Башҡортостан Республикаһы парламенты тарихы музейы
Башҡортостан Республикаһы парламенты тарихы музейы | |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Нигеҙләү датаһы | 2002 |
Дәүләт | |
Адрес | Өфө ҡалаһы, З. Вәлиди урамы, 40 и (347) 218-31-10 |
Башҡортостан Республикаһы парламенты тарихы музейы (Парламент тарихы музейы, рус. Музей истории парламента Республики Башкортостан (Музей истории парламента) — Башҡортостан Республикаһы парламентының барлыҡҡа килеүенең һәм үҫеүенең 100 йыллыҡ тарихына сағылдырған экспозиция тупланған музей. 2002 йылда ойошторола.
Тарихы
Парламент тарихы музейы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йортонда урынлашҡан. Уның фондында 2 мең берәмек документ тупланған.
Документтар һәм экспонаттар ҡатмарлы граждандар һуғышы йылдарында Рәсәй Федерацияһы составында Башҡортостан Республикаһы дәүләтселегенең тыуыу процесын сағылдыра.
Ҙур бүлек беренсе парламентарийҙарға һәм Ырымбурҙа, Өфөлә үткән ҡоролтайҙарға бағышлана[1]. Рәсәй Дәүләт Думаһынаң Өфө һәм Ырымбур губернаһынан 1906-1917 йылдарҙа беренсе депутаттар булған Ш. Ш. Сыртланов, М. М. Туҡаев, Ғ. Ш. Сыртланов, С. П. Балахонцев, М. М. Рәмиев, Ш. Ә. Ҡолбаҡов һәм башҡалар тураһында үҙенсәлекле фотодокументтар тупланған[2].
Башҡорт милли шураһы, Башревком, БашЦИК эшмәкәрлеге һәм уларҙың рәйестәре Ғ. К. Шәмиғолов, М. Л. Мортазин, Ш. Ә. Хоҙайбирҙин, Х. Ҡ. Ҡушаев, Т. Ш. Шафиҡов, А. М. Таһиров тураһында бай мәғлүмәт менән танышырға мөмкин.
1925, 1937, 1978, 1993 йылдарҙа ҡабул ителгән Башҡорт АССР-ы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияларына бағышланған стенд та ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Башҡортостан Хөкүмәтенә айырым стенд бағышлана: 1938 йылдың 26 июнендә БАССР Юғары Советына беренсе һайлауҙар үтә. Уның беренсе рәйесе Р. К. Ибраһимовтың тыуыуына 100 йыл тулған 2004 йылда стенд булдырыла. 2002 йылда шундай уҡ стенд БАССР Юғары Совет Президиумының дүртенсе Рәйесе Ф. В. Солтановтың тыуыуына 80 йыл тулғанда эшләнелә.
Республиканың Юғары Советына бағышланған экспозицияға ҙур урын бирелгән. Бигерәк тә 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация һәм республика тормошонда мөһим урын алып торған башҡа документтар ҡабул иткән 12-се саҡырылышҡа етди иғтибар бүленгән[3].
Иң ҡиммәтле экспонаттар булып төрлө осорҙа һайланған депутаттарҙың үҙенсәлекле значоктары, танытмалары тора.
Шулай уҡ республика тормошондағы мөһим ваҡиғаларҙы, музей фондында һаҡланған документтарҙы ҙур мониторҙан ҡарарға мөмкин.
Эш ваҡыты
Дүшәмбе-йома иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Всеобщие курултаи (съезды) башкир (1917 г.)
- ↑ Первые парламентарии от Уфимской и Оренбургской губерний в Государственной Думе России (1906-1917гг.)
- ↑ Первые выборы в Верховный Совет БАССР. 1938 год. Структура Верховного Совета БАССР. Председатели Верховного Совета БАССР, Председатели Президиума Верховного Совета БАССР и секретари Президиума Верховного Совета БАССР.
Һылтанмалар
- Башҡортостан Республикаһы парламенты тарихы музейы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- О музее истории парламента Республики Башкортостан
- Музей истории парламента РБ