Күсмә цивилизацияларҙың Евразия музейы (Турахан)

Күсмә цивилизацияларҙың Евразия музейы (Турахан) — Башҡортостан Республикаһының Шишмә районыныда күсмә евразия цивилизацияларын өйрәнеүгә бағышлап төҙөлгән музей. Турахан кәшәнәһе эргәһендә урынлашҡан. Музейҙың визит үҙәге 2024 йылдың 6 июлендә асыла. Унда тарихи һәм этнографик тикшеренеүҙәр, шулай уҡ археологик ҡаҙыныуҙар һөҙөмтәләре ҡуйылған. Визит үҙәгенең майҙаны 600 квадрат метр. Унан Турахан кәшәнәһенә туристик юл һалынған.

Тарихы

undefined
undefined

Күсмә цивилизациялар музейын булдырыу идеяһын 2022 йылдың 9 июлендә «Шүлгәнташ» музей комплексын асҡанда Республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдим итә. Уның ҡарары менән яңы музейҙы проектлау буйынса эш төркөмө булдырыла, беренсе күсмә ултырыш 30 августа Шишмә районында үтә[1]. Унда министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, археологтар һәм туризм өлкәһе буйынса эксперттар ҡатнаша. Музей булдырыуҙың төп маҡсаты — күсмә халыҡтарҙың мәҙәниәт, көнкүреш һәм яугирлыҡ ғөрөф-ғәҙәттәре үҙенсәлектәрен күрһәтеү. Проектҡа ярашлы, комплекс Шишмә районының бер нисә тарихи ҡомартҡаһын, атап әйткәндә Түрәхан кәшәнәһен үҙ эсенә ала[2][3].

2022 йыл һуңында «Күсмә цивилизацияларҙың Евразия музейы» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошма булдырыла. Проект төбәк бюджетынан финанслана[4].

2023 йылдың ғинуарында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында эш кәңәшмәһе үтә, унда проектты йәмәғәт һәм фәнни даирәләрҙең яҡлауы кәрәклеге тикшерелә[5].

2024 йылдың ғинуарында архитектор Рөстәм Әлибаев[1] етәкселегендәге «Архтамга» эксперт-проект бюроһы эшләгән музей проекты дәүләт экспертизаһын үтә. Төҙөлөш менән Башҡортостан Республикаһының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге дәүләт бюджет учреждениеһы шөғөлләнә[6].

Әлибаев белдереүенсә, визит үҙәге бинаһы Түрәхан кәшәнәһенең баһаһын кәметергә тейеш түгел, киреһенсә, XIV быуат ҡомартҡыһы музейҙың әһәмиәте арттыра. Кәшәнә археологтар тарафынан реставрацияланған. Уның тирәһендә 700 йыл самаһы элек некрополь була, уның ҡәбер таштары XX быуат башына тиклем һаҡлана[7][8].

Визит үҙәге проекты һәм йәйәүлеләр һуҡмағы Бөтә Рәсәй «Архитектура мираҫы» феситивалендә «тарихи-мәҙәни туризм өлкәһендә иң яҡшы инновацион проект» тип таныла[9].

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов фекеренсә, музейҙа сарматтарҙың йәки ҡыпсаҡтарҙың ғына түгел, «әле лә йәшәгән, башҡорт халҡы тарихи яҙмышын уртаҡлашҡан ҡаҙаҡ, ҡалмыҡ, нуғай, Себер татарҙары һәм башҡа халыҡтарҙы сағылдырған экспозициялар ҙа кәрәк».

Музей концепцияһы нигеҙендә күсмәнлекте даими хәрәкәттә булған, тимәк, етеҙ һәм тиҙ туплана алған йәшәү рәүеше булараҡ күрһәтеү идеяһы ята[5].

