Нефтекама тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы

Нефтекама тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы — Башҡортостан Республикаһының Нефтекама ҡалаһы ҡала округының муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы[1].

Тарихы

Нефтекама тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейының тарихы 1967 йылда башлана. Нефтекама ҡала депутаттар Советы Башҡарма комитеты ҡарары менән тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы өсөн Юбилей проспекты, 6-сы йорт адресы буйынса 128 квадрат метр майҙанлы ҙур булмаған бина бүленә[2].

Музей эшмәкәрлеге башында мәҙәниәт һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре тора: А. Х. Муллағәлиев, Н. Т.Мыльников, Т. А. Ганьшин, А. И. Сазонов, Н. Л. Шерстобитов, А. В. Пятов, А. П. Хохряков, Б. М. Алексеев, Ф. К. Воробьев. Музей эшендә тыуған яҡты өйрәнеүселәр Ф. Д. Бреднев, Л. М. Клещёва, Н. А. Чурин, М. С. Хәлилова ҙур ярҙам күрһәтә[2].

1991 йылда музей Комсомол проспекты, 42/б адресы буйынса иркенерәк бинаға күсә һәм ҡала тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы статусын ала[2].

1994 йылдың 1 апреленән Нефтекама тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы Башҡортостан Республикаһы Милли музейының филиалы булып китә[2].

2007 йылдың ғинуарында музей Нефтекама ҡалаһы ҡала округы мәҙәниәт бүлегенең муниципаль учреждениеһына әйләнә[2].

2007 йылдың октябрендә хакимиәт башлығы бойороғо менән музей өсөн яңы бина бүлеү тураһында ҡарар ҡабул ителә[2].

2008 йылдың 6 сентябрендә музей тантаналы рәүештә үҙенең яңы залдарын аса. Тантанала Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Р. С. Сарбаев һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнаша[2].

Тасуирламаһы

Музей ҡала үҙәгендә Ленин урамы, 17-се йорт адресы буйынса урынлашҡан. 11 меңгә яҡын матди һәм рухи мәҙәни ҡомартҡы музей экспозицияларында һәм фондтарында һаҡлана. Музейҙың дөйөм майҙаны 1867,8 м². Заманса дизайн, бай экспозиция залдарының уңайлы урынлашыуы, бөхтә вестибюль килеүселәр өсөн йылы мөхит тыуҙыра[2].

Музейҙа биш төп зал эшләй: «Палеонтология һәм археология», «Тәбиғәт һәм хайуандар донъяһы», «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары этнографияһы», «Хәрби дан», «Нефтекама ҡалаһы тарихы». Ике күргәҙмә залы тематик, шәхси күргәҙмәләр өсөн тәғәйенләнгән[3].

Иҫкәрмәләр

  1. Муниципальное бюджетное учреждение "Нефтекамский историко-краеведческий музей" городского округа город Нефтекамск Республики Башкортостан. Госкаталог. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 март 2025.
  2. 1 2 3 4 5 6 7 8 История музея
  3. Нефтекамский историко-краеведческий музей. Нефтекамск. Официальный сайт администрации городского округа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2025.

Тема буйынса өҫтәмә