғәт, инновацион (рус.)баш. үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары[5], Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың депутат этикаһы буйынса комиссия ағзаһы[6].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Төбәк сәйәси советы президиумы ағзаһы, партияһының Төбәк контроль-ревизия комиссияһы етәксеһе урынбаҫары[1].

Ғаиләһе

Ул тәрбиәләй[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2018)
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы[1]
• Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың почёт билдәһе (2020)
• Рәсәй Федерацияһы Үҙәк Һайлау комиссияһының Почёт грамотаһы (2020)
• Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы (2013)
• Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының Почёт грамотаһы[1][3].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 Мансурова Эльза Рафаэловна. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 март 2026. (рус.)
  2. Мансурова Эльза Рафаэловна. Биографическая справка. Единый республиканский инновационный бизнес-портал. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 март 2026. (рус.)
  3. 1 2 3 Мансурова Эльза Рафаэловна. Партия «Единая Россия». Лица Партии > Мансурова Эльза Рафаэловна. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 март 2026. (рус.)
  4. Предстоит большая работа – выполнить наказы. Центральная избирательная комиссия Республики Башкортостан. Официальный сайт (14 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2026. (рус.)
  5. Комитет по промышленности, инновационному развитию, торговле, предпринимательству и туризму. Мансурова Эльза Рафаэловна. Первый заместитель председателя комитета. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2026. (рус.)
  6. Комиссия Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан седьмого созыва по депутатской этике. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2026. (рус.)

Һылтанмалар