Музей 1983 йылдың3 ғинуарында Күмертау КПСС ҡала комитеты һәм район халыҡ депуттары Советы башҡарма комитетының 1980 йылғы ҡарары нигеҙендә асыла. Музей Хәрби һәм хеҙмәт даны музейы исемендә йәш быуынды илһөйәрлек һәм сәйәси нигеҙҙә тәрбиәләүҙе көсәйтеү маҡстаныда ойошторола. Музейҙы ойоштороу өсөн егерме кешенән торған махсус комиссия төҙөлә. Комиссия эшендә партия комитеты, район Советы башҡарма комитеты, район мәғариф һәм мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҡатнаша. Музейға нигеҙ һалыуҙа һәм ойоштороуҙа хеҙмәт ветернаы, район Советы башҡарма комитеты рәйес урынбаҫары, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Нәби Хәмит улы Ғисмәтуллин күп көс һала. Музей башта Күмертау ҡалаһында, райондың ауыл хужалығы идаралығы бинаһында урынлаша.
1993 йылда райондың тарихи исеме Көйөргәҙе районы тергеҙәлә, район үҙәге Ермолаевка ҡасабаһына күсерелә. Музей ҙа яңы район үҙәгенә күсә һәм яңы төҙөлгән район мәҙәниәт йортонда урынлаша.
Беҙҙең эраға тиклемге VI—II быуаттарҙағы сармат хәнйәре, Граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы хәрби наградалар коллекцияһы, районда тыуып үҫкән Ғ. Ш. Арыҫланов, С. Ғ. Биктимеров, Х. Н. Ғайсин, М. Ғ. Ҡужаҡов, В. Г. Недошивин, А. И. Хохлов, Х. Х. Хөсәйенов тураһында фото һәм документаль материалдар. Экспозиция «Бөйөк Ватан һуғышы», «Наҡаҫбаш заказнигы» диорамалы тарих, мәҙәниәт, этнография, тәбиғәт бүлектәренән тора. Күргәҙмә залы бар.