Батырша музейы
Батырша музейы — XVIII быуат мәғрифәтсеһе Ғабдулла Ғәлиев (Батырша) музейы муниципаль учреждениеһы. «Батырша Ғабдулла Ғәлиев музейы» тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү профилле, Балтас районының мәҙәниәт бүлеге ведомствоһы ҡарамағындағы учреждениеһы булып тора. Башҡортостан Руспубликаһы Иҫке Балтас ауылында уынлашҡан[1].
Тарихы
Музей Балтас районы хакимиәте башлығының 1990 йылдың 21 октябрендәге 321—Р бойороғо буйынса ойошторолған.[2]
1990 йылда музей XVIII—XIX һәм XX быуат башындағы яҙма сығанаҡтарҙы йыйыу маҡсатында район буйлап экспедициялар ойоштора. Ошо уҡ маҡсатта Ғабдулла Ғәлиев имам-мөҙәрис булып эшләгән Исәт провинцияһының Оло Ҡош ауылына (Силәбе өлкәһенең Мөслим ауылы) сәйәхәт ҡыла. 1995 йылда Башҡортостандың Бөрйән һәм Баймаҡ райондарында булалар. Бында Талҡаҫ күле янында Батырша етәкселегендә ихтилал башлана, 1996 йылда тарихи документтар йыйыу маҡсатында Өфө һәм Ырымбур архивтарында эшләйҙәр. Ырымбур өлкәһенең Татар Ҡарғалы ауылы тураһында күп материалдар тупланған, Унда Батырша күп тапҡырҙар булған, шулай уҡ Бында Батыршаның уҡытыусыһы һәм рухи остазы ахун Ғабделсәләм Ураев йәшәгән һәм эшләгән.
1992 йылдың 25-26 ноябрендә Балтас районының Үрге Ҡарыш ауылында һәм Иҫке Балтас ауылында күренекле йәмәғәт эшмәкәре, XVIII быуат мәғрифәтсеһе Ғабдулла Ғәлиев Батыршаның тыуыуына 275 йыл тулыуға арналған республика ғилми-ғәмәли конференцияһы үтәрелә. 1997 йылда Пермь ҡалаһы һәм Барҙы районы архивтарында эшләйҙәр. Уҫы даруғаһы Тайнин улусы Илеш ауылы (Пермь крайы Барҙы районы Куземьярово ауылы) тураһында күп материалдар табалар.
1998-1999 һәм 2000 йылдарҙа Санкт-Петербург, Ҡазан, Өфө ҡалалары архивтарында эшләйҙәр. Музей өсөн ҙур тарихи ҡиммәткә эйә булған материалдар табыла. 2001 йылда Балтас районы хакимиәте йәмиғ мәсете янында Ғабдулла Ғәлиев (Батырша) исемендәге музей төҙөү өсөн ер участкаһы бүлә. 2002 йылдың 1 мартында район мәҙәниәт һарайында музей өсөн бина бүленә.
2002 йылдың 4 октябрендә Батырша мираҫына арналған «Ил улы Батырша, ер улы Батырша, ул йәшәй һәм йәшәр мәңгеге» ғилми-ғәмәли конференция үткәрелә. Был конференцияла ҡатнашыусылар тантаналы рәүештә «Батыршы» музейының яңы бинаһын төҙөүгә таш һалды.
Экспозицияны биҙәүҙә Башҡортостан Республикаһының Милли музейының генераль директоры Ғәли Фәйзрахман Улы Вәлиуллин һәм Башҡортостан Республикаһы Милли музейы директоры урынбаҫары Туҡтарова Гөлфиҙә Нафиҡ ҡыҙы ҙур ярҙам күрһәтә. Музейҙың яңы бинаһы 2003 йылдың 30 авгусында асыла. Музей ҡатнашлығыында Батыршаға арналған сағыу ваҡиғалар һәм саралар үткәрелә.
Музей фонды
Музейға йылына 6,5 мең кеше килә. Төп фондта экспонаттар 106 берәмек, ғилми-ярҙамсы фондында 12 берәмек. Музей уникаль экспонаттарға һәм материалдарға бай: батырша хәҙрәттең 80-дән ашыу үҙ ҡулдары менән яҙған ҡулъяҙма китабы һаҡлана.Китаптар быуындан-быуынға Батырша шәжәрәһенә буйынса тапшырыла. Мираҫты һаҡлаусы — Шәйхәйҙәров P. M.[3]
Ҡулъяҙма китаптар төрлөсә биҙәлгән. Улар араһында асыҡ һәм нәфис каллиграфик яҙыу менән яҙылған һәм тире менән теүәл үрелгән фолианттар бар. Шулай уҡ шәхси ҡулланыу өсөн күсереп яҙылған ҡулъяҙма китаптар йәки тышлыҡтар осрай. Һирәк осраған «Фараиз» китабы бигерәк тә ҡиммәтле. Фараиз — боронғо төрөк, ғәрәп һәм фарсы телдәрендә яҙылған шәриғәт буйынса мөлкәтте бүлеү тураһындағы фән. Был китаптар ата-бабаларыбыҙҙың белем кимәле юғары булыуын күрһәтә.
Музей экспозицияларында Батыршаның императрица Елизавета Петровнаға яҙған билдәле хатының күсермәһе бар, Ул Батырша Тарафынан 1756 йылдың 4 ноябренән 24 ноябренә тиклем Мәскәүҙә Шлиссельбург ҡәлғәһенә юлланған саҡта яҙылған, унда ул язаһын үтеү өсөн конвойға оҙатылған. Яҙылған үтенес-хат махсус конвертҡа һалына һәм Батырша үҙе тарафынан мөһөрләнә һәм Петербургҡа ҡаты һаҡ аҫтында ебәрелә, әммә Йәшерен канцелярияға һәм Сенатҡа ғына барып етә.
Батыршаның төрки телендә яҙылған хаты беҙҙең көндәргә бер данала һаҡланған, ул аҡҡа күсереп яҙылған һәм ете дана ҡараламанан тора, шулай уҡ рус теленә тәржемәһе яҙылған. Тәржемәләр сенат һәм Йәшерен канцелярия чиновниктары өсөн эшләнгән. Ҡулъяҙманың бөтә варианттары Рәсәй Дәүләт Боронғо акттар Архивында һаҡлана. Хат 140-150 биттән тора һәм XVIII быуат уртаһындағы әһәмиәтле тарихи-әҙәби ҡомартҡы булып һаҡлана. Йөкмәткеһе буйынса ул шул осорҙағы Башҡортостан тураһында тарихи-сәйәси, социаль-иҡтисади, этика-фәлсәфәүи трактат. Ул башҡорт һәм татар халыҡтарының тарихы һәм мәҙәниәте буйынса ҡиммәтле сығанаҡ булып тора.
Музейҙа шулай уҡрәссам М. Вафиндың Батырша тураһында картиналары бар; «Батырша Мәғрифәтсеһе» бюсының авторы Илшат Ғиләжев; Р.Н. Зинуров эшләгән Батырша бюсы көнкүреш, көнкүреш, кейем һәм биҙәүестәр йыйылған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Батырша музейы Яндекс картала
- ↑ Музей Просветителя XVIII века Габдуллы Галиева (Батырши). Культурный мир Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 март 2024. (рус.)
- ↑ Музей просветителя XVIII века Габдуллы Галиева (Батырши). КУЛЬТУРА.РФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 март 2024. (рус.)
Һылтанмалар
- Музей просветителя XVIII века Габдуллы Галиева (Батырши). Идём в музей. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 март 2024. (рус.)