Хохлов Анатолий Иванович
Анатолий Иванович Хохлов (1918 йылдың 1 июле, Бахмут, Ырымбур өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы — 1995 йылдың 4 феврале, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — эске эштәр органдары хеҙмәткәре, милиция майоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкының разведка начальнигы. Советтар Союзы Геройы (1945).
Биографияһы
Хохлов Анатолий Иванович 1918 йылдың 1 июлендә Совет Рәсәйенең Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы) Бахмут ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Милләте урыҫ. Хәҙерге Көйөргәҙе районының Ермолаево урта мәктәбендә 10 класс тамамлай. 1936—1939 йылдарҙа Бахмут урта мәктәбендә уҡыутыусы булып эшләй[1].
1938 йылдың октябрендә Башҡорт АССР-ының Мәләүез район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла[2].
1942 йылдың майынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша[2]. 1942 йылдан ВКП(б) ағзаһы. 1944 йылда кесе лейтенанттар курсын тамамлай[1].
1945 йылдың 15 ғинуарында 1-се Белорус фронты 47-се армияның 132-се уҡсылар дивизияһы 498-се уҡсылар полкының разведка начальнигы капитан А. И. Хохлов Яблонна-Легьоново (хәҙер Льегоново, Польша) ҡалаһынан көнбайыштараҡ дошмандың оборона районына һәм Висла йылғаһының ҡаршы ярына разведка яһай. Хохловтан алынған мәғлүмәттәр йылғаны уңышлы сығырға һәм плацдармды (рус.)баш. яуларға мөмкинлек бирә. А. И. Хохловтың награда ҡағыҙынан[2]:
...Йылғаның көнбайыш ярында дошмандың оборонаһын һәм кисеүен ентекле өйрәнеү арҡаһында командование йылға аша сығыу буйынса үҙ ваҡытында һәмдөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итә. Хохлов иптәш шәхсән үҙе беренсе ротаны йылғаның көнбайыш ярына алып сыға. Полк юғалтыуҙарһыҙ йылғаны кисеп сыға һәм тиҙ арала дошман траншеяларын яулап ала.
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы Указы менән командованиеның (рус.)баш. заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн капитан Анатолий Иванович Хохловҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 6431) тапшырыла[2].
1947 йылдан Башҡорт АССР-ының Эске эштәр министрлығында хеҙмәт итә, 1960 йылдан майор дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыға.
Өфө ҡалаһында йәшәй, Башҡортостан профсоюздар советының курорттар идаралығында инструктор, «Башстройснаб» тресында кадрҙар буйынса өлкән инспектор, Өфө ҡалаһы Киров районының социаль тәьминәт бүлеге мөдире булып эшләй[1].
1995 йылдың 4 февралендә Өфө ҡалаһында вафат була[1]. Көньяҡ зыяратта ерләнә[3].
Наградалары
- Советтар Союзы Геройының«Алтын Йондоҙ» миҙалы (1945 йылдың 24 марты);
- Ленин ордены (1945 йылдың 24 марты);
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (27.09.1944);
- ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (29.04.1943;
- ике I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (30.05.1945;
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (10.10.1942);
- башҡа миҙалдар.
Хәтер
- 2022 йылдың 22 авгусында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 481-се Ҡарары менән Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының «10-сы белем биреү үҙәге» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһына Советтар Союзы Геройы Анатолий Иванович Хохловтың исеме бирелә[4];
- Өфөнөң «Хохлов Анатолий Иванович исемендәге 10-сы белем биреү үҙәге» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһында Советтар Союзы Геройы Анатолий Иванович Хохлов хөрмәтенә Герой партаһы булдырылған[5];
- Көйөргәҙе районының Бахмут ауылындағы бер урам А. И. Хохлов исемен йөрөтә[1];
- Өфөлә А. И. Хохлов йәшәгән Ленин урамы, 43-сө йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған[6];
- Көйөргәҙе районының Ермолаевка ауылындағы урам Анатолий Иванович Хохловтың исемен йөрөтә. 2016 йылдың 22 июнендә бында Геройҙың бюсы асыла[7].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 И. Г. Каримова. Хохлов Анатолий Иванович. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (30 июль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 март 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 3 4 Н. В. Уфаркин. Хохлов Анатолий Иванович. Международный патриотический интернет-портал «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 март 2026. (рус.)
- ↑ Участники войны. Хохлов Анатолий Иванович. Сайт «Pomnim.me». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 март 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 23 августа 2022 года № 481 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан и об установке мемориальных досок на фасадах зданий общеобразовательных организаций Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (23 август 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 март 2026. (рус.)
- ↑ Парта Героя. Хохлов Анатолий Иванович. Муниципальное автономное общеобразовательное учреждение «Центр образования № 10 имени Хохлова Анатолия Ивановича» городского округа город Уфа Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 март 2026. (рус.)
- ↑ presscenter/news/197457/ Мы гордимся нашими прославленными земляками, Героями Советского Союза. Официальный портал Республики Башкортостан (7 май 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 март 2026. (рус.)
- ↑ Нияра Кашапова. Память и гордость в сердцах поколений! Сайт партии «Единая Россия» (29 июнь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 март 2026. (рус.)
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
- Славные сыны Башкирии. Книга 1. — Уфа, 1965.
Һылтанмалар
- Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Хохлов Анатолий Иванович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 март 2026).
- Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Хохлов Анатолий Иванович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 март 2026).
- Федеральное государственное бюджетное учреждение культуры «Центральный музей Великой Отечественной войны 1941—1945 гг.» Музей Победы. Хохлов Анатолий Иванович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 март 2026).
- Общественный проект Приволжского федерального округа «Герои Отечества». Хохлов Анатолий Иванович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 март 2026).
- Республиканский музей Боевой Славы: Хохлов Анатолий Иванович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 март 2026).
- Официальный портал Республики Башкортостан. Мы гордимся нашими прославленными земляками, Героями Советского Союза (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 март 2026).
- Официальный сайт Министерства внутренних дел Российской Федерации. Министерство внутренних дел по Республике Башкортостан. В годы Великой Отечественной войны сотрудники милиции республики и воевали, и несли службу в тылу (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 март 2026).