Экспонаттары

Музейҙың беренсе экспонаттары:

  • XIII—XV быуатта дәүләттәрҙең һәм этностарҙың сиктәре төҫтәр менән билдәләнгән, Монгол империяһы масштабы (Алтын Урҙа уның өлөшө була) һәм уның территориаль-административ ҡоролошо күрһәтелгән Евразия халыҡтарының таралыуы картаһы[10]. Эшләүсе — тарихсы-картограф Андрей Астайкин, тарихи атлас һәм фәнни мәҡәләләр авторы[11][12].
  • Ибн аль-Факихтың , Ибн Фадландың (X быуат) башҡорттар тураһында беренсе яҙма мәғлүмәт ҡалдырған ҡулъяҙмаһынан өҙөк килтерелгән китабы күсермәһе[10];
  • Мәхмүт Ҡашғариҙың (XI быуат) башҡорт халҡының таралыу урыны билдәләнгән «Төрки телдәре һүҙлеге» буйынса эшләнгән донъя картаһы күсермәһе[10];
  • Мең ҡәбиләһенең юлбашсыһы булған Ҡәнзәфәр бейҙең шәжәрәһе[10].

Визит үҙәк стендына шулай уҡ Алтын Урҙа осоронда Башҡортостанда, атап әйткәндә Өфө эргәһендә Подымалово торағында[13][10][1] табылған археологик табыштар һәм Хөсәйенбәк кәшәнәһендә табылған баш һөйәге буйынса Алексей Ничволода тергеҙгән йөҙҙәр урынлаштырылған[14][10].

Музейҙың визит үҙәгендә хәлиф Үмәр-ибн-әл-Хаттаб ҡылысының күсермәһе ҡуйылған[10].

Шуклай уҡ боронғо изге китаптар ҙа музей экспонаттары урынын алған:

  • митрополит Клименттың (Рус православие сиркәүе Мәскәү патриархатының нәшриәт советы рәйесе) Радий Хәбировҡа бүләк иткән славян яҙмаһының иң боронғо ҡомартҡыһы — 988 йылда яҙылған Остромиров Евангелиеһының факсимиль күсермәһе;
  • Усман Ҡөрьәненең берҙән-бер алтын күсермәһе (төп нөсхәһе Ташкентта Ҡөрьән музейында һаҡлана)[15][1].

Экспозиция комплексына кәшәнә, некрополь һәм уның тирә-яғы макеты инә, һәм макет өҫтөндә музей дизайнеры Тимур Сабитов эшләгән кәшәнәнең ер өҫтө һәм ер аҫты схемаһы[10] урынлашҡан.

Мәҙәни һәм туристик объекттар

Визит үҙәк асылыуға унан Түрахан кәшәнәһенә тиклем йәйәүлеләр һуҡмағы һалына[3][1]. Юл буйына 14 ағас табличкала күсмәндәр донъяһының аттарҙы ҡулға эйәләштереүҙән алып Түрәхан кәшәнәһенә тиклемге тарихы эҙмә-эҙлекле һүрәтләнә.

Архитектор Рөстәм Әлибаев әтеүенсә, визит үҙәге тирмә кеүек ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ яғына бүленә һәм символик рәүештә күсмәндәрҙең йәшәү рәүешен сағылдыра. Һул — «ирҙәр» яғы фәнни, тарихи темаларға арнала. Уң — «ҡатын-ҡыҙ» яғы этник стилдәге үҙенсәлекле кафены һәм балалар зонаһын үҙ эсенә ала[1].

шулай уҡ бында лекцион амфитеатр бар, унда Алтын Урҙа тарихы тураһында анимацион ролик ҡарарға мөмкин. Бина түбәһе — күҙәтеү майҙансығы[15][1].

Музейҙың төп корпусы проектының (20 мең квадрат метр) тамамланыуы 2024 йыл һуңына планлаштырыла, ә уны тулыһынса эшләп бөтөү 5 йылға һуҙыласаҡ. Проект үҙ эсенә төп экспозицияны, картиналар галереяһын, конференц-залдарҙы, лабораторияларҙы һәм фонд һаҡлағыстары, балалар түңәрәктәрен һәм уйын майҙансыҡтарын, ресторан һәм кафеларҙы ала[1][7].

Ғалимдар менән хеҙмәттәшлек

9—10 июля 2022 йылдың 9-10 июлендә Халыҡ-ара Тотороҡло үҫеш мәнфәғәтендә фундаменталь фәндәр йылын асҡанда Рус география йәмғиәтенең вице-президенты һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлегенең Ялан институты фәнни етәксеһе академик Александр Чибилёв үҙ сығышында музей проектын хуплай. Уныңса, проект «археология, тарихты ғына түгел, ә ялан күсмән дәүләт берәмектәре барлыҡҡа килгән һәм үҫешкән тәбиғәтте лә сағылдырырға тейеш. Ялан институты шундай музейҙың ландшафт-тарихи нигеҙен булдырыуҙа хәленнә килгәнсә ярҙам итергә әҙер»[16].

Музей тураһында фильм

2024 йылдың 20 июнендә БЮТ телеканалында «Место силы. Визит-центр Тура-хан» документаль фильмының трейлеры күрһәтелә[17][1].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Азат Гиззатуллин. Место силы и науки: начало большого пути Евразийского музея кочевых цивилизаций. ИА «Башинформ» (8 июль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2024.
  2. Евразийский музей кочевых цивилизаций начнут строить в 2023 г. РБК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2024.
  3. 1 2 В Башкирии визит-центр Евразийского музея кочевых цивилизаций откроют 6 июля. ТАСС (30 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2024.
  4. Наиль Байназаров. На создание музея кочевых цивилизаций в Башкирии могут выделить ₽100 млн (21 июня 2023). 8 июль 2024 тикшерелгән.
  5. 1 2 Евразийский музей кочевых цивилизаций — работа продолжается. МСОО «Всемирный курултай (конгресс) башкир» (15 февраль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2024.
  6. Наталья Балыкова. Проект Евразийского музея кочевых цивилизаций в Башкирии прошёл экспертизу (20 ғинуар 2024). 8 июль 2024 тикшерелгән.
  7. 1 2 Евразийский музей кочевых цивилизаций планируют открыть в Башкортостане. Смотрим (27 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2024.
  8. Евразийский музей кочевых цивилизаций начнут строить в Башкирии в 2023 году (9 сентября 2022). 8 июль 2024 тикшерелгән.
  9. Ян Романов. Музей кочевых цивилизаций в Башкирии признан лучшим инновационным проектом. ТРК «Башкортостан» (20 июнь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2024.
  10. 1 2 3 4 5 6 7 8 В Чишминском районе состоялось открытие визит-центра Евразийского музея кочевых цивилизаций. Ассамблея народов Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2024.
  11. Впервые за 85 лет в России вышел в свет исторический атлас (18 август 2006). 8 июль 2024 тикшерелгән.
  12. Астайкин Андрей Анатольевич — cтатьи на портале «Большая российская энциклопедия». Большая российская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2024.
  13. Лейла Аралбаева. Башкирские учёные рассказали о сенсационных находках в Подымалово и Нефтекамске. ИА «Башинформ» (5 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2024.
  14. Автор: Нечвалода А. И. Реконструкция лица по черепу женщины из мавзолея Хусейн-бека. Sapiens. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2024.
  15. 1 2 Наиль Байназаров. Визит-центр музея кочевых цивилизаций в Башкирии откроется в июле. РБК (24 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2024.
  16. Александр Чибилёв поддержал идею создания Евразийского музея кочевых цивилизаций (11 июль 2022). 8 июль 2024 тикшерелгән.
  17. Телеканал БСТ покажет фильм о Евразийском музее кочевых цивилизаций. ТРК «Башкортостан» (20 июнь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2024.

Тема буйынса өҫтәмә