Сибай тарих-крайҙы өйрәнеү музейы
Сибай тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы — мәҙәниәт муниципаль бюджет учреждениеһы. Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһында урынлашҡан. Адресы: Таусылар проспекты, 45-се йорт.
Тарихы
1959 йылда Папков Фёдор Васильевич башланғысы менән ВЛКСМ-дың Сибай ҡала комитетындағы бер бүлмәлә мәктәп тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы булараҡ ойошторола.
1966 йылда ябыла, экспонаттары Сибай интернат-мәктәбенә һаҡлауға ҡуйыла.
1969 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтының уҡыу-консультация пунктында ҡаланың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы асыла.
Ике залда «Тыуған яҡ тәбиғәте», «Нумизматика», «Башҡорт халыҡ кейеме», «Крайҙа Совет власы өсөн көрәшеүселәр портреттары», «Сибай ятҡылығын 20-40-сы йылдарҙа үҙләштереү тарихынан» экспозициялары урын ала.
1976 йылда музей ябыла, экспонаттары Пионерҙар йортоноң тыуған яҡты өйрәнеү түңәрәгенә тапшырыла. Ҡала йәмәғәтселеге тарафынан түңәрәккә йәмәғәт музейы статусы бирелә.
1984 йылда музей эше яңынан тергеҙелә, Ленин урамындағы ике этажлы бинала «Кем Сибай ятҡылығын асҡан?», «Ғалимдар беҙҙең край тураһында», «Тыуған яҡтың боронғо тарихынан», «Совет власы өсөн», «Баймаҡ баҡыр заводы» (бер бүлеге Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинаты бағышлана), «Сибай халҡының Бөйөк Ватан һуғышындағы батырлығы» экспозициялары төҙөлә.
1991 йылда музей Башҡортостан Республикаһының Милли музейының филиалдар рәтенә инә.
1993 йылдан дөйөм майҙаны 1172,7 квадрат метр булған хәҙерге бинаһында урынлаша. 1996 йылда Хеҙмәт даны музейы менән берләшеп, комбинат үҫеше тарихына бағышланған экспозициялар эшләй башлай. А. А. Шарипов, Р. Тураев шахтаның макет-киҫәлешен, баҡыр иретеү заводы моделен, Сибай карьеры макетын эшләйҙәр, улар СССР-ҙың халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә 1975-85 йылдарҙа күрһәтелә.
2006 йылдан музейға бөгөнгө статусы бирелә.
Ҡыҙыҡлы факттар
- Свердловск киностудияһы Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» пьесаһы буйынса фильм төшөргәндә музей экспонаттарын файҙалана[1].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Я поведу тебя в музей… Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 май 2020. Архивировано 19 ғинуар 2020 года.
Һылтанмалар
- Сибай тарих-крайҙы өйрәнеү музейы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2024)
- Сибай: энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — ISBN 978-5-88185-246-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2024)
- Гуманитарный просветительский проект «Культура.РФ». Музеи → Каталог музеев → Музеи Республики Башкортостан → Музеи Сибая: Сибайский историко-краеведческий музей (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2024)
- 3D-тур по музею (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2024)
- Музеи России. Сибайский историко-краеведческий музей (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2024)