Йосопов Юлдаш Мөхәммәт улы

Йосопов Юлдаш Мөхәммәт улы (13 июль 1980 йыл) — тарихсы, тарих фәндәре кандидаты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгрессы) башҡарма комитеты рәйесе[1]. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социомәҙәни анализ үҙәге мөдире (2015 йылдан). Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың Эксперттар советы ағзаһы. 2031 йылға тиклем күҙалланған «Башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһы» авторҙарының береһе[1]. Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан)[2].

Биографияһы

Юлдаш Мөхәммәт улы Йосопов 1980 йылдың 13 июлендә Башҡорт АССР-ының Ишембай ҡалаһында тыуа. 2-се интернат-мәктәпте (хәҙер — Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты) тамамлай. Юғары белемде Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында ала. Н. А. Мәжитовтың уҡыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты дәрәжәһенә эйә.

Хеҙмәт юлын Ишембай ҡалаһы һәм районының «Торатау» гәзитендә хәбәрсе булып башлай (2001). 2002 йылда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында журналист булып эшләй.

2003—2004 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университеты тарих факультетының Археология, боронғо һәм урта быуаттар тарихы кафедраһының күнекмә оҫтаһы (учебный мастер).

2007—2015 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Гуманитар тикшеренеүҙәр институтының Этнология бүлеге мөдире.

2015 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социомәҙәни анализ үҙәгенең әйҙәүсе фәнни хеҙмәткәре, һуңынан — мөдире[2].

2023 йылда 39-сы Металлургия һайлау округынан Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайына депутат итеп һайлана. Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйсәте һәм спорт буйынса комитет ағзаһы[2].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

• 2018 йылдан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгрессы) башҡарма комитеты рәйесе, 2024 йылдың 13 декабрендә үткән VI съезда ошо уҡ вазифаға яңы срокка һайланды[3].
• Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың Эксперттар советы ағзаһы[2].

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары

Юлдаш Мөхәммәт улының фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары этноконфессиональ тикшеренеүҙәр, этник һәм милли берҙәйлек, геногеография (популяцион генетика) өлкәһенә ҡағыла[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙағы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (2002)
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Маҡтау ҡағыҙы[2]

Ғаиләһе

Өйләнгән, өс ул тәрбиәләй[2].

Фәнни хеҙмәттәре:

  • Юсупов Ю. М., Бердин А. Т., Демичев И. В., Юсупов И. Ф., Бакаев Р. С. Языки Башкортостана: социокультурный и политологический аспект / Ю. М. Юсупов и др. — Уфа: Башк. энцикл., 2017. — 96 с.
  • Юсупов Ю. М. (соавт.) Ситуация в мусульманской умме Башкортостан и проблемы межэтнических отношений / Межнациональное согласие в общероссийском и региональном измерении. Социокультурный и религиозный контексты [монография] / Отв. Ред. Л. М. Дробижева. — Москва: ФНИСЦ РАН, 2018.
  • Юсупов Ю. М. (соавт.) 100 лет Духовному управлению мусульман Республики Башкортостан: история и современность [монография] / Отв. Ред. А. И. Акманов — Уфа, Китап. 2018.
  • Юсупов Ю. М. Концепция национальной иерархии в советский период // Устойчивое развитие территорий: теория и практика: материалы всероссийской научной конференции (Сибай, 25 мая 2018 г.), — Сибай, 2018. — С. 239—243.
  • Юсупов Ю. М. О некоторых институциональных аналогиях башкирских и шотландских кланов // «ЭТНОС. ОБЩЕСТВО. ЦИВИЛИЗАЦИЯ: V Кузеевские чтения», Уфа. — 2018. — С. 124—129.
  • Юсупов Ю. М. Северо-западные башкиры в контексте антропологических и генетических исследований // Этногенез. История. Культура: III Юсуповские чтения. Материалы Международной научной конференции, посвященной памяти Рината Мухаметовича Юсупова, г. Уфа, 23 ноября 2018 г. Уфа: ИИЯЛ УФИЦ РАН, 2018. С. 307—311.
  • Юсупов Ю. М., Балановская Е. В., Жабагин М. К., Асылгужин Р. Р., Султанова Г. Д., Сабитов Ж. М., Богунов Ю. В., Кагазежева Ж. А., Маркина Н. В., Агджоян А. Т., Балановский О. П. Генофонд юго-западных башкир по маркерам Y-хромосомы: опыт междисциплинарного анализа // Генетика, 2018, том 54. С. 95-98.

Һылтанмалар