Ҡолбәков Шәрәфетдин Әбделғәлим улы
Ҡолбәков Шәрәфетдин Әбделғәлим улы (1849—?) — Өфө губернаһынан Рәсәй империяһының 2-се саҡырылыш Дәүләт думаһы ағзаһы (1907). Златоуст өйәҙе башҡорто. Рәсәй мосолмандары иттифағы ағзаһы.
Неплюев кадет корпусын тамамлаған. Улус суды рәйесе, 1878—1880 йылдарҙа, 1884—1890 йылдарҙа һәм 1903—1905 йылдарҙа Златоуст земствоһы гласныйы булып хеҙмәт итә. Думала мосолмандар фракцияһы ағзаһы. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Ямаева Л. А. Мусульманские депутаты Государственной думы России. 1906—1917 гг. Сборник документов и материалов. — Уфа, 1998.
Һылтанмалар
- Первые парламентарии от Уфимской и Оренбургской губерний
- КУЛЬБАКОВ Шарафутдин Абдулгалимович 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- Ямаева Л. Ә. Ҡолбәков Шәрәфетдин Әбделғәлим улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